Әхмәт (Оло Урҙа ханы)
Әхмәт (көнсығыш сығанаҡтарында Ахме́д, тат. Əxmət; 6 ғинуар 1481) вафат булған — Оло Урҙа ханы (1460 йылдан өлкән ағаһы менән бергә, 1471 йылдан — үҙе генә хакимлыҡ иткән). Кесе Мөхәмәт хан улы. Мәскәү кенәздәрен сәйәси бойондороҡлолоҡта тотҡан һуңғы Урҙа хакимы[2]. Элекке Алтын Урҙа территорияһында үҙенең өҫтөнлөгөн раҫларға тырышып, монгол-татар дәүләттәрен туплауға йүнәлтелгән сәйәсәт алып бара, был йәһәттән ҙур уңышҡа өлгәшә. Манғыт нәҫеленән Бәкләрбәге Тимур (Иҙеүкәйҙең ейәне) уның хакимиәтендә ҙур роль уйнай.
Өлкән ағаһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре
Әхмәттең атаһы Кесе (Күсәк)-Мөхәммәттең һуңғы тәңкәләре 1459 йыл менән билдәләнә. 1460 йылда уҡ урыҫ йылъяҙмаларында Әхмәттең Рязанға походы тураһында хәбәр ителә, шул уҡ ваҡытта уны батша тип атайҙар. Тарихсы Р. Ю. Почекаев фекеренсә, Әхмәт власты өлкән ағаһы Мәхмүт менән бүлешә һәм, уның өлкәнлеген танып, ҙур үҙаллылыҡҡа эйә була. Мәхмүт Ҡырым ханлығы, Хажитархандағы төп ставка менән йәнәш, көньяҡ-урыҫ далаларында хакимлыҡ итә, шуға күрә ҡайһы бер сығанаҡтар уны Әстерхан ханлығына нигеҙ һалыусы тип атай. Әхмәт, бәлки, Яңы Һарай менән бергә, урта Волга буйына эйә була. Мәхмүт Ҡырым ханлығы менән низағта була, Ә Әхмәт, ул осорҙа Ҡырым менән туранан-тура бәйләнештә тормаһа ла һәм низағлашмаһа ла, көнсығыш сәйәсәтенә мөрәжәғәт итә.
Көнсығыш сәйәсәте
Ҡасандыр Алтын Урҙаға ҡараған көнсығыш ерҙәре үҙаллылыҡ ала. Әхмәттең көнсығыш сәйәсәтенең төп маҡсаты бай Хорезм өҫтөнән власты тергеҙеү булған күрәһең. Ул был провинцияға 1412—1413 йылдарҙа Тимуриҙар баҫып алған Алтын урҙаның элекке биләмәһе булараҡ ҡына дәғүә итмәй. Моғайын, был биләмә уның ҡатындарының береһе, Һуңғараҡ Хөрәсән хакимы булған Аҡһаҡ Тимер тоҡомо Хөсәйен Байҡараның һеңлеһе Бәди-әл-Жамалдың, бирнәһе булғандыр.
Бында Әхмәт ошо биләмәләргә дәғүә иткән Шибаниҙар тоҡомо вәкиле ҡеүәтле үзбәк ханы Әбү-әл-Хәйерҙең мәнфәғәттәре менән бәрелешә. Әхмәт был хаким менән низағҡа керергә баҙнат итмәй, 1468 йылда был хан вафат була. Әбү-әл-Хәйер уҫал һәм ҡаҡшамаҫ хаким була, был бойондороҡһоҙ күршеләре һәм үзбәк аҡһөйәктәренең уның вариҫтарына кире мөнәсәбәтенә сәбәп була. Уның вафатынан һуң аҡһөйәктәр Шибаниҙарҙың икенсе тармағынан Йәҙгәр ханға хакимлыҡ тапшыра. Әхмәт уның менән союз төҙөй. Әммә Йәҙгәр хан 1469 йылда вафат була һәм власҡа Әбү-әл-Хәйер улы Шәйех-Хәйҙәр килә. Әммә уға ҡаршы, солтандар Йәнибәк һәм Гәрәй, Урус хандың бүләләре, Нуғай мырҙалары Муса һәм Ямғырсы, Йәҙгәр хандың улы Бүрәкә солтан, Себер ханы Айбәк ҡатнашлығында ҡеүәтле урҙа оппозицияһы барлыҡҡа килә. 1470—1471 йылдарҙа Шәйех-Хәйҙәр үҙенең биләмәләренең күпселеген юғалта. 1471 йылда Хорезмға дәғүә итеүсе Әхмәт ғәскәре менән Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡҡа килә. Тиҙҙән Ибәҡ Шәйех-Хәйҙәрҙе көтмәгәндә тотоп үлтерә. Әхмәт бынан һуң Шәйех-Хәйҙәрҙең дошмандары менән солох төҙөй, Муса менән Ямғырсының һеңлеһенә өйләнә, һәм, күрәһең, шунан уға Хорезмды яулап алыу рөхсәте бирелә. Әммә был ваҡытта уның өлкән ағаһы Мәхмүт вафат була, һәм Әхмәт, сәйәси сыуалыштар сығыуынан һаҡланыптыр, Волга буйына ашыға.
