2-се гвардия кавалерия корпусы

2-се гвардия кавалерия корпусы — СССР Ҡораллы көстәре составындағы юғары тактик берләшмәһе (оператив-тактик берекмәһе).

Тарихы

Оборона Халыҡ Комиссариатының 1941 йылдың 26 ноябрендәге 342-се бойороғона ярашлы 3-сө кавалерия дивизияһы

1943 йылдың 20 мартында корпус составына 20-се кавалерия дивизияһы урынына 7-се кавалерия дивизияһы индерелә, ул 1943 йылдың апрелендә ҡыйратыла. 11943 йылдың 20 июненән алып кавалерия дивизияһы корпус составына ҡайтарыла[1]. 1945 йылдың йәйендә корпус составында булған 4-се гвардия кавалерия дивизяһы тарҡатыла.

1945 йылдың июнь башында 2-се гвардия кавалерия корпусына Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуы менән корпус яугирҙарын ҡотлау өсөн шәхсән Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков килә.

1945 йылдың 13 октябрендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 1/600-сы Директиваһына ярашлы 2 -се гвардия кавалерия корпусы 28-се гвардия механизацияланған дивизия итеп үҙгәртелә, уның составына элекке 3-сө, 4-се һәм 17-се гвардия кавалерия дивизиялары инә. .

1945 йылдың 8 ноябрендә Тильзит (хәҙер Калининград өлкәһе Советск ҡалаһы) ҡалаһында 2-се гвардия кавалерия корпусының һуңғы парады үткәрелә. Парад ипподромда үтә. Махсус хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы алдында Юғары Башкомандующийҙың 1-се урынбаҫары Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков парадты ҡабул итә.

28-се гвардия механизацияланған дивизия 2-се гвардия кавалерия корпусынан Померания почетлы исемен һәм Ҡыҙыл Байраҡ һәм Суворов ордендарын ҡабул итеп ала һәм 28-се гвардия Померания Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены механизацияланған дивизияһы тип исемләнә башлай. 1957 йылда 28-се гвардия Померания Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены механизацияланған дивизия тип үҙгәртелә.

Ғәмәлдәге армия составына ингән осорҙар

  • 26.11.1941 — 16.02.1942
  • 17.07.1942 — 23.01.1943
  • 12.02.1943 — 30.04.1943
  • 18.07.1943 — 09.05.1945

Тулы исеме

2-се гвардия кавалерия Померан Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены корпусы

Корпус составы

(1945 йылдың 1-се майына ҡарата)

[3]

Корпус өлөштәре:

  • 2-се айырым гвардия элемтә дивизионы
  • 191-сы айырым автотранспорт батальоны, 18.07.1943
  • 350-се ялан авторемонт базаһы, 28.05.1944
  • 256-сы кер йыуыу отряды, 17.07.1942
  • 257-се кер йыуыу отряды, 01.07.1944
  • 30-сы ялан автоикмәкозаводы, 18.07.1943
  • 90-сы Дәүләт банкының ялан кассаһы, 17.07.1942
  • 18-се хәрби-почта станцияһы, 17.07.1942

Корпус командованиеһы

Корпус командирҙары

командиры корпуса

Строевой часть буйынса корпус командиры урынбаҫарҙары

  • Куц Иван Федорович (1942 йылдың июненән)

Корпус хәрби комиссарҙары

1942 йыл аҙағынан— корпус командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары:

  • бригада комиссары Е. А. Щукин

Корпус штабы начальниктары

  • полковник Картавенко Андрей Маркович
  • полковник Мансуров Борис Владимирович

Сәйәси бүлек начальниктары

  • полк комиссары Дробиленко Тимофей Федорович

Батырлыҡ күрһәткән яугирҙар[4].[5]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында меңләгән корпус яугирҙары СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә, 42 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 17 кеше Дан орденының тулы кавалерҙары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Сайт "Танковый фронт.1939-1945.
  2. Приказ Верховного Главнокомандующего № 0263 от 12 августа 1944 года
  3. Боевой состав Советской Армии. Часть V.Министерство обороны СССР.Историко-архивный отдел Генерального штаба — М: Военное издательство,1990
  4. Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987;
  5. Кавалеры ордена Славы трех степеней. Краткий биографический словарь — М.: Военное издательство,2000.

Әҙәбиәт

  • Воскобойников Г. Л. Казачество и кавалерия в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. — Ростов-на-Дону: «Терра Принт», 2006.
  • Дорофеев А. А. «2-й гвардейский корпус в контрнастурении под Москвой». М. изд. тип. ВАФ 1971.
  • Исаев А. В. Антисуворов. Десять мифов Второй мировой. — М.: Эксмо, Яуза, 2004.
  • Плиев И. А. Дорогами войны. — М.: Книга, 1985
  • Сиджах Х. И. В вихре конных атак. Майкоп, 1993;