Әминбәк
Әминбәк (рус. Аминбек) — башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош-көнкүреш әкиәттәре жанрына ҡарай. Төп геройы — ябай, намыҫлы, эшһөйәр, әммә ярлы кеше.
Тарихы
Әкиәт беренсе тапҡыр 1924 йылда шағир Рәшит Ниғмәти тарафынан Куйбышев өлкәһе (хәҙер — Һамар өлкәһе) Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылында Ниғмәтулла Үркенбаевтан яҙып алынған[1].
1947 йылда — «Башҡорт халыҡ әкиәттәре», 1959 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» (2-се том) йыйынтығында баҫылып сыға[2]. Әкиәт рус телендә лә нәшер ителә[3].
Сюжеты
«Әминбәк» — көнкүреш әкиәте. Ундағы күренештәр көндәлек тормошта бара. Борон заманда әбей менән бабай йәшәй, уларҙың Әминбәк исемле улдары була. Атаһы бер ваҡыт улына 100 һум аҡса биреп, сауҙа эшенә өйрәнергә ҡуша.
Беренсе уҡыу — белем
Әминбәк ҙур ҡалаға уҡырға китә һәм унда уҡырға-яҙырға өйрәнә. Ул теләһә ниндәй яҙыуҙы уҡый, яҙыуын теләһә нисек үҙгәртә ала. Әминбәк ҡайтҡас, ата-әсәһе уның сауҙа эшенә өйрәнмәгәнен белеп, ныҡ көйә (асыулана).
Икенсе уҡыу — сатраш
Ата-әсәһе тағы ла 100 һум биреп, сауҙагәрлеккә уҡырға ҡушып ебәрә. Әминбәк ҡалаға килеп, сатраш уйнарға өйрәнә. Бер йылдан ул оҫта сатрашсы булып китә һәм иң яҡшы уйынсыларҙы ла еңә. Өйөнә ҡайтҡас, ата-әсәһе уны ныҡ әрләй.
Өсөнсө уҡыу — скрипка
Ата-әсәһе һуңғы аҡсаларын биреп, ҡабат ҡалаға ебәрә. Әминбәк бер йыл скрипкала уйнарға өйрәнә. Йыл аҙағында унан оҫта уйнаусы булмай.
Ата-әсәһе ташлап китә
Ата-әсәһе уны ваҡ-төйәк эштәр менән шөғөлләнеүе өсөн әрләй. Улар бының өсөн кешеләр алдында ояла, шуға ла йорттарын һата һәм икенсе урынға күсеп китә.
Ҡоҙоҡта алтын
Ата-әсәһе Әминбәкте бай ҡарауан хужаһына (ҡарауан башына) хеҙмәтселеккә бирә. Бер ваҡыт ҡоролоҡ булған ерҙә Әминбәкте һыу йыйып алыу өсөн ҡоҙоҡҡа төшөрәләр. Егет ҡоҙоҡ төбөндә һыу түгел, алтын таба. Ҡарауансылар ҡырыҡ биҙрә алтын сығара, ләкин егеттең барлыҡ алтынды үҙенә һорауынан ҡурҡып, уны ҡоҙоҡ төбөндә ҡалдыра.
Дейеү менән осрашыу
Әминбәк ҡоҙоҡ төбөндәге бер епте тартһа, бай итеп биҙәлгән бүлмәгә барып инә. Унда дейеү ауырып ятҡан була, ул ым менән генә Әминбәккә стенала эленеп торған скрипканы алып уйнарға ҡуша. Егет уйнай башлағас, дейеү күҙ алдында һауыға башлай. Дейеү Әминбәкте ҡоҙоҡтан сығарып, ҡарауан торған урынға алып барып ҡуя.
Ҡарауан башының ҡатыны
Ҡарауан башы егеткә ике хат тоттороп, уны алдын ебәрә, йәнәһе лә ҡатынына һәм таныш сауҙәгәренә үҙенең тиҙҙән ҡайтып етеүен хәбәр итә. Юлда Әминбәк хаттарҙы ҡарарға була һәм ҡарауан башының ҡатынына яҙған хаттың юғалыуын асыҡлай. Егет шундай уҡ ҡул менән икенсе хат яҙа. Ҡарауан башының ҡатыны хатты уҡып, егетте йылы ҡаршы ала.
