Әл-Көтөбиә

Әл-Көтөбиә (ғәр. جامع الكتبية‎; jaːmiʕu‿ lkutubijːa(h); рус. Аль-Кутубия; "китап һатыусылар мәсете ") — Марокко ҡалаһы Марракештағы 69 метрлыҡ гүзәл манаралы иң ҙур мәсет. Был манара Рабаттағы Хәсән манараһының, Севильялағы мәсет манараһы — Гиральданың прототибы булып хеҙмәт иткән. Төҙөлөштөң заказсыһы әмир Яҡуп әл-Мансур (1184-99 йй. идара иткән) булған.

Мәсеттең исеме йә ундағы китапхананан (бор. көтөпхана[4]), йә уның эргәһендә китап һатып тороусыларҙан килеп сыҡҡан.

Манараны дүрт баҡыр шар ослай.Ә эсендәге баҫҡысының киңлеге мәзин атҡа атланып менерлек итеп төҙөлгән.

Галерея

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Әл-Көтөбиә мәсете Француз сит ил легионының 4-се уҡыу полкы гербында төшөрөлгән.
  • Мәсет Уинстон Черчиллдең «Әл-Көтөбиә мәсете манараһы» тигән картинаһында һүрәтләнгән(1943).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://web.archive.org/web/20121119002626/http://travel.nytimes.com/travel/guides/africa/morocco/marrakesh/39727/koutoubia-mosque/attraction-detail.html
  3. https://www.britannica.com/place/Kutubiyah-Mosque
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 551-се бит

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар