BMW
Bayerisch Motoren Werke AG (BMW AG) — немец автомобиль компанияһы, донъяның иң ҙур автомобиль эшләүсеһе. Штаб-квартираһы Мюнхендә (Германия) урынлашҡан.
2023 йылда Forbes Global 2000 исемлегендә 46-сы[21] һәм Fortune Global 500 исемлегендә 57-се урын биләй[22]. Шулай уҡ компания «Донъяның иң яҡшы эш биреүселәре» (2023) һәм «Американың штаттар буйынса иң яҡшы эш биреүселәре» (2023) исемлектәрендә 9-сы урында тора[23].
2023 йылға ҡарата төрлө еңел һәм спорт автомобилдәре, юлһыҙ ерҙән дә йөрөй алған автомобилдәр һәм мотоциклдар сығарыуға махсуслаша. Компания тәү сиратта автомобилдәре менән билдәле булһа ла, уның тарихы авиация двигателдәре эшләүҙән башлана[24].
Логотибы
1917 йылдың 5 октябрендә компания фирма логотибы ала. Билдә Германияның Тауар билдәләренең империя исемлегендә теркәлә. Түңәрәк формаһында була, тышҡы ҡулсаһы ике алтын һыҙат менән ҡаймалана. Унда ла BMW аббревиатураһы яҙыла.
Ул ваҡытта тауар билдәләре тураһында ҡанун ғәмәлдә була һәм уға ярашлы, Баварияның дәүләт флагында булған аҡ һәм зәңгәр төҫтәр символикалағы эҙмә-эҙлектә ҡулланыла алмай, шунлыҡтан логотипта ул киреһенсә эшләнелә.
Логотипта 1929 йылда барлыҡҡа килгән пропеллер төшөрөлгәнлеге тураһындағы мифты компания оҙаҡ ваҡыт кире ҡағырға ла тырышмай, ә һуңынан иһә BMW-ның әйләнеп торған пропеллер өҫтөнә төшөрөлгән фирма билдәһе ҡуйылған рәсми мәҡәлә сыға[25].
Тарихы
Икенсе донъя һуғышына тиклем
1913 йылда Карл Рапп авиация дивгателдәре сығарылған Rapp Motorenwerke[24] компанияһын аса. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында уның төп заказсыһы император Франц-Иосиф армияһының генераль инспекторы Франц Йозеф Попп була. Попп Daimler-ҙың авиация двигателдәре конструкторы Макс Фрицты яллай.
Шул уҡ йылда самолеттар һәм авиация двигателдәре эшләүсе һәм сығарыусы Густав Отто үҙенең Otto-Flugzeugwerke фабрикаһын аса. Уның компанияһы даими күп һанлы производство һәм финанс ауырлыҡтары кисерә. Һөҙөмтәлә ул 1916 йылда тарҡатыла. 1917 йылдың июлендә Рапп үҙенең компанияһын ҡабаттан теркәй һәм уға яңы исем бирә, әммә һуңынан уны Bayerische Motoren Werke AG тип үҙгәртә[26].
Фриц етәкселегендә BMW IIIa авиация двигателе 1917 йылдың сентябрендә уңышлы эшләнә һәм ерҙәге һынауҙарҙы уңышлы үтә. Был мотор ҡуйылған самолёт 9760 метрға күтәрелеп, донъя рекорды ҡуя[24].
Беренсе донъя һуғышынан һуң авиация двигателдәрен эшләүҙе тыйыу компанияны яңы предприятие асырға мәжбүр итә. Тәү сиратта Knorr Bremse AG компнаияһы менән берлектә тимер юлы тормоздары эшләнелә һәм ремонтлана.
1920 йылдар башында компания мотоциклдар өсөн двигателдәр эшләү һәм сығара. 1923 йылда сығарылған R32 моледде беренсе мотоцикл яҫы ҡуш двигателдән тора. 1929 йылда Эрнст Хенне R32 мотоциклында сәғәтенә 279,5 километр үтеп, рекорд ҡуя. Ул 1937 йылға тиклем үҙгәрмәй[26].
1928 йылда компания Айзенахта Fahrzeugwerke Eisenach компанияһын ала һәм икенсе йылына уҡ BMW-ның беренсе люкс класлы Dixi автомобилен сығара. 1929 йылда Dixi тотош маршрутты биш көндә үтеп, Халыҡ-ара Альп раллийында еңә. 1929 йылдың июлендә Берлинда 6 цилиндрлы двигатель моделенә нигеҙләнгән һәм идара итеү, тиҙлекте кәметеү яҡшыртылған Dixi DA2 моделе күрһәтелә[24].
Икенсе донъя һуғышы
1933 йылда компания 525 ат көслө Hornet двигателен һәм спорт самолеттары өсөн ҙур булмаған двигателдәр эшләүгә лицензия ала. Һуңынан BMW Люфтвафф өсөн авиация двигателдәре эшләй башлай[27]. 300-сө моделдең 303-сө серияһы сығарыла башлай. Ул шундай уҡ моделдәр менән сағыштырғанда еңелерәк һәм 50 процентҡа ҡеүәтлерәк була. Артабан уның базаһында ике — 315-се һәм 319-сы спорт моделе сығарыла. 1936 йылда 326-сы модель һәм тотош тимерҙән торған 327-се модель сығарыла башлай, ә сентябрҙә Попп үҙ заманында иң шәп булған, 1938 йылғы Mille Miglia уҙышында еңгән 328-се моделде эшләй[28].
Һуңынан немец авиация һынау үҙәгенән Герман Эстрих етәкселегендә BMW беренсе реактив двигатель эшләп, сериялы сығара башлай. Цульсдорфта ҡыҫҡа ваҡытта двигатель эшләү һәм һынау заводы төҙөлә. 1941 йылда Германияға бик ныҡ кәрәкле авиация двигателдәрен сығарыуҙы арттырыу өсөн хөкүмәт еңел автомобилдәр эшләүҙе туҡтатырға күрһәтмә бирә. Бары тик инженерҙарҙың ҙур булмаған подразделениеһы ҡалдырыла. Компания менән 25 йыл етәкселек иткән Попп, был ҡарар менән килешмәйенсә, отставкаға китә . Уның урынына Фриц Хилл тәғәйенләнә[29]. Икенсе донъя һуғышы ахырында компания заводтарында бер нисә мең кеше эшләй, уларҙың яртыһы тиерлек хәрби әсирҙәр һәм концлагерҙар тотҡондары була[30].
Һуғыштан һуң
Һуғыш тамамланғас, барлыҡ заводтар һәм техник документация союздаш ғәскәрҙәр тарафынан конфискациялана, производство ҡеүәттәренең ҙур өлөшө һүтелә. Ҡоралланыу комплекттарын эшләү тулыһынса туҡтатылыуға бәйле 1945 йылдың йәйенән 1948 йыл һуңына тиклем компания тауарҙарҙың киң ассортиментын — кәстрүлдән алып төрлө запчастарға тиклем — сығара башлай[24].
Һөҙөмтәлә ҡасандыр ҡеүәтле сәнәғәт гиганты булған BMW, килеменең төп статьяһынан (авиация двигателдәре) мәхрүм ҡалып, ул ваҡыттағы башҡа немец етештереүселәре кеүек үк, бер нисә йыл дауамында төрлө ауырлыҡтар кисерә. Хәл-торошто 1948 йылдан һуң мотоциклдар һәм уларға двигателдәр эшләй башлауҙы тергеҙеү генә бер ни ҡәҙәр ҡотҡара.
Конверйҙан сыҡҡан беренсе модель R24 була, уны эшләү аҙаҡҡы бер нисә йылда һиҙелерлек арта[31]. Шул арҡала баварҙар яңы моделдәрҙе эшләүгә һәм сығарыуға аҡса ала. Һөҙөмтәлә компания килем килтермәгән, ә ҡайһы ваҡыт килемһеҙ авиадвигателдәр эшләүҙән тулыһынса баш тартып, Аллахтағы заводын һата[32].
1955 йылға тиклем еңел автомобилдәр сығарыуҙы тергеҙеү тейешле һөҙөмтә бирмәй. Барлыҡ моделдәр, мәҫәлән, 6 цилиндрлы 501 моделе һәм уның нигеҙендә эшләнгән башҡа моделдәргә әҙ генә яңылыҡ индерелә һәм улар ул ваҡыттағы немец автомобилсылары өсөн ҡиммәт була. Франкфурттағы мотор-шоуҙа (1955) Izzeta-ның һуғыштан һуңғы беренсе модель серияһы күрһәтелә.
Iso итальян компанияһы уны сығарыу идеяһын бирә, ә прототибын һәм кузовын немецтар һатып ала. Ул бер ишекле, өс тәгәрмәсле, мотоциклет двигателле һәм сәғәтенә 80 километр тиҙлеккә эйә машина менән мотоцикл араһындағы техника була[26].
Автомобилдәрҙе сериялап сығарыуҙың беренсе уңышы 1959 йылда 700-сө модель менән килә. 1965 йылға сауҙа күләме 18000 берәмеккә етә һәм автомобиль һуғыштан һуңғы йылдарҙа беренсе оҙайлы мөҙҙәтле уңыш булып тора. 60-сы йылдар һуңына компания күп һанлы көрсөктән сығып,144 788 автомобиль һатып, рекорд ҡуя, ә сауҙа әйләнеше миллиард ярым маркаға барып баҫа[24].
