NITron

Викидата элементы тултырылмаған

NITron (ысын исеме — Кандыков Максим Александрович; 5 сентябрь 2009, Чара) — рәсәй рэп-музыкант[1][2]. Яһалма интеллект ярҙамында Пермь тураһында йыр яҙған.

Биографияһы

Максим 2009 йылдың 5 сентябрендә Байкал Аръяғы крайының Чара ауылында тыуған[3][1].

Әлеге ваҡытта Яңы Чара ҡасабаһында йәшәй. Уның атаһы фотограф була, әсәһе бер ҡайҙа ла эшләмәй. Тәрбиә менән башлыса өләсәһе шөғөлләнә[3][1]. Карьераһының башы тип 2018 йылды иҫәпләй, Ул Likee платформаһында теркәлә һәм беренсе айҙа уҡ 6 меңдән ашыу яҙылыусы йыя. Оҙаҡ ваҡыт үҙен эҙләй, төрлө контент баҫтыра, 2020 йылда социаль селтәрҙәрҙә популяр булған тәүге йырын яҙа[3][1].

Иҫкәрмәләр