Өс баһадир һәм Мысыр принцессаһы (йәнһүрәт)
«Өс баһадир һәм Мысыр принцессаһы» (рус. Три богатыря и принцесса Египта) — «Мельница» студияһының тулы метражлы йәнһүрәте һәм «Өс баһадир» франшизаһында һигеҙенсе йәнһүрәт. Киң прокатҡа 2017 йылдың 28 декабрендә сыға. 2022 йылдың 5 мартында Рәсәйҙә «Өс баһадир һәм Мысыр принцессаһы» йәнһүрәте ҡабаттан сығарыласағы тураһында иғлан ителә[2].
Сюжеты
Ҡыш бабай 3000 йыл элек эҫе менән һыуыҡ араһында тигеҙлек урынлаштыра һәм йылды 12 айға бүлә. Әммә уның Дурило исемле шәкерте була, уға запас вазифа — ун өсөнсө ай бирелә. Үҙенең дәрәжәһе менән ҡәнәғәт булмаған Дурило, йылылыҡ һәм һыуыҡ тигеҙлеген боҙоу өсөн, остазының тылсымлы таяғын һәм болан егелгән санаһын урлай. Тик планын тормошҡа ашырыу өсөн уға урыҫ баһадирҙарының көсө кәрәк. Уларҙы Тормош Усағы урынлашҡан Мысырға килтерер өсөн, Дурило ике юлбаҫары менән Яңы йыл байрамын көтә һәм баһадирҙарҙың ҡатындарын урлауҙы ойоштора. Үҙен Ҡыш бабай итеп күрһәтеп, ярҙам итергә вәғәҙә бирә.
Дурило баһадирҙар менән Ҡыш бабай санаһында Мысырға оса, ә улар артынан Змей Горынычҡа ултырып, кенәз менән Юлий ҙа юл ала, улар боронғо пирамидаларҙағы хазинаны ҡулға төшөрөргә теләй. Урынға килеп еткәс, Дурило баһадирҙар ярҙамында пирамида ишеген аса. Сфинкстың бойороғон һанға һуҡмайынса, Дурило уны тылсымлы таяҡ ярҙамында туңдыра. Илья менән Добрыня осраҡлы рәүештә уның йоғонтоһона эләгә. Болан таяҡты тартып алырға маташҡанда нигеҙен өҙөп ала, әммә Дурило быны һиҙмәй һәм пирамидаға инеп юғала.
Алеша уның артынан йүнәлә, ә болан кире төньяҡҡа оса. Оҙаҡламай Сфинксҡа Горыныч, Кенәз, Юлий килә. Туңдырылған баһадирҙарҙы мумия тип ҡабул итеп, пирамидаға үтеп инергә ҡарар итәләр. Үтә ҙур Горыныч үтә алмай һәм тышта ҡала.
Пирамидалар эсендә Дурило, Алёша, кенәз һәм Юлий аҙаша. Нилға барып сыҡҡас, крокодилдарҙы осраталар, уларҙан күҙ буяу ярҙамында ҡаса алалар. Дурило Алёшанан ҡотолорға тырыша, әммә Алёша һаман да уның артынан ҡалмай.
Был ваҡытта баһадир ҡатындары юлбаҫарҙар өйөндәге тотҡонлоҡтан азат ителә һәм ике урлаусыны Алеша йортона алып бара, ләкин ирҙәр өйҙә булмай. Йортҡа ысын Ҡыш бабай килә, уны Дурило тип уйлап, иҫәнгерәтә һуғалар һәм келәткә бикләп ҡуялар. Әммә сихырсы тотҡонлоҡтан ҡотола һәм уларға Дурилоның планы тураһында һөйләй. Ҡыш бабай, баһадир ҡатындарын һауа болотона ултыртып, Мысырға ебәрә. Улар Змей Горыныч менән Добрыня Ильяны боҙҙан азат иткән мәлдә килеп етәләр. Любава, Алешаны эҙләп, кәшәнәгә табан йүнәлә.
Добрыня менән Илья уның артынан ашыға һәм беренсе залда гигант саяндар менән көрәшә. Был саҡта кенәз менән Юлий Нефертити саркофагына тап булалар һәм уның ҡулындағы асҡысты күрәләр, Юлий уның ярҙамында хазинаны алырға мөмкинлек бирәсәк, тип уйлай. Юлий яңылыштан принцессаны үбеп уята. Ул кенәз менән асҡысты урлап ҡаса, ә Нефертити, күҙҙәрен асҡас, Алёшаның ҡасып барғанын күрә. Йоҡоһонан уятҡан кеше, тип уйлап, уға ғашиҡ була.
