Airbus
Airbus SE | |
---|---|
| |
Тип | Societas Europaea |
Нигеҙләнгән | 1970 |
Нигеҙләүсе | Roger Béteille[d], Felix Kracht[d], Henri Ziegler[d] и Франц Йозеф Штраус[d] |
Уранлашыуы | Франция: Тулуза |
Төп фигуралар | Фабрис Брежье (главный управляющий) |
Тармаҡ | Авиастроение |
Продукция | Пассажирһар, йөк ташыу һәм хәрби-транспорт самолёттары |
Шәхси капитал | ▼ €3,65 млрд (2016 год)[1] |
Әйләнеш | ▲ €66,767 млрд (2017 год)[2] |
Операцион килем | ▲ €4,253 млрд (2017 год)[2] |
Килем | ▲ €2,873 млрд (2017 год)[2] |
Милке | ▲ €111,13 млрд (2016 год)[1] |
Хеҙмәткәрҙәр һаны | 129,442 (2017 год) |
Материнская компания | Airbus Group[d] |
Булендек компаниялар |
Airbus Military Airbus Executive and Private Aviation |
Сайт | www.airbus.com |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Airbus SE (Э́ирбас тип уҡыла[3], шулай уҡ — Э́бас[4]; французсса Эрбю́с[5]) — 1960-сы йылдарҙа Европаның бер нисә авиатөҙөүсе компаниялары берләшеү нәтижәһендә барлыҡҡа килгән донъялағы иң ҙур авиатөҙөүсе компанияларҙың береһе. Airbus исемле пассажир, йөк ташыусы һәм хәрби-транспорт самолёттарын төҙөй. Комапния «европа авиатөҙөүсеһе» тип һаналһа ла, юридик яҡтан ул Францияның Бланьяк (Тулуза ҡалаһы янындағы) юридик шәхестең милке һанала. 2001 йылда Франция закондары нигҙендә «S.A.S.» (франц. Société par Actions Simplifiée — ябайлаштырылған акционер йәмғиәт) тип үҙгәртелә.
Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Airbus компанияһында 50 меңгә яғын кеше эшләй. Етештереү ҡеүәте башлысы Францияла, Германияла, Бөйөк Британияла һәм Испанияла урынлашҡан. Продукцияны һуңғы йыйыу процессы компанияның Тулуза (Франция) һәм Гамбург (Германия) заводтарында башҡарыла.
2006 йылда завод 824 яңы лайнер эшләргә заказ ала. Заказдың дөйөм суммаһы $75,1 млрд.
Airbus-дың 2006 йылдағы төшөмө 26 млрд евро (2005 йылда — 23,5 млрд евро)[6]. До октября 2006 года 20 % акций принадлежало британской BAE Systems; этот пакет был выкуплен EADS за 2,75 млрд евро[7] тәшкил итә.
2007 йылда заказсыларға 453 самолёт эшләп бирә.
Boeing менән конкуренция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Boeing һәм Airbus донъялағы иң ҙур самолёт төҙөүсе компаниялар һәм үҙ-ара ярышыусы конкуренттар булып торалар. Airbus етештергән
- Boeing B-737 һәм Airbus A320. Уртаса һыйҙырылышлы һәм уртаса оҙонлоҡҡа осоусы самолёттар. Һәр береһенең үҙ модификацияһы бар. Һуңғы йылдарҙа А320 Boeing продукцияһына ҡарағанда күберәк һатыла[8][9].
