12-се лицей (Ишембай)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
12-се лицей
Дәүләт
Адрес Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, №41
Нигеҙләү датаһы 1940
Рәсми сайт licey12-ish.narod.ru
Уҡыусылар һаны 600
Почта индексы 453200

Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла. Хәҙерге тулы исеме: Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Ишембай ҡалаһының 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы — Ишембай ҡалаһының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адресы: Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, 41. Транспорт өсөн туҡталыш: «12-се Лицей»[1]

Уҡыусылар һаны — 590, уҡытыусылар — 36 (шуларҙың 50 проценты юғары квалификация категорияһына эйә, 30 процентының званиелары бар).

Етәкселеге

Беренсе директор — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы Адмаев Александр Федорович.

2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Винокурова Валентина Васильевна.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

башы

1940 йылдың 16 авгусында 16-сы мәктәп булараҡ асыла.

СССР тарҡалғанға тиклем 12-се мәктәп булараҡ эшләй.

Хәҙерге тарихы

Белем биреү учреждениеһы 1992 йылдың февралендә 12-се дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә ойошторола һәм ҡалалағы берҙән-бер лицейға әйләнә.

1998 йылдан өлкән класс уҡыусыларын физик-математик, химик-биологик һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса уҡытыу башлана.

1999 йылдың декабренән уҡыу йорто хәҙерге статусында эшләй һәм әлеге атамаһын йөрөтә. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығының 1999 йылдың 21 декабрендәге 963-сө ҡарарына ярашлы 12-се лицей муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы булдырыла, ул 12-се лицей муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһының хоҡуҡ вариҫы була[2]

2006 йылда лицей инновацион белем биреү программаларын ҡулланып эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсындпа еңеп сыға.

2011 йылда лицей уҡыусылары физика буйынса Башҡортостан Кубогын яулай[3]

2011 йылдың апрелендә Ишембайҙың 12-се Лицейы уҡыусыһы Лидия Кочемасова обществознание фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры була.[4]

2012 йылда Х Бөтә Рәсәй «Хат яҙыу буйынса иң яҡшы дәрес» конкурсының төбәк этабында лицей уҡыусылары Вероника Шерсткина (8 класс уҡыусыһы, «1941-се йылға хат» номинацияһы), Эллина Гимранова (7 класс уҡысыһы, Халыҡ-ара номинацияла) еңеп сыға[5]

2014 йылда 12-се Лицейҙың биология уҡытыусыһы Ермакова Светлана Николаевна «Башҡортостандың Йыл уҡытыусыһы-2014» конкурсында абсолют еңеүсе була[6][6][7][7]

2014 йылда Лицей уҡыусыларҙың талантын үҫтереү буйынса юғары мөмкинлектәр тәьмин иткән 200 белем биреү ойошмаһы[8][8][9][9] һәм илдең 500 иң яҡшы мәктәбе исемлектәренә инә.[10][10][11][11]

2017 йылда лицей уҡыусыһы Анастасия Бочкарёва «Рәсәй Федерацияһы гражданины булыу нимәне аңлата» темаһына ролик төшөрөүҙе талап иткән Бөтә Рәсәй[12] «Беҙ Рәсәй граждандары» конкурсында еңеп сыға һәм, башҡа еңеүселәр кеүек үк, Кремлдә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимира Владимировича Путин ҡулынан паспорт ала[13][13][14][14].

Шул уҡ йылда 12-се лицей Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары хәрәкәте проектын тормошҡа ашырыусы мәктәптәр иҫәбенә инә. Лицеист Никита Епифанов Бөтә Рәсәй «Минең шәхси көндәлегем» иншалар конкурсында еңә[15]

2018 йылда Ишембайҙың 12-се лицейы 5-7 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән «Китап уҡыусы ата-әсәләр — китап уҡыусы балалар» республика конкурсының лауреаты була.[16]

Лицейҙы тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылға уҡыу йортон 2,9 мең бала тамамлай. Улар араһында түбәндәгеләр бар:

Н. А. Новиков — Мәскәү ҡалаһының Арбитраж суды рәйесе (2017 йылдан).

Ә. Ф. Өмөтбаев — «Восход» гәзитенең баш мөхәррире.

Ю. А. Козлов — Зенит йәштәр футбол клубы уйынсыһы[17][18].

Мәҙәни объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылда лицей бинаһына Афғанстанда һәләк булған М. С. Таймасовҡа һәм А. А. Анофревҡа, Чечняла һәләк булған М. В. Филипчевҡа мемориаль таҡталар ҡуйыла.[19].

Матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәптә «САМОЕ ТО!» гәзите сығарыла. 2016 йылдың февралендә уның редакцияһы Бөтә Рәсәй Мәктәп матбуғаты конкурсы лауреаты исемен яулай.[20]

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баскетбол

2015 йылдан 12-се лицей даими рәүештә баскетбол буйынса «КЭС-БАСКЕТ» муниципаль ҡала этабы, шулай уҡ зона ярыштары призеры[21].

Шашкалар

Мәктәп командаһы Рәсәйҙең «Мөғжизәле шашкалар» мәктәп командалары ярышының муниципаль этабында[22] даими ҡатнаша[22]; республика кимәлендә призлы урындар яулай[23][23][24][24], Рәсәйҙең финал ярыштарында ла ҡатнаша.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ишимбайский лицей № 12//Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 265—266. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Лицей № 12 г. Ишимбая. — Уфа : Изд-во БИРО, 2000. — 87 с., [2] л. ил. : ил., табл.; 20 см. — (Библиотечка инноватики и технологизации образования. Сер. «Инновац. шк. — технология становления» / Башк. ин-т развития образования; Вып. 4).; ISBN 5-7159-0243-6

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://2gis.ru/sterlitamak/platform/7600507270988427?queryState=center%2F56.042247%2C53.456921%2Fzoom%2F17
  2. http://oprb.ru/data/28/3287/doc/ystav.docx 2018 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
  3. http://www.bashinform.ru/news/359010/
  4. http://www.bashinform.ru/news/358935/
  5. http://www.bashinform.ru/news/484700/
  6. 6,0 6,1 http://pravitelstvorb.ru/press_office/newsline/detail.php?ID=5542(недоступная ссылка)
  7. 7,0 7,1 http://sterlegrad.ru/newsrb/community/53391-v-bashkirii-nazvany-luchshie-uchitelya-2014-goda.html(недоступная ссылка)
  8. 8,0 8,1 http://proural.info/society/11999/(недоступная ссылка)
  9. 9,0 9,1 http://www.bashinform.ru/news/663832/
  10. 10,0 10,1 https://www.ufa.kp.ru/daily/26287.4/3164800/
  11. 11,0 11,1 http://ufa1.ru/text/newsline/847002.html
  12. http://tv-rb.ru/novosti/society/schoolgirl_from_petrozavodsk_will_go_to_moscow_to_get_passport/
  13. 13,0 13,1 https://gtrk.tv/novosti/48528-vladimir-putin-vruchil-pasport-shkolnice-bashkirii 2021 йылдың 2 март көнөндә архивланған.
  14. 14,0 14,1 https://regnum.ru/news/society/2290054.html
  15. http://voshod-news.ru/numbnews/4150-ishimbayskiy-licey-12-voshel-v-chislo-pilotnyh-shkol.html 2018 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
  16. http://voshod-news.ru/numbnews/7247-ishimbayskiy-licey-12-stal-laureatom-respublikanskogo-konkursa-chitayuschie-roditeli-chitayuschie-deti.html#sel=2:1,2:12 2018 йылдың 6 август көнөндә архивланған.
  17. http://voshod-news.ru/numbnews/1790-yuriy-kozlov-mechtayu-sygrat-za-osnovu-zenita.html 2018 йылдың 3 август көнөндә архивланған.
  18. https://rfpl.org/players/Kozlov-Yuriy
  19. Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 265—266. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  20. https://core.ac.uk/download/pdf/38174788.pdf 2017 йылдың 24 август көнөндә архивланған.
  21. https://gorobzor.ru/news/novosti-sporta/v-sterlitamake-i-dvuh-rayonah-bashkirii-zavershilis-etapy-ligi-kes-basket-17-01-2015
  22. 22,0 22,1 http://voshod-news.ru/numbnews/3583-v-ishimbae-vyyavili-silneyshie-shkolnye-komandy-shashistov.html 2018 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған.
  23. 23,0 23,1 https://sterlegrad.ru/newsrb/69881-v-baymake-zavershilos-pervenstvo-rb-po-shashkam-sredi-shkolnyh-komand-chudo-shashki.html
  24. 24,0 24,1 https://gorobzor.ru/news/novosti-sporta/shkolniki-iz-ishimbaya-zanyali-ves-pedestal-v-pervenstve-bashkirii-chudo-shashki-25-04-2015