Алеша Дурилоны ер аҫты ҡалаһында ҡыуып етә, уның артынан кенәз һәм Юлий ҙа килә. Дурило Алёшаға, ысынлап та, бында геройҙарҙың ҡатындары юҡ, әммә батыр көсө ярҙамында бөтә донъяла мәңгелек йәй ойошторорға мөмкин, ти. Алеша Дурило етәкселегендә Тормош Усағын эҫе яғына күсерә. Ҡыш бабайға болан килә, һәм улар Мысырға юл тота.
Эш ҡыҙған мәлдә Алёша мәңге эҫелектең яҡшыға килтермәүен аңлай, сөнки ҡоролоҡ арҡаһында йәшелсә уңмаясаҡ һәм тереклек һәләк буласаҡ. Ул утты яңынан тигеҙлек хәленә килтерергә уйлай, әммә Дурило, мумияланған руханиҙар һәм ер аҫты ҡалаһы халҡы ҡамасаулай. Алёша менән Дурилоны колоннаға бәйләйҙәр, һәм, туй бейеүен башҡарып, Нефертити килеп сыға. Юлий асҡысты туҫтаҡ механизмы нигеҙендәге тишеккә индерә, хазина бүлмәһенә ишек асырға иҫәп тота, ләкин бының урынына ғүмер сәғәте һалҡынға күсә, ут һүнә, ә асҡысы ватыла. Бөтә донъя боҙлана башлай.
Нефертити пирамидаға үтеп ингән ҡояш нурҙарының һуңғы нурын күреп ҡала. Баһадирҙар, ҡырлы боҙ киҫәген линза итеп ҡулланып, ут тоҡандыра һәм элекке хәленә ҡайтара. Боҙ ирей. Жрец байрам ойоштора, ә баһадирҙар ҡатындары менән, кенәз, Юлий, Дурило һәм Змей Горыныч Киевҡа ҡайта. Юлда Ҡыш бабай Дурилоға изгелек эшләй: 29 февраль көнөн уның ҡарамағына урынлаштыра.
Киевта Яңы йыл байрамы үтә. Кенәз, барыһын да байрам менән ҡотлап, байлыҡ һәм киләһе йылда эш хаҡының артыуын теләй.
Ролдәрҙә
| Актёр | Роль |
|---|---|
| Олег Куликович | Алёша Попович / Змей Горыныч |
| Валерий Соловьёв | Добрыня Никитич |
| Дмитрий Быковский-Ромашов | Илья Муромец |
| Александр Быковский | Дурило |
| Сергей Маковецкий | Князь Киевский |
| Дмитрий Высоцкий | Юлийҙың аты |
| Лия Медведева | Любава, Алёшаның ҡатыны |
| Елена Шульман | Настасья Филипповна, Добрыняның ҡатыны |
| Мария Цветкова-Овсянникова | Алёнушка, Ильяның ҡатыны |
| Валентин Морозов | Дед Мороз |
| Анатолий Петров | Боярин Антипка |
| Михаил Черняк | Сфинкс / һөйләүсе |
| Светлана Кузнецова | Нефертити |
| Максим Сергеев | Беренсе юлбаҫар |
| Константин Феоктистов | Икенсе юлбаҫар |
| Александр Боярский | принцесса Нефертитиҙың атаһы / Кенәз принцессанан асҡыс алырға маташҡанда |
| Александр Лаврухин | Жрец |
Бүләктәре
2018 — Multiworld[3]:]
- Жюри премияһы «Иң яҡшы рус анимацион тулы метражлы нәфис фильмы»
- Жюри премияһы «Рус анимацион фильмының иң яҡшы 2D графикаһы».
Новеллалаштырыу
2017 йылда Наталья Каменских авторлығында йәнһүрәттең шул исем менән новелла сыға. Китапта йәнһүрәт күренештәре ҡабатлана тиерлек, уларҙың кадрҙары иллюстрациялар өсөн нигеҙ итеп алына. Новелла алты йәштән өлкән уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Три богатыря и принцесса Египта. «Бюллетень Кинопрокатчика. Метрополитэн Медиа (18 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2018. Архивировано 14 апрель 2018 года.
- ↑ Александр Аммосов В России выпустят в повторный прокат «Брата», «Жмурки» и другие фильмы Алексея Балабанова. Игромания (5 март 0202). Архивировано 5 март 2022 года.
- ↑ «Мультимир» раздал призы.30.05.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2018. Архивировано 3 июнь 2020 года.
- ↑ Наталья Каменских. Три богатыря и принцесса Египта. — ИД Комсомольская правда. — P. 1-176. — ISBN 462-0-0162-9553-3.
Һылтанмалар
- «Три богатыря и принцесса Египта» на сайте студии «Мельница»