1970 йылдар компанияның үҙгәртеп ҡороуҙар һәм ҙур үҫеш осоро була. Мотоциклдар эшләү тулыһынса күсерелә, завод киңәйтелә һәм яңылары асыла, шул иҫәптән Европа илдәрендә лә, АҠШ-та ла. BMW Формула-2[33] һәм Формула-1[34] командаларын үҙенең уҙыш моторҙары менән тәьмин итә башлай. Ҙур тәжрибәгә һәм ҙур һанлы яңы эшләмәләргә эйә компания тиҙ арала лидерлыҡҡа сыға. 80-се йылдарҙан башлап артабан үҫешә, бер нисә яңы завод аса, ә сауҙа күләме автомобилдәрҙең ҡиммәтле моделдәренә һорау артыу менән бергә үҫә[35].
1994 йылда, Азия илдәренең автомобилдәр эшләүселәренең (тәү сиратта — Японияның) экспансияһы көсәйеүенә һәм АҠШ-та һатыу күләменең кәмеүенә бәйле, компания, позицияларын нығытырға һәм юлһыҙ ерҙән йөрөүсе автомобилдәр баҙарына сығырға тырышып, Британияның Rover Group Ltd компнаияһын һатып ала. Әммә 2000 тиклем яңы бүлексә бары тик ҙур зыян ғына килтерә. Һөҙөмтәлә Rover Cars 15 долларға һатыла. Компания активында бары тик Mini брендына ғына хоҡуҡ ҡала[36].
2003 йылда компания тарихында ике ҙур ваҡиға була: концерн Rolls-Royce люкс брендын һатып ала һәм Шэньянда (Ляонин) Brilliance China Automotive Ҡытай холдингы менән берлектә BMW Brilliance Automotive предприятиеһын аса. Әлеге ваҡытта ул өс эре заводты үҙ эсенә ала[37].
Милекселәре һәм етәкселеге
1959 йылда Герберт Квандт компанияны банкротлыҡтан ҡотҡарғандан һуң BMW-ның иң ҙур акционерҙары булыпКвандтар ғаиләһе тора[38]: Штефан Квандт (25,8 % акция) һәм Сусанна Ханна Урсула Клаттен (20,9 % акция). Ирекле әйләнештә булған акциялар өлөшө — 50,7 %[39].
2019 йылдан идара рәйесе — Оливер Ципсе[40].
Баш дизайнер — Йозеф Кабан[41].
Производство
По состоянию на первую половину 2023 йылдың беренсе яртыһына ҡарата концерндың төп бренды булып BMW тора һәм ул йылына 1 071 326 дана сығарыла, икенсе урынла Mini (140 357) һәм люкс серияһынан Rolls-Royce (3181). Сауҙа баҙары: Ҡытай, АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция һәм Корея .
Килемдең төп статьялары:
· Автомобилдәр эшләү һәм һатыу;
· Мотоциклдар эшләү һәм һатыу;
· Лизинг һәм кредит биреү[42].
Экология
Күп һанлы презентациялары һәм рекламаларында компания экологияға һәм атмосфераға зыянлы ташлантыларҙы сығарыуҙы ҡыҫҡартыуға ҙур иғтибар биреүен белдерһә лә, бер нисә концерн менән бергә (Daimler һәм Volkswagen) BMW-ла зыянлы ташлантыларҙы сығарыҙы ҡыҫҡартыу мөмкинлеген биргән таҙартыу технологияһын йәшерә. 2021 йылда экологияға килтергән зыян өсөн компаниянан 373 миллион евро компенсация түләтергә ҡарар ителә[43].
Шул уҡ 2021 йылда Deutsche Umwelthilfe үҙенә 2021 йылға климатты һаҡлауҙы тәьмин итеүҙе һәм 2030 йылға эске яныу двигателдәрен ҡулланыуҙы туҡтатыу йөкләмәһен алырға тейеш булған компанияға климат буйынса 2015 йылғы Париж килешеүен һәм ГФР ҡануниәтен үтәүҙән баш тартҡаны өсөн дәғүә белдерә[44].
Суд дәғүәһе
2024 йылдың июнендә АҠШ ҡуланыусылары 2017—2023 йылдарҙа сығарылған 330i, 340i, M440i, M550i, 750i, X1, X3, X4, X5, X6 һәм X7 моделдәренең түбәһенә акула йөҙгөсө рәүешендә ҡуйылған антенна конструкцияһының сифатына бәйле компанияға 5 миллион долларға коллектив дәғүә белдерә. Дәғүәлә антенналар аша салонға һыу инеүе, һөҙөмтәлә, коррозияға, электр ҡорамалдарының һәм салондың боҙолоуына килтереүе белдерелә[45].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- BMW автомобилдәре
- BMW музейы
- Автоспортта BMW
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://cuicar.com/partners/campus-partners/#
- ↑ 1 2 3 4 годовой отчёт — 2023.
