Ceres
Был мәҡәлә башҡорт теленә тулыһынса тәржемә ителмәгән. |
Ceres | |
---|---|
Тип | коммерциялы булмаған ойошма |
Нигеҙләү йылы | 1989 |
Нигеҙләүселәр | Джоан Бавария |
Урыны | Бостон, Массачусетс, АҠШ |
Эшмәкәрлек өлкәһе | тирә-яҡтың тотороҡлоғо, юридик уңайлыҡтар |
Слоган | Mobilizing investor and business leadership to build a thriving, sustainable global economy |
Веб-сайт | ceres.org |
Ceres (Церера) — Бостон ҡалаһында урынлашҡан коммерциялы булмаған хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы. 1989 йылда Джоан Бавария был ойошмаға нигеҙ һала. Ойошманың төп маҡсаты — сәскә атҡан һәм экологик яҡтан тотороҡло донъя экономикаһын булдырыр өсөн инвесторҙарҙың һәм эшсе берләшмәләрҙең мобилизацияһы. «Ceres» ойошмаһының эшселәре эш мөнәсәбәттәренең экологик практикаһын ҡабул итеүҙәрен тиҙәйтеү өсөн тарҡау һәм ҡыҙыҡһынған яҡтарҙы (тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендәге инвесторҙар, компаниялар һәм йәмәғәт төркөмдәре) берләштереү, яңынан эшкәртелә торған энергия сфераһында программаларҙы алға этәрә, климаттың үҙгәреүе һәм глобаль йылытыу тураһында отчёттар эшләй[1][2].
Шулай уҡ «Ceres» углерод сығарып ташлауҙы кәметер һәм экологик таҙа энергетиканы ҙурайтыр өсөн компанияларға, сәнәғәт тармаҡтарына һәм регуляторҙарға баҫым яһай. 1997 йылда Ceres компанияһы эшләгән «Global Reporting Initiative» (GRI) программаһы компанияларға социаль һәм экологик йоғонто яһауҙа халыҡ-ара корпоратив стандарт була. Бизнестың климаттың үҙгәреүенә йоғонто яһай тигән мәғлүмәттең таралыуы арҡаһында Ceres климатик ҡыйыулыҡтар компанияның билдәһенең айырып алғыһыҙ өлөшө булырға тейеш икәнәне өлгәшә[3][4][5][6][7].
2006 йылда Ceres социаль эшҡыуарлыҡ өсөн Сколл фондынан премия ала. 2007 йылда «Directorship» журналы «Ceres» ойошмаһын корпоратив етәкләүҙә 100 иң йоғонто яһай торған уйынсылар исменә керетә. 2008 йылда «Fast Company» журналынан «Social Capitalist Awards» наградаһын ала[8]. -->
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1989 йылда был ойошма барлыҡҡа килә, шул саҡ «Trillium Asset Management» финанс компанияһының президенты Джоан Бавария корпоратив эколог ысулдарын үҙгәртеү маҡсаты менән алда барған тирә-яҡтың һаҡсылары менән килешеү төҙөйҙәр. Ул ойшманы Coalition for Environmentally Responsible Economies йәки Ceres (Церера исемле уңыш һәм уңдырышлыҡ әлиһәһенә бағышлай). Эксон Валдез танкерындағы нефть түгелеү катострофаһынан һуң Ceres «Вальдез принциптарын» эшләп сығара (аҙаҡтан ул "Ceres принциптары"на үҙгәртелә) — корпоратив экологик тәртиптең 10 пунктынан торған кодекс.
1993 йылда, оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, «Sunoco» америка нефть корпорацияһы — «Fortune 500» исемлегенән булған «Ceres принциптары» буйынса эшләгән тәүге компнаия була. Шунан һуң унлап корпорациялар «Ceres принциптарын» ҡабул итәләр, улар араһында «Fortune 500» исемлегендә булған ундан артыҡ компания бар, улар Ceres кодексына эквивалент булған үҙ экологик принциптарын эшләп сығаралар[9].
2003 йылда Ceres дөйөм активтары 10,7 триллион долларға тиң булған йөҙҙән артыҡ инвесторҙарҙы берләштергән «Investor Network on Climate Risk» ойошманы ойоштора. Был селтәр контролһеҙ булған климаттың үҙгәреүен туҡтатыр өсөн һәм парник газдарының сығарып ташлауҙарын әҙәйтер өсөн үҙ йоғонто яһай торған рычагы менән ҡуллана[8][10]. В 2008 году Ceres создала коалицию компаний Business for Innovative Climate and Energy Policy[11].
Ceres принциптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биосфераны һаҡлау
- Тәбиғи байлыҡтарҙы ҡәҙерләп тотоноу
- Ҡалдыҡтар һанын ҡыҫҡартыу утилләштерү
- Энергияны һаҡлау
- Ҡурҡыныс хәүефтәрҙе әҙәйтеү
- Хәүефһеҙ булған продукттар һәм уңайлыҡтар
- Тирә-яҡты тергеҙеү
- Йәмәғәтте мәғлүмәт менән тәьмин итеү
- Етәкләү йөкләмәләре
- Аудиттар и отчеттар[12]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Coalition for Environmentally Responsible Economies (CERES) (ингл.). Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Ceres – Investors for a Clean Renewable Future (ингл.). Green Energy Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2014 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Investing in sustainability (ингл.). Khaleej Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2014 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ceres Investor Summit Gets Great Press Coverage (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Global Reporting Initiative (ингл.). Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Study Says U.S. Companies Lag on Global Warming (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Global Warming Subject for Directors At Big Companies (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 22 май 2015. 2016 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Ceres (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 22 май 2015. 2009 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ The Ceres Principles (ингл.). Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Investor Network on Climate Risk (INCR) (ингл.). Ceres. Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Business for Innovative Climate and Energy Policy (ингл.). Дата обращения: 22 май 2015.
- ↑ Ceres Coalition and Principles (ингл.). International Institute for Environment and Development. Дата обращения: 22 май 2015. 2016 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.