Әпес

Әпес (башҡ. Әпес) — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Имәлйылға менән Ҡарағас йылға (Үрек йылғаһы бассейнында) араһында. Абсолют бейеклеге — 661,9 м. Меридиан буйлап һуҙылған текә тау. Көнсығыш битләүенән Әпес йылғаһы башлана (Үрек йылғаһы ҡушылдығы).

Составы

Алевролиттар, рифей һәүерташтары, ҡомташ ултырмалары.

Ландшафт

Ҡайын һәм уҫаҡ ағастарынан торған урман.

Әҙәбиәт

Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, 71-се б.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.