Волга буйына килеп еткәс, Әхмәт Үзбәк ханлығында власҡа дәғүә итеүселәр, Әбү-әл-Хәйерҙең ейәндәре Мөхәммәт Шәйбани һәм Мәхмүт солтандың Әстерханда (Хажитархан) Әхмәттең туғаны Ҡасимға һыйыныуын белә. Әхмәт Әстерханға хәрби поход ойоштора, унда Ибәҡ һәм Нуғай бейе Ғәббәс, Муса һәм Ямғырсының бабаһы, ҡатнаша. Әммә Әхмәттең туғаны, Әбү-әл-Хәйерҙең ейәндәренә ваҡытында ҡасырға рөхсәт итһә лә, буйһоноуын белдерә. Ҡасимдың буйһоноуына өлгәшкәндән һуң, Әхмәт, Әбү-әл-Хәйрҙең ейәндәре хәүеф тыуҙырмаҫына өмөтләнеп, ғәскәрен тарата. Әммә Мөхәммәт Шәйбани үҙе яҡлыларҙы йыя һәм 1472 йылда Айбәктең лагерына ҡапыл һөжүм итә, уның улын һәм ҡустыһын үлтерә, ә һуңынан Әхмәт ставкаһына һөжүм итә. Был ваҡытта Әхмәт, Русь биләмәләренә башлаған походын туҡтатып, ашығыс рәүештә Волга буйына ҡайтырға мәжбүр була. Бынан һуң Әхмәт, көнбайышта ағаһынан мираҫҡа ҡалған етди проблемалар булғанлыҡтан, көнсығышта әүҙем сәйәсәт алып бармай.
Ҡырымдың бойондороҡһоҙлоғона ҡаршы көрәш
Әхмәт ханға өлкән ағаһынан мираҫ булып Оло Урҙаның төп бурыстарҙың береһе, тип һаналған һәм һөҙөмтәлә Оло Урҙаның һәләк булыуына килтергән проблема — Ҡырымдың бойондороҡһоҙлоғона ҡаршы көрәш — ҡала.
1476 йылда Әхмәт хан Ҡырым эштәренә ҡыҫылырға баҙнат итә. 1475 йылд Миңлегәрәй I ағай-энеләре Нурдәүләт һәм Хәйҙәргәрәй тарафынан ҡолатыла. Миңлегәрәй ул ваҡытта төрөктәр тарафынан баҫып алынған Кафала (Феодосия) һыйыныу эҙләй. 1476 йылда Хажике, Әминәктең бәкләрбәге Нурдәүләттең кинйә ҡустыһы, ағаһы менән килешмәйенсә, Әхмәтте Ҡырымға саҡыра. Әхмәт, хәлдән файҙаланып, Ҡырым тәхетенә үҙенең туғаны, өлкән ағаһы Жанибәктең улын, ултырта, Хажике уның бәкләрбәге була.
Ҡырымда һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында нығынып, Әхмәт Алтын Урҙаның элекке ҡеүәтен тергеҙгән тип иҫәпләй ала. Ул Мәһмәт II-гә дуҫтарса хат ебәрә, әммә уны ярлыҡ, йәғни юғары батшанан түбән торғанына хат, тип атай.