2011 | 2010 | 2009 | 2008 | 2007 | 2006 | 2005 | 2004 | 2003 | 2002 | 2001 | 2000 | |
A320 | 421 | 401 | 402 | 386 | 367 | 339 | 289 | 233 | 232 | 236 | 257 | 241 |
B-737 | 372 | 376 | 372 | 290 | 330 | 302 | 212 | 202 | 173 | 223 | 299 | 281 |
1999 | 1998 | 1997 | 1996 | 1995 | 1994 | 1993 | 1992 | 1991 | 1990 | 1989 | 1988 | |
A320 | 222 | 168 | 127 | 72 | 56 | 64 | 71 | 111 | 119 | 58 | 58 | 16 |
B-737 | 320 | 281 | 135 | 76 | 89 | 121 | 152 | 218 | 215 | 174 | 146 | 165 |
- Boeing B-747 һәм Airbus A380. Һур һыйһырылышлы уртаса һәм йыраҡ оҙонлоҡҡа осоусы самолёттар. Ғәҙәттәгесә BoeingB-747 самолётын һатып алаусы Азия компаниялары Airbus A380 һатып алырға күсте. Хәҙерге көндә B-747 йылына 10 дана һатылһа, Airbus A380 йылына 60 дана пассажир лайнеры һата [10][11].
Продукция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Граждандар авиацияһы лайнерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1970-се йылдарҙы төҙөлгән ике двигателле Airbus A300 самолётынан моделдәр рәте башланып китә. Airbus A300 ҡыҫҡартылған варианты А310 исеме менән билдәле. Был самолет 90-сы йылдар башында Рәсәйҙәге беренсе иномарка була. А300 самолётының етешҙеһлеген иҫәпкә алып комания электродистанцион идара ителә торған А320 самолётын етештерә башлай. 1987 йылда беренсе осошон башҡарған А320 самолёты компанияға уңыш килтерә.
А320 уңышы менән ҡанатланған компания етәкселәре виалайнерҙар рәтен дауам итергә ҡарар итә. Шулай итеп ике двигателле А330 һәм дүрт двигателле А340 самолёттары барлыҡҡа килә. Сағыштырмаса ҡалыныраҡ, конструкция эффектлығын һәм эске яғыулыҡ күләмен арттырыусы ҡанаттар яңы самолёттарҙың айырмалы ү:енсәлеге була. Airbus A340-500 самолёттарының осош алыҫлығы 16 700 км була. Был ара 17 446 км-ға осҡан Boeing 777 самолётынан ҡалышып икенсе урында. Компания был уңышҡа маҡтанып өлгөрмәй. 2005 йылда А340 самолётына 11 генә заказ була, ә конкурент Boeing 777 самолётын 150дана һорайҙар. Нәтижәлә 2011 йылда компания был моделде етештереүҙе туҡтатыу тураһында иғлан итә.
CityAirbus[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2019 йылдың 11 мартында Airbus Ингольштадт (Германия) ҡалаһында CityAirbus тип аталған беренсе аэротаксиҙы һанай башлай[12].
Аэротакси – пилотһыҙ осоу аппаратына оҡшаған дүрт урынлы осоусы аппарат. Электр тартыу көсөндә эшләй. Киләсәктә, аэротакси ғәҙәттәге автомобиль таксиһенә алтернатива буласаҡ тип күҙаллана. Ҡалалағы тығында ваҡытында медиктарҙы һәләкәт урынына алып барырға уңыйлы буласаҡ
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Ҡалып:Cite av media
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:Cite av media
- ↑ airbus™ noun — Definition, pictures, pronunciation and usage notes | Oxford Advanced American Dictionary at OxfordLearnersDictionaries.com . Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ https://ru.forvo.com/word/airbus/#en
- ↑ https://ru.forvo.com/word/airbus/#fr
- ↑ Интервью: Том Эндерс, гендиректор Airbus // Ведомости, № 166 (1940), 5 сентября 2007
- ↑ Airbus обрел единоличного владельца, Известия (13 октябрь 2006). 22 декабрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Orders and Deliveries search page, Boeing. Retrieved 22 April, 2008.
- ↑ Orders & deliveries 2009 йылдың 7 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Airbus - Orders and Deliveries, Airbus S.A.S. (31 May 2008). 2009 йылдың 7 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Orders and Deliveries search page, Boeing. Retrieved 8 May, 2008.
- ↑ Airbus начал испытания аэротакси