Әхмәтшин Рөстәм Рәдүс улы

Рөстәм Рәдүс улы Әхмәтшин (рус. Ахметшин Рустам Радусович; 1977 йылдың 25 апреле, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы2023 йылдың 18 декабре, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы) — юрист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2000 йылдан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Нефтекама район-ара бүлеге начальнигы — өлкән суд приставы, 2020 йылдан идаралыҡтың бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы; 2022 йылдан Нефтекама ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2015). Рәсәй Федерацияһы юстицияһының 3-сө класлы дәүләт кәңәшсеһе (2007).

Биографияһы

Рөстәм Рәдүс улы Әхмәтшин 1977 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1] Нефтекама ҡалаһында тыуған.

1995—1999 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында «юриспруденция» һөнәре буйынса уҡый, «иҡтисади енәйәттәр менән көрәш» тигән йүнәлештә махсуслашыу үтә.

1998 йылдан Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығының уголовный розыск бүлеге хеҙмәткәре.

2000 йылдан Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама район-ара бүлеге начальнигы — өлкән суд приставы, 2020 йылдан идаралыҡтың бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы. Хеҙмәтендәге ыңғай һөҙөмтәләре һәм уларға индергән шәхсән өлөшө өсөн 2015 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә, шулай уҡ ведомство бүләктәренә лайыҡ була.

2022 йылдан Нефтекама ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы.

2023 йылдың 18 декабрендә ауырыуҙан һуң Нефтекамала вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең 1-се (2016), 2-се (2011) һәм III дәрәжә (2009) «Хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Почёт грамотаһы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2015)
  • Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2010, 2014)
  • Нефтекама ҡалаһы ҡала округы советының Почёт грамотаһы (2014)
  • Рәсәй Юстиция министрлығының Рәхмәте (2013)
  • Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең ике Рәхмәте (2014)

Иҫкәрмәләр