Шул уҡ ваҡытта Жәнибәк, власть юғалтҡан осраҡта һыйыныу урыны алырға теләп, Мәскәү кенәзе менән мөнәсәбәттәр булдыра. 1477 йылдың яҙында Жәнибәк, Әхмәт ризалығы менәндер, тәхетте Нурдәүләткә бирергә мәжбүр була. 882 йылғы сәфәр айында (1477 йылдың май—июне) Әхмәт ипле генә итеп солтанға мөрәжәғәт итә (артыҡ тәкәббер булмайса), уның менән союз эҙләй. Әммә 1478 йылдың аҙағында Миңлегәрәй, үҙен уның вассалы тип танып, Төркиә ярҙамында тәхетен кире ҡайтара. Бынан һуң төрөк солтаны, был мөнәсәбәттәр менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаһа ла, Әхмәт менән формаль дуҫтарса мөнәсәбәттәрен һаҡлай.
Русь менән мөнәсәбәте һәм көнбайыш сәйәсәте
1460 йылда, хакимлығының беренсе йылында уҡ, урыҫ йылъяҙмаларында Әхмәттең Переславль Рязанскийға походы тураһында хәбәр ителә. Әхмәт Русь менән мөнәсәбәттәрҙә уның реаль буйһоноуын тергеҙеүгә ынтыла, әммә бының өсөн етерлек көсө булмай. 1468 йылда Оло Урҙа татарҙары Рязань кенәзлегенә һәм Ока йылғаһының уң ярындағы Беспута өлкәһенә һөжүм итә. 1471 йылда вятчандар (ул ваҡытта Мәскәүҙән бойондороҡһоҙ була) отряды, Кама һәм Волга буйлап ағып барып, Яңы Һарай ҡалаһын талай. Шул уҡ йылда хан Польша-Литва короле Казимир IV-нең Урҙаға яһаҡ түләүҙе туҡтатҡан Мәскәү бөйөк кенәзе Иван III-гә ҡаршы союз төҙөү тәҡдимен ҡабул итә. 1472 йылдың июлендә Әхмәт Мәскәүгә уңышһыҙ поход яһай, уның барышында Ока йылғаһының уң ярындағы Алексин ҡалаһын (29 июлдә) яндыра. Мәскәү ғәскәре менән алышты башламай сигенергә мәжбүр була (1 август), сөнки үҙ улустарына үзбәк хакимы Мөхәммәт Шәйбаниҙың ҙур булмаған отряды һөжүм итеүе тураһында хәбәр ала.
Венеция республикаһы Әхмәткә ҡарата ҙур дипломатик әүҙемлек күрһәтә. Венециялыларҙың был сәйәсәтенең төп маҡсаты — төрөк солтаны Мәһмәт II-нең баҫып алыуын туҡтатырға ярҙам итерлек ҡеүәтле союздаш эҙләү була. 1470 йылда сенат авантюрист Джованни-Баттиста делла Вольпаның (Рус йылъяҙмаларында Иван Фрязин) докладын тыңлай, Ул Әхмәт 200 000 200 000 яугир ҡуйыу мөмкинлеге эйә, тип хәбәр итә. 1471 йылда сенат Джованни Баттиста Тревизаноны төрөктәргә ҡаршы союз тәҡдимдәре менән Әхмәткә ебәрә, әммә илсе, Мәскәүҙә өс йыл тотҡонда тотолғандан һуң, 1474 йылда ғына, Әхмәткә килә. Был ваҡыт эсендә делла Вольпе ханға тағы бер сәфәр ҡыла һәм, йыл һайын 10000 дукат һәм бер тапҡыр 6000 дукат түләнгәндә генә, 1472 йылда хандың Венгрия аша төрөктәргә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башларға әҙер булыуы тураһында хәбәр итә. Сенат был докладҡа ышанмаусанлыҡ менән ҡарай. Әммә Тревизано 1476 йылда Венецияға Әхмәттең ике илсеһе менән ҡайта, сенат Дунай аша Төркиә менән һуғыш башлау тәҡдимен ҡабул итә һәм, 2000 дукат биреп, Тревизианоны ҡабат ебәрә. Шул уҡ ваҡытта Казимир IV был сараға ҡаршы тәүәккәл сығыш яһай, күрәһең, үҙенең Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы территорияһы аша Әхмәттең хәрәкәтенә ҡаршы була. 1477 йылда сенат Польшаға ғына барып еткән Тревизаноны кире саҡырып ала. Әхмәттең Ғосман империяһының көсәйеүе тураһында борсолорға етди сәбәптәре була, сөнки төрөктәр Ҡырымда феодор кенәзлеген һәм элек Алтын Урҙаға бәйле булған генуя биләмәләрен баҫып ала, Ә Ҡырым ханлығы Урҙаһынан бойондороҡһоҙлоҡ төрөк ярҙамына таяна. Төрөктәр Ҡырымда Феодор кенәзлеген һәм элек Алтын Урҙаға бәйле булған Генуя биләмәләрен баҫып алғандан һуң, Әхмәттең Ғосман империяһының көсәйеүе буйынса борсолорлоҡ етди сәбәптәре була, ә Ҡырым ханлығының төрөк ярҙамына таяныуы уны Урҙанан бойондороҡһоҙ итә.
