Le Monde

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Le Monde
Изображение логотипа
Файл:EmbeTattoohand1968.jpg
Оригиналь
атамаһы
франц. Le Monde[1]
Тип көндәлек гәзит
Форматы Берлинер[d]
Нәшер итеүсе Societe Editrice Du Monde[d]
Ил
Мөхәррир Jérôme Fenoglio[d]
Баш мөхәррир Q3292217?
Нигеҙләү датаһы 18 декабрь 1944
Политическая принадлежность һул урталыҡ (центризм)[d]
Теле Француз теле[1]
Периодичность 1 тәүлек
Төп офисы
Тиражы 364 240 дана (2014)
ISSN 0395-2037, 1284-1250 и 2262-4694
Наградалары
Веб-сайты lemonde.fr
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Монд (франц. Le Monde, фр. теленән «донъя») — социаль-либераль ҡарашлы француз көндәлек киске гәзите.


Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылда Шарль де Голль ҡарарына ярашлы Юбер Бёв-Мери тарафынан Монд гәзитенә нигеҙ һалына[2]. Гәзиттең тәүге һаны 1944 йылдың 19 декабрендә донъя күрә. 1995 йылдың 19 декабрендә гәзитте интернетта онлайн рәүештә уҡыу мөмкинлеге асыла.

Хужалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылға тиклем баҫманың иң ҙур акционеры (акцияларҙың 53 %) гәзиттең журналистары штаты булған. Ҡалған акцияларҙы Danone һәм BNP Paribas компаниялары һәм француз магнат Франсуа Пино үҙ-ара бүлешкән. 2010 йыл аҙағында банкрот хәлендә ҡалған гәзит акцияларының 64 %-ын Ксавье Ньель, Матье Пига һәм Пьер Берже $150 млн хаҡҡа һатып алалар. Яңы хужалары компанияла реструктуризация башҡарып, аҙаҡҡы ун йыл эсендә Le Monde тәүге тапҡыр килемле эшләй башлауына ирешә.

Директорҙар советы етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юбер Бёв-Мери (Hubert Beuve-Méry), 1944—1969
  • Жак Фове (Jacques Fauvet), 1969—1981
  • Клод Жюльен (Claude Julien), 1981—1982
  • Андре Лоран (André Laurens), 1982—1985
  • Андре Фонтен (André Fontaine), 1985—1991
  • Жак Лесурн (Jacques Lesourne), 1991—1994
  • Жан-Мари Коломбани (Jean-Marie Colombani), 1994—2007
  • Пьер Жанте (Pierre Jeantet), 2007—2008
  • Эрик Фотторино (Éric Fottorino), 2008—2011
  • Эрик Израэлевич (Erik Izraelewicz), 2011—2012 [3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 0395-2037
  2. Thogmartin Clyde. The Golden Age and the War Years // The National Daily Press of France. — Summa Publications, Inc, 1998. — P. 113. — ISBN 1-883479-20-7.
  3. Erik Izraelewicz succède à Eric Fottorino au poste de directeur du "Monde" (фр.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]