- ↑ 1 2 https://web.archive.org/web/20200319063559/https://annualreport.bmwgroup.com/2019/build/dl/en/BMW-GB19_EN_Annual_Report.pdf
- ↑ https://www.vbw-bayern.de/vbw/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.jsp
- ↑ https://bildungspakt-bayern.de/stifter/
- ↑ https://www.wi-fi.org/membership/member-companies
- ↑ https://www.dvr.de/ueber-uns/mitglieder/
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 Bundestag Lobby Register
- ↑ BMW’s new CEO brings steeliness to chart electric-car course (ингл.) — The Detroit News, 2019.
- ↑ 1 2 3 Bayerische Motoren Werke AG // 20th Century Press Archives — 1908.
- ↑ Nuremberg Trials Project — 2016.
- ↑ https://www.bmwgroup.com/en/general/imprint.html
- ↑ BMW change de patron sur fond de ventes et de profits record (фр.) — Les Échos, 2015.
- ↑ BMW South Africa // 20th Century Press Archives — 1908.
- ↑ BMW-Flugmotorenbau GmbH // 20th Century Press Archives — 1908.
- ↑ 1 2 3 https://portal.mvp.bafin.de/database/AnteileInfo/aktiengesellschaft.do?cmd=zeigeAktiengesellschaft&id=40000924#
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=160.46.0.0+-+160.46.255.255&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=160.47.0.0+-+160.47.255.255&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=160.48.0.0+-+160.48.255.255&type=inetnum
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=160.49.0.0+-+160.49.255.255&type=inetnum
- ↑ BMW Group (ингл.). Forbes. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Global 500 BMW Group (ингл.). Fortune (8 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ RACHEL RABKIN PEACHMAN. World’s Best Employers (ингл.). Forbes (10 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 History of Bayerische Motoren Werke AG – FundingUniverse (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ What does the BMW logo mean? (ингл.). BMW AG (3 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 История BMW AG. BMW Style. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Алена Ядвичук. Стремительный взлёт и падение главной компании XX века: удивительная история концерна BMW (23 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Андрей Голубев. BMW-328 – спортсмен, заложивший фундамент всем последующим BMW (22 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ История бренда и компании BMW Архетипический и смысловой анализ Бренда сквозь ХХ век. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Состояние владельцев BMW взращено СС на костях узников фашистских концлагерей. Аргументы недели (29 сентябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Benjamin Smith. Remembering the 1949 BMW R24 (7 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Lewis Jackson. История BMW (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ История BMW в автоспорте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ BMW в Формуле-1. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 6 BMW 80-х годов, изменивших ход истории развития марки (7 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ BMW продала Rover за 10 английских фунтов (9 май 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Victoria Waldersee. BMW pays $4.2 bln to take control of Chinese JV (ингл.) (11 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Квандтовая механика. Коммерсант (5 июль 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ BMW shares (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2023.
- ↑ Гендиректором BMW стал Оливер Ципсе. Коммерсант (19 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Геннадий Анисимов. BMW обновила команду дизайнеров (9 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ BMW Half-Year 2023 Report (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Volkswagen и BMW наказали за загрязнение планеты. LENTA.RU (8 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ В ФРГ экологи подали в суд на BMW и Mercedes-Benz. ТАСС (21 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Матвей Крылов. На BMW подали в суд на 5 млн долларов из-за детали за 92 доллара. Авто.mail.ru (25 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2024.
Әҙәбиәт
- Pierer, Christian. Die Bayerischen Motoren Werke bis 1933: Eine Unternehmensgründung in Krieg, Inflation und Weltwirtschaftskrise. — München: Oldenbourg Verlag, 2011. — 270 s. — ISBN 978-3-486-70400-6.
- Werner, Constanze. Kriegswirtschaft und Zwangsarbeit bei BMW: Im Auftrag von MTU Aero Engines und BMW Group. — München: Oldenbourg Verlag, 2006. — 457 s. — ISBN 3-486-57792-1.
- Льюин Т. BMW. Полная книга. Все модели с 1950 года / Тони Льюин. — Пер. с англ. К. Ткаченко. — М.: «Издательство ФАИР», 2008. — 384 с.: ил. Научный редактор: С. В. Канунников, руководитель отдела испытаний науки и техники журнала «За рулем». ISBN 978-5-8183-1358-0 (рус.) ISBN 0-7603-1951-0 (инг.)
- The history of the BMW Group: 100 years of fascination for mobility (инг.). — Munich: BMW Media-information, 2016. — March. — P. 41. Архивировано 7 февраль 2019 года.
Һылтанмалар
- bmw.com (нем.) — BMW рәсми сайты (инг.)
- Официальный сайт в России
- YouTube сайтында "W.C.E - BMW Evolution (1929 - 2018)"