1812 йылғы Ватан һуғышы музейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рецензияланған мәҡәлә
Тикшерелгән мәҡәлә
1812 йылғы Ватан һуғышы музейы
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы
Дәүләт
Рәсми сайт shm.ru/museum/mov/ (рус.)
Урынлашыу
Рәсем
Адрес Revolution Square, 2/3
Нигеҙләү датаһы 2012
Почта индексы 109012
Изображение интерьера
Менеджер/директор Алексей Константинович Левыкин[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

1812 йылғы Ватан һуғышы музейы — Мәскәүҙәге, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған музей. Элекке Ҡала думаһы бинаһы ихатаһында махсус төҙөлгән павильонда урынлашҡан. Дәүләт тарих музейының экспозиция майҙансығы булып тора. 2012 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллыҡ юбилейына бағышлап асыла. Экспозицияға 2000 ашыу предмет: шул ваҡыттағы ҡорал һәм униформа, архив документтары, һуғышта ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, миҙалдар һәм ордендар, декоратив-ҡулланма сәнғәт предметтары һәм әҙәби әҫәрҙәр инә[1][2]. Экспозицияның билдәле бер өлөшөн коплекслы мультимедиа системаһы алып тора.

Музей павильоны
Музей экспозицияһы фрагменты

Элгәргеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған тамамланған мемориалдарҙың береһе Бородино яланындағы монумент була. 1868 йылда хәйриәсе Эммануил Нарышкин Мәскәү идаралығына Фили ауылында хәрби совет йыйылған йортто тапшыра. Ағас йортта һөйләшеүҙәр алып барылған көндәрҙәге мемориаль предметтар һаҡланып ҡала, улар нигеҙендә бында 1880 йылда Кутузов музейы ойошторорға ҡарар ителә[3].

Шулай уҡ 1903 йылда Бородино станцияһы хеҙмәткәрҙәре вокзал бүлмәләренең береһендә «1812 йыл музейы» булдыра. Шул уҡ йылда яҡшы музей ойоштороу өсөн халыҡ инициативаһы менән аҡса йыйыла башлай. 1908 йылда Николай II ҡушыуы буйынса Мәскәүҙә 1812 йыл музейы төҙөлөшө буйынса Юғары раҫланған Махсус комитет ойошторорға ҡарар ителә. Был башланғыстың инициаторы Император Рус хәрби-тарихи йәмғиәттең ғәмәлдәге ағзаһы, генераль штаб полковнигы В. А. Афанасьев була, һуңынан ул комитет секретары була. Комитетты генерал В. Г. Глазов етәкләй. Уйланылғанды тормошҡа ашырыуҙы комитет «1812 йыл музейы ҡайҙа булыр» тигән брошюра сығарыуҙан башлай[4].

1909 йылға музей бинаһын төҙөүгә 200 мең һум самаһы аҡса йыйыла һәм иң яҡшы архитектура проектына конкурс иғлан ителә. И. И. Поздеев уны иҫке рус стилендә Ҡотҡарыусы Христос ҡорамы территорияһында төҙөргә тәҡдим итә, әммә властар, бина тарихи ансамблде боҙа, тип иҫәпләп, быға ҡаршы була[1].

Бина булмауға ҡарамаҫтан, музей коллекцияһы йыйылыуын дауам итә. Уны һаҡлауға генерал В. А. Петров тәғәйенләнә. Бирелгән урындарҙа музей әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеген алып бара. 1909 йылда һуғыш тарихы тураһында беренсе күргәҙмә ойошторола һәм ул Кремлдең Мәрәкәләр залында күрһәтелә[4][5]. 1912 йылда Тарих музейы ҡарамағында туғыҙ экспозиция залы асыла, уларҙа XIX быуат башындағы экспонаттар, ҡорал, Василий Верещагиндың картиналары серияһы, А. П. Бахрушин коллекцияһы, 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусыларҙың вариҫтары биргән әйберҙәр урын ала. Был залдар буласаҡ музейҙың нигеҙе булыр тип планлаштырыла[4][5].

Беренсе донъя һуғышы музей булдырыу планына ҡамасаулай һәм уны ойоштороу ваҡытлыса кисектерелә. 1919 йылда 1812 йыл музейы Музейҙар эштәре һәм сәнғәт һәм боронғо һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса бүлек ҡарамағына тапшырыла, ә 1921 йылдан Мәскәүҙә яңы булдырылған Хәрби-тарихи музейҙың ҡушымтаһына әйләнә. 1926 йылда Хәрби-тарихи музей бөтөрөлгәс, музей коллекцияһы Дәүләт тарих музейына тапшырыла[4][5].

Артабан да тарих музейы фондты 1812 йыл дәүеренә ҡараған материалдар менән тулыландырыуҙы туҡтатмай. XX йөҙ йыллыҡ дауамында төп экспозицияла беренсе Ватан һуғышы тарихы һәм тотош дәүер тураһында һөйләгән бүлектәр була, әммә экспонаттар музей биргән урындан күпкә күберәк була[2].

Музейҙы асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда Рәсәй Хөкүмәтенең 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған музей төҙөү тураһында ҡарары сыға. Уның концепцияһын Дәүләт Тарих музейы хеҙмәткәрҙәре: В. М. Безотосный, А. А. Смирнов, А. Д. Яновский, К. А. Мееров әҙерләй. Проект авторы Н. И. Языкова була[3]. Архитектор П. Андреевтың проекты буйынса, элекке Мәскәү ҡала думаһының техник ихатаһында металл конструкциялар менән ҡапланған ике этажлы павильон эшләнә. Күргәҙмә киңлегенең дөйөм майҙаны 1800 квадрат метр тәшкил итә[6]. Павильон колонналары ергә 12 метрға ҡағылған свайҙарҙа ултыра. Шулай итеп, бина тарих музейының стеналарына теймәй һәм Ҡыҙыл майҙандың тарихи ҡоролмаларына зыян килтермәй[7][8].