Илселек менән даими алмашыуға ҡарамаҫтан, артабанғы йылдарҙа Урҙа Мәскәүҙән яһаҡ түләүҙе тергеҙеүгә өлгәшә һәм Иван III менән Миңлегәрәй I араһында Урҙаға ҡаршы Мәскәү-Ҡырым союзының (1474 йыл) барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулай алмай. 1476 йылда, Ҡырымды баҫып алғандан һуң, Иван III-гә илсе Бучукты ебәрә. Ул яһаҡ түләүҙе тергеҙеүҙе һәм хатта уңышһыҙ рәүештә Иван III Урҙаға шәхсән килеүен талап итә. Иван III өсөн хәл ҡулайлы булмағанлыҡтан, ул дуҫтарса мөнәсәбәтен, бәлки, хатта яһаҡ түләйәсәген дә белдерә. Әммә 1479 йылда хәл үҙгәрә, Иван III Новгородты буйһондора ала, ә Әхмәт хан Ҡырымды юғалта, шуның өсөн Әхмәттең сираттағы илселеге дошманлыҡ менән ҡабул ителә, һәм Иван III демонстратив рәүештә хан грамотаһын йыртып ташлай. 1480 йылдың көҙөндә, Казимирҙың ярҙамына таянып, Әхмәт Мәскәүгә ҙур күләмле поход ойоштора, һәм был ваҡиға Угра йылғаһы буйында тороуға әйләнә (8 октябрь — 11 ноябрь), ул хандың генераль алышһыҙ сигенеүе менән тамамлана. Моғайын, Иван III-нөң союздашы Миңегәрәйҙең поляк-литва ерҙәренә һөжүме арҡаһында, Әхмәт Казимирҙан вәғәҙә ителгән ярҙамды алмай. Угранан ҡайтҡанда, Әхмәт Бөйөк Литва кенәзлегенең Мәскәү яғына күскән Үрге Ока биләмәләрен талай.
Әхмәттең вафаты
Далаға ҡайтҡандан һуң, Әхмәт ғәскәрен тарата, хатта үҙенең бәкләрбәген дә иреккә ебәрә. Тиҙҙән үҙенең ставкаһында ул үзбәк хандарына ҡаршы көрәш буйынса элекке союздаштары нуғай һәм себер атлы ғәскәренең көтөлмәгән һөжүменә дусар була. Мөнәсәбәттәрҙең бындай үҙгәреүен Әхмәттең элекке Алтын Урҙа көстәрен туплау буйынса уңышлы сәйәсәте менән аңлатырға мөмкин. Бәлки, Мәскәү бөйөк кенәзлегенең Төмән ханлығы менән килешеүе лә йоғонто яһағандыр[3]. После гибели Ахмат Другие сыновья Ахмата обычно оставались в фарватере политики братьев[4].
Әхмәт Северский Донец тамағындағы күсмә ставкаһында төмән ханы Айбәк һәм Нуғай мырҙалары Муса һәм Ямғырсы тарафынан үлтерелә. Әхмәт хан һәләк булғандан һуң Алтын урҙаны тергеҙеү өсөн әүҙем көрәште уның улдары Мортаза, Сәйетәхмәт II һәм Шәйехәхмәт дауам итә, улар ҡайһы берҙә бер-береһе менән көнәркәшлек итә. Әхмәттең башҡа улдары ғәҙәттә ағалы-ҡустылы сәйәсәт фарватерында ҡала.
