Сәрүәр

Сәрүәр йәки бохар селеге (урыҫ. Акация, лат. Acacia) ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) ғаиләһенә ҡараған ҙур ырыуҙарҙың береһе.

Башлыса Австралияла, Африкала, Мексикала һәм Азияла үҫә. Йыш ҡына Европа оранжереяһын һәм теплицаһын биҙәй Мәңге йәшел ағастар. 25 м тиклем бейеклеккә һәм 1,2 метрға тиклем диаметрлы ағастар йәки ҡыуаҡлыҡтар. Сәнскеләре булырға мөмкин. Йәш үҫемлектәрҙең ҡабығы ғәҙәттә йәшел, шыма, һуңыраҡ ныҡ ярғыслана, йәшел, һоро йәки көрән төҫтә була.

Тамыр системаһы ҡеүәтле, төп тамыры ныҡ үҫешкән һәм тупраҡтың өҫкө ҡатламында горизонталь йүнәлештә ныҡ тармаҡлана.

Таксономия

Сәрүәр ағасы ырыуы Ҡуҙаҡ сәскәлеләр тәртибе (Fabales). Ҡуҙаҡлылар ғаиләһе (Fabaceae) Мимозалар (Mimosoideae) кесе ғаиләһенең Acacieae трибаһына инә.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар