Bitcoin Foundation
Bitcoin Foundation | |
---|---|
Фолловерҙар һаны | 340 795 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Нигеҙләү датаһы | 2012 |
SEO_index | noindex |
Тармаҡ | Интернет и финансовые услуги[d] |
![]() | |
Рәсми сайт | bitcoinfoundation.org |
Bitcoin Foundation — АҠШ-тың Эске килемдәр хеҙмәте тарафынан Сиэтлда хәйриә фонды булараҡ теркәлгән ойошма (йәғни ағзалыҡ взностары хәйриә иғәнәһе итеп түгел, ә бизнес өсөн сығымдар тип иҫәпкә алына). Фонд 2012 йылдың сентябрендә асыла, уставында «Bitcoin криптографик средстволарын стандартлаштырыу, һаҡлау һәм бөтә донъя халҡы мәнфәғәтендә ҡулланыуҙы дәртләндереү» маҡсаты ҡуйыла[1]. Фондтың ойошторолоу моделе Linux Foundation'дыҡына оҡшаш һәм башлыса Bitcoin технологияһына бәйле компанияларҙың гранттары иҫәбенә финанслана[2].
Ойошманың булышлыҡ күрһәтеү хеҙмәтенең адресы итеп Bank of America бинаһы (Washington, D.C. 700 13th Street NW, Suite 600 Washington, DC 20005 USA) аталған[3].
Ойоштороу документацияһына ярашлы, Гэвин Андресен, Чарльз Шрем, Марк Карпелис, Питер Весснес, Роджер Вер һәм Патрик Мёрк фондты ойоштороусылар булып тора.
Bitcoin'дың баш эшкәртмәсеһе Гэвин Андресен «баш ғилми белгес» (ингл. chief scientist) статусына эйә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Matonis, Jon Bitcoin Foundation Launches To Drive Bitcoin's Advancement . Forbes.
- ↑ Bustillos, Maria The Bitcoin Boom . The New Yorker (2 апрель 2013). Дата обращения: 30 декабрь 2013.
- ↑ Bitcoin Foundation^ contact 2015 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Официальный веб-сайт (инг.)