Музей тантаналы рәүештә 2012 йылдың 4 сентябрендә, 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуҙың 200 йыллығына ҡарата асыла. Тантанала Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Анатольевич Медведев ҡатнаша һәм почетлы ҡунаҡтар китабында беренселәрҙән булып тәьҫораттарын ҡалдыра[9].

Наполеондың ҡылысы

Экспозициялар Наполеон һуғыштары осоронда (1801—1815) Европаның хәрби-сәйәси ҡаршылығы тураһында һөйләй . Хронология буйынса төп темалар түбәндәгесә:

  • «Александр I менән Наполеон I:1801—1805 йылғы нейтралитет дипломатияһы»
  • «1806—1807 йылдарҙағы хәрби компаниялар»
  • «Рус-француз берлеге. Француз империяһының киңәйеүе»
  • «Һуғышҡа әҙерлек. 1809—1812»
  • «Һуғыштың башланғыс осоро: Немандан Смоленскиға тиклем»
  • «Бородино алышы»
  • «Бөйөк армия боронғо баш ҡалала. Мәскәүҙәге янғын (1812)»
  • «Дошманды Рәсәйҙән ҡыуыу»
  • «Триумфҡа юл. Сит ил походтары»
  • «Һуғыш тураһында хәтер»[6].

Музейға ингән ерҙә Генрих Семирадскийҙың 1930 йылдарҙа иҫке Ҡотҡарыусы Христос ҡорамын юҡ иткәнгә тиклем уны биҙәгән, стенаға эшләнгән «Святой благоверный великий князь Александр Невский принимает папского легата» тип аталған хеҙмәте тора[10].

Бигерәк тә ҡиммәтле экспонаттар араһында император Александр I әйберҙәре, уның 1812 йылдағы поход сиркәүе, Рәсәй полководецтарына бәйле предметтар, мәҫәлән, Изге Андрей Первозванный ордены лентаһы. Кенәз П. И. Багратион, уны тағып, Бородино алышында ҡатнаша һәм үлемесле яра ала. Экспозицияла император Наполеон I рус ҡоралы трофейына әйләнгән шәхси әйберҙәре, мәҫәлән, поход карауаты һәм йәшерен генә Рәсәйҙән ҡасҡан саналары, 1814 йылда Наполеон граф П. А. Шуваловҡа роялистарҙан ҡотҡарған өсөн бүләк иткән ҡылыс, шулай уҡ француз императорының 1815 йылда пруссактар Ватерлоо алышында ҡулға төшөргән наградалар коллекцияһы урын алған. Үҙенсәлекле экспонаттар араһында Наполеон ғәскәрҙәренең бер данала ғына һаҡланып ҡалған поход кухняһын айырып күрһәтергә мөмкин. Музей бүлектәренең береһендә В. В. Верещагиндың «Наполеон Рәсәйҙә» картиналар циклы ҡуйылған[11][12][13].

  1. 1 2 Музей Отечественной войны 1812 года. Культура.рф. Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  2. 1 2 Игошин, 2014
  3. 1 2 Музей Отечественной войны 1812 года. Культура.рф (архивная версия сайта). Дата обращения: 19 июль 2024.
  4. 1 2 3 4 Букреева, 2012
  5. 1 2 3 Петров, 2004
  6. 1 2 Музей Отечественной войны 1812 года. museum.ru. Дата обращения: 10 август 2018. Архивировано из оригинала 25 август 2018 года.
  7. Дмитрий Кайстро. Уникальный музей войны 1812 года покажет редчайшие экспонаты. Вести.ру (4 август 2012). Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  8. Мария Москвичева. Музей наполеоновского размаха. Московский комсомолец (4 сентябрь 2012). Дата обращения: 19 июль 2024.
  9. Медведев открыл в Москве Триумфальную арку и музей войны 1812 года. РИА Новости (4 сентябрь 2012). Дата обращения: 19 июль 2024.
  10. Первую запись в Музее Отечественной войны 1812 года оставил Медведев. Вести.ру (4 сентябрь 2012). Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  11. «Москва гид»: Музей Отечественной войны 1812 года. Москва 24. Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  12. Музей войны 1812 года откроется в Москве 4 сентября. РИА Новости (3 сентябрь 2012). Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  13. Дмитрий Медведев осмотрел экспозицию Музей войны 1812 года в Москве. Россия Культура (4 сентябрь 2012). Дата обращения: 27 июнь 2024. Архивировано 25 август 2018 года.
  • Букреева Е. М. Музей 1812 года // Отечественная война 1812 года и освободительный поход русской армии 1813–1814 годов. Энциклопедия. — М.: РОССПЭН, 2012. — Т. 2. — С. 531–533. — ISBN 978-5-8243-1682-7.
  • Игошин К.Г. Музей в Музее. Новый Музей Отечественной войны 1812 г. в Москве // От Таураге до Парижа: (к 200-летию Заграничных походов русской армии 1813–1814 гг.). — Калининград: Аксиос, 2014. — С. 88–93.
  • Петров Ф. А. Музей 1812 года // Отечественная война 1812 года. Энциклопедия.. — М.: РОССПЭН, 2004. — С. 485. — ISBN 5-8243-0324-X.

К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q649)