NGC 1

NGC 1 — Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан Sbc морфологик тибындағы аралаш спираль галактика. NGC 1 галактикаһын немец астрономы Генрих Луи Д’Арре 1861 йылда асҡан.[5]

Күҙәтеүҙәр тарихы

NGC 1 галактикаһын беренсе тапҡыр Генрих Д’Арре 1861 йылдың 30 сентябрендә Копенгаген обсерваторияһының 11 дюймлы рефрактор телескобын һынап ҡараған саҡта күҙәтә. Ул үҙенең асышын «көсһөҙ, бәләкәй, түңәрәк, 11-се һәм 14-се йондоҙ дәүмәле араһында» (төньяҡ һәм көньяҡта) тип һүрәтләй. Шулай уҡ NGC 1 галактикаһын Герман Шульц 1866 һәм 1868 йылдарҙа Уппсала обсерваторияһында 9,6 дюймлы рефрактор телескобы ярҙамында өс тапҡыр күҙәтә.[6]

Беренсе күҙәтеүселәр күпкә көсһөҙөрәк булғанлыҡтан NGC 2 галактикаһына иғтибар итмәй. Тәү ҡарашҡа, NGC 1 һәм NGK 2 бер-береһенә бик яҡын күренһә лә, ысынында был ике йыһан объекты алыҫ урынлашҡан һәм үҙ-ара бәйләнмәгән. Тәүге тапҡыр NGC 2 галактикаһын NGC 1 юлдашы булараҡ Лоуренсом Парсонс күҙәтә.[5]

Ҡылыҡһырламаһы

NGC 1 диаметры яҡынса 140 000 яҡтылыҡ йылы тәшкил итә, тип баһалана[5]. Был яҡынса беҙҙең Ҡош Юлы галактикаһының ҙурлығына тап килә. Ҡош юлының диаметры яҡынса 160 000 яҡтылыҡ йылы тип иҫәпләнә.[7] NGC 1 галактикаһының кимәлендәге йондоҙ дәүмәле 13,65 уны ябай күҙ менән күрергә мөмкинлек бирмәһә лә, уның абсолют дәүмәле 22,08 беҙҙең Ҡош юлы галактикаһынан ике-өс тапҡырға сағыуыраҡ итә. NGC 1 галактикаһы иң яҡын ҙур күршеһе, киңлеге 80 000 яҡтылыҡ йылы булған UGC 69 галактикаһынан 4,0 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлыҡта урынлашҡан.

NGC 1 галактикаһының күренгән ҙурлығы 1,6 × 1,2'.[8] Хаббл эҙмә-эҙлелеген һәм Де Вокулер системаһын киңәйтеү сифатында файҙаланып, NGC 1 көсһөҙ ядролы һәм еңелсә бөгөлгән еңле спиралле Sbc класы галактика тип классификациялана. Галактика үҙәгенең диаметры 90 000 яҡтылыҡ йылы ғына булһа ла, унан көнсығышҡа табан ҙур диффуз ҡулы һуҙыла.

Ҡыҙыл тайпылыштан яҡынса 0,015177 һәм 4450 км/с алыҫлыҡ тиҙлегенән сығып,[8] галактиканың Ҡояш системаһынан алыҫлығын Хаббл законы ярҙамында иҫәпләргә мөмкин. Күҙәтеүҙәрҙең ағымдағы мәғлүмәттәрен файҙаланып иҫәпләгәндә, NGC 1 галактикаһы Ер шарынынан яҡынса 210 × 215 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Был һандар ҡыҙыл тайпылышҡа бәйле булмаған алыҫлыҡ баһалары (175-245 миллион яҡтылыҡ йылы) менән яҡын тап килә. Галактиканың алыҫлашыу тиҙлегенең кире үлсәме 2215 км/с булғанда NGC 1 галактиканы Ерҙән ни бары 100 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлығында булыр ине. Әммә һуңғы фаразды күпселек астрономдар ышанысһыҙ һәм галактика өсөн дөрөҫ баһаланмған тип иҫәпләй.[5]

Астрономик каталогтарға индереү

NGC 1 галактика Дөйөм каталогта беренсе объект булараҡ теркәлгәнлектән, ул шулай уҡ Яңы дөйөм каталогҡа беренсе объект итеп индерелгән.[8]

NGK 1 галактикаһы шулай уҡ Упсаланың Дөйөм каталогына (UGC 57) һәм Төп галактикалар каталогына (PGC 564) индерелгән. [1]

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. SIMBAD Astronomical Database
  2. García-Benito R., Zibetti S., Sánchez S. F., Husemann B., de Amorim A. L., Castillo-Morales A., Fernandes R. C., Ellis S. C., Falcón-Barroso J., Galbany L. et al. CALIFA, the Calar Alto Legacy Integral Field Area survey (ингл.) // Astronomy and Astrophysics / T. ForveilleEDP Sciences, 2015. — Vol. 576. — P. 135–135. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846doi:10.1051/0004-6361/201425080arXiv:1409.8302
  3. Tully R. B., Courtois H. M., Sorce J. G. Cosmicflows-3 (ингл.) // The Astronomical Journal / J. G. III, E. Vishniac — New York City: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2016. — Vol. 152, Iss. 2. — P. 50. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.3847/0004-6256/152/2/50arXiv:1605.01765
  4. Saintonge A., Giovanelli R., Haynes M. P., Hoffman G. L., Kent B. R., Martin A. M., Stierwalt S., Brosch N. The Arecibo Legacy Fast Alfa Survey. V. The H I source catalog of the Anti-Virgo region at {delta} = +27{deg} (ингл.) // The Astronomical Journal / J. G. III, E. Vishniac — New York City: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2008. — Vol. 135, Iss. 2. — P. 588–604. — ISSN 0004-6256; 1538-3881doi:10.1088/0004-6256/135/2/588arXiv:0711.0545
  5. 1 2 3 4 New General Catalog Objects: NGC 1 - 49 (билдәһеҙ). cseligman.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2017.
  6. www.astronomy-mall.com/Adventures.In.Deep.Space/NGC%201-7840%20complete.htm. Astronomy Mall.
  7. Size of the Milky Way Upgraded, Solving Galaxy Puzzle, Space.com.
  8. 1 2 3 NASA/IPAC Extragalactic Database. Results for NGC 0001. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2006.

Тема буйынса өҫтәмә