Ҡала башлығы менән ярыш
Был ҡала башлығы сатраш уйнарға яратҡан була. Әминбәк ҡала башлығына бара. Хаким: әгәр егет еңһә — уға үҙенең урынын бирергә, әгәр еңелһә — язаларға вәғәҙә итә. Ике тапҡыр ҡала башлығы еңә, һуңынан өс тапҡыр Әминбәк еңеүсе була. Ҡала башлығы, ҡыуанып, үҙ урынына тап шундай аҡыллы һәм белемле кешене эҙләүен әйтә.
Һөҙөмтә
Ҡарауын башы ҡайтып етә, Әминбәктең тере икәнлеген ишетеп, туҙына. Ҡатыны уға уның ҡулы менән яҙылған хатты күрһәтә. Ҡарауын башы туҙынып, егетте үҙ ҡулдары менән быуып үлтерәсәген әйтә, әммә ҡатыны уға уның ҡала башлығы булып китеүен белдерә.
Тиҙҙән Әминбәк ата-әсәһен эҙләп таба һәм үҙенә күсереп ала. Ата-әсәһе улдарын бушҡа әрләгәндәренә инана.
Әминбәк балалар өсөн мәктәптәр аса, уларҙы аҡыллы ғалимдар һәм оҫталар уҡыта. Әминбәк ҡала башлығы булған осорҙа бик күп егеттәр төрлө фәндәргә һәм кәсептәргә өйрәнә, уларҙың даны бөтә ергә тарала.
Әкиәттең тәрбиәүи әһәмиәте
Әкиәт аҙағында ғәҙеллек тантана итә — эшһөйәр ярлы Әминбәк, үҙенең белеме һәм оҫталығы арҡаһында ҡала башлығы булып китә. Уға, әлбиттә, саҡ ҡына дейеү ҙә ярҙам итә.
Әкиәт белемдең, оҫталыҡтың һәм намыҫлылыҡтың байлыҡтан ҡиммәтерәк икәнен өйрәтә.
Былар ҡыҙыҡлы
- Р. А. Шәйәхмәтов «Шашки как народная игра в Башкортостане» китабында, башҡорт әкиәте «Әминбәк» «башҡорттарҙың милли коды өсөн сатраш уйынының әһәмиәте тураһында…» яҙа[3]
- «Әминбәк» әкиәтенең сюжеты бер ни тиклем төп герой уҡырға һәм яҙырға, ҡурай һәм сатраш уйнарға өйрәнгән «Иблиәмин» башҡорт әкиәте[4] һәм татар «Нимә ҡиммәтерәк?» әкиәте сюжеты менән ауаздаш,[5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Әминбәк (башҡ.). Башҡорт халыҡ ижады, 2-се том (1959). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026. (баш.)
- ↑ Әминбәк (башҡ.). «Башҡорт халыҡ ижады» (2-се том) (1959). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 Аминбек // Башкирские народные сказки: Сборник / Подгот. к печати Всес. геогр. о-вом при Акад. наук СССР и Башк. н.-и. ин-том языка и лит. им. М. Гафури при СНК БАССР; Запись и перевод А. Г. Бессонова; Ред., введ., с. 3-29 и прим. действит. члена Геогр. о-ва проф. Н. К. Дмитриева; Под общей ред. члена Совета Геогр. о-ва акад. И. Ю. Крачковского. — Уфа : Башгосиздат, 1941. — 368 с. С.37-44.
- ↑ Иблиамин. Башкирская сказка. Мир сказок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
- ↑ Татарская народная сказка «Что дороже?» Сказки народов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Башкирское народное творчество (на башк. языке), том 2, Башкирское книжное издательство. Уфа, 1955.
- Башкирское народное творчество. Бытовые сказки. / Сост. А. М. Сулейманов. Вступ. ст., коммент., указатели Л. Г. Барага и А. М. Сулейманова. Уфа, 1990. 494 с.
- Шаяхметов Р. А. Шашки как народная игра в Башкортостане //Национальные виды спорта: наука, практика, перспективы развития: материалы Всероссийской научно-практической конференции (18 октября 2022). — Уфа: БашИФК, 2022. — 71 с. С.66-68.
- Башкирские народные сказки.-М.-Л.:Детская литература, 1947. Предисловие проф. Н.Дмитриева, сказка на стр.37.