Нәжибә Әминева
Нәжибә Әминева (9 декабрь 1945 йыл) — уҡытыусы, шағир. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Биографияһы
Нәжибә Әминева (Нәжибә Зәкәриә ҡыҙы Әминева (Ғатауллина) 1945 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районының Әхмәт ауылында тыуған.
Кушнаренко урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Унда ижад менән актив шөғөлләнә башлай. Шиғырҙары республика гәзиттәрендә, журналдарҙа һәм төрлө альманахтарҙа баҫыла. 1981 йылда «Иртә», 1985 йылда «Бәҫле тәлгәштәр», 1997 йылда «Йөрәккә уйҙар уйыла» исемле шиғри йыйынтыктары баҫылып сыға. Нәжибә Әминеваның тәбиғилек, ихласлык менән һуғарылған үҙенсәлекле шиғырҙары әҙәбиәттә үҙ урынын алды.
1996 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
- Нәжибә Әминева // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.