Әхмәттең Иван III—гә ярлығы (урыҫ эшкәртеүендә) һәм төрөк солтаны Мәһмәт II-гә төрки сағатай телендә яҙылған хаты (1477 йылдың май-июне) һаҡланған.[5]
Әхмәттең Хажитархандағы Урҙа-Баҙарҙа һуғылған көмөш тәңкәләре һаҡланған. А. В. Пачкалов Әхмәт осоронда Урҙа-Баҙарҙа сүкелгән көмөш тәңкәләрҙе баҫтырып сығарған[6].
Хәтер
- 1472 йылда Әхмәт хан ғәскәрҙәре менән алыш иҫтәлегенә Алексин ҡалаһында художество-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡаршыһында Мемориаль комплекс асыла (2012). Комплекс өҫтөндә Алексин ҡалаһы гербы һәм аҫта хәрби ҡорамалдар һүрәте төшөрөлгән сквер уртаһында уырнлашҡан стеланан тора. Һәйкәлдең уң һәм һул яғында Алексин ҡалаһы ағас ҡәлғәһен обороналауҙы сағылдырған яу күренештәре һүрәтләнгән алты мөйөшлө плиталар ҡуйылған[7].
- Әхмәт Хандың баҫып алыуына батырҙарса ҡаршылыҡ күрһәткән һәм Мәскәү кенәзлеген бөлгөнлөккә төшөрөүҙән ҡотҡарған Алексин ҡәлғәһен һаҡлаусылар хөрмәтенә XV быуатта ҡәлғә урынлашҡан урында, Алексин ҡалаһындағы Ильин тауында, иҫтәлекле таш ҡуйылған[7].
- Иҫтәлекле таш (1998) археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелгән Сорокинск ҡаласығында ҡуйылған. Иҫтәлекле ташта түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «1472 йылдың 29-31 июлендә Алексин ҡәлғәһе халҡы Алтын Урҙа ханы Әхмәттең баҫып алыуына батырҙарса ҡаршылыҡ күрһәтә һәм шуның менән Мәскәү кенәзлеген бөлгөнлөккә төшөрөүҙән ҡотҡара»[7].
- 1917 йылғы революцияға тиклем, йыл һайын 23 июндә, Мәскәү Кремлендәге Успение соборынан Сретенский монастырына тиклем Рәсәйҙе азат итеү, Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе (богоматерь) ярҙамы һәм аралашсылығы менән татар ханы Әхмәттең баҫып инеүенән ҡотолоу иҫтәлегенә тәре йөрөшө үткәрелә[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Oʻzbekiston milliy ensiklopediyasi (үзб.) — 2000.
- ↑ Иногда таковым считается последний большеордынский хан — сын Ахмата Шейх-Ахмед. В 1501—1502 годах Иван III, занятый войной с Литвой, изъявил готовность признать своё «холопство» и возобновил выплату дани. Однако этот шаг был притворным, так как одновременно Москва склоняла к нападению на Орду Крым.
- ↑ А. В. Парунин К вопросу об обстоятельствах смерти хана Большой Орды Ахмата в 1481 году. Архивная копия от 12 ғинуар 2020 на Wayback Machine Золотоордынская цивилизация. Вып. 3. Казань, 2010. — с.166-172.
- ↑ Р. Ю. Почекаев Цари ордынские Санкт-Петербург, «Евразия» 2010 ISBN 978-5-91852-010-9
- ↑ Оригинал (рукопись, шифр Е6464) хранится в архиве музея Топкапы в Стамбуле. Послание написано арабицей на тюркском языке, адресовано Великому государю, «брату моему» султану Мехмеду Блаженному. Содержит слова похвалы в адрес султана и уверения в дружбе. Письма золотоордынских ханов Архивная копия от 29 ноябрь 2011 на Wayback Machine Тюркологический сборник, 1975. М., 1978.
- ↑ Пачкалов А. В. О монетах «Бик-Базара» и «Тимур Бик-Базара» (Джучиды, XV в.) // Российская археология : журнал. — М., 2007. — № 2. — С. 33—38.
- ↑ 1 2 3 ГУК ТО «ОЦРК». Паспорт муниципального образования Алексинский р-н в области культурно-познавательного туризма.
- ↑ О московских крестных ходах, совершаемых из Успенского собора, с показанием времени и причины их учреждения. Изд. 2-е испр. и доп. М. Изд. Тип. Общества распр. полезн. книг. 1893 г. стр. 10-11.