Tamweelcom

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom)
Тип бизнес
Нигеҙләнгән 1999
Урынлашыуы Амман (Иордания)
Төп фигуралар Зияд Аль Рифей (ингл. Ziad Al Refai)
Тармаҡ Микрокредитлау
Сайт tamweelcom.org

Jordan Micro Credit Company  — Иорданияла Tamweelcom сауҙа маркаһы аҫтында эшләүсе шәхси микрофинанслау компанияһы, төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә микрокредиттар биреүҙә махсуслаша[1][2].

Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) 1999 йылдың 20 июнендә башта коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ нигеҙләнә[1], артабан король ғаиләһе милкенә ҡараған Noor Al-Hussein Foundation яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булараҡ теркәлә һәм король ғаиләһе тарафынан финанслана[3][4]. Иордания короле ғаиләһенән тыш инвестициялар грант рәүешендә АҠШ Халыҡ-ара үҫеш агентлығынан (USAID), кредит рәүешендә урындағы һәм халыҡ-ара сығанаҡтарҙан[3], шул иҫәптән Халыҡ-ара финанс корпорацияһынан килә[5].

Tamweelcom һүҙе ғәрәп теленән «һиинең финансың» тип тәржемә ителә[2].

Компанияның штаб-фатиры Амманда(Иордания) урынлашҡан[1].

Jordan Micro Credit Company'ҙың башҡарма директоры 2006 йылдан алып Зияд әл Рефаи (ингл. Ziad Al Refai)[1][6].

Tamweelcom өйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йә лицензияланмай торған ҙур булмаған проекттарҙы алып барған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмдәренә заемдар бирә[1].

Компания шулай уҡ пенсияға сыҡҡан хәрбиҙәргә һәм дәүләт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ күрһәтә[1].

Кредит алыусының мәрхүм булыуы йә инвалидлыҡ алыуы осрағына микростраховкалау тормошҡа ашырыла[1].

Компания шулай уҡ финанстарға ҡарамаған хеҙмәттәр ҙә күрһәтә — эшҡыуарлыҡ селтәрҙәре һәм клиенттары өсөн тауар йәрминкәләре ойоштора[1].

Коммерция эшмәкәрлегенән тыш компания уҡыуға гранттар бирә, түләүһеҙ медицина консультациялары үткәрә һәм кәрәкле дарыу препараттары тәҡдим итә[1]. Эш шарттарын яҡшыртыу буйынса программаларҙы, шулай уҡ комплекслы маркетинг проекттарын тормошҡа ашыра[1].

Tamweelcom төбәктә эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итә, ошо өлкәлә йәштәр өсөн Fekrati Award for Entrepreneurship премияһын булдырған[4].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың мартына Tamweelcom'дың 59 563 әүҙем заемсыһы була, уларҙың бөтәһенең кредит портфеле 21 миллион АҠШ доллары тәшкил итә[7].

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Tamweelcom етәксеһе 2009 йылда Зияд әл Рефаи Шваб фонды тарафынан йылдың социаль эшҡыуары тип табылды[6][8].

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Company Overview of Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 13 июнь 2015.
  2. 1 2 Oxford Microfinance Initiative (ингл.). Дата обращения: 13 июнь 2015.
  3. 1 2 http://www.nooralhusseinfoundation.org/index.php?pager=end&task=view&type=content&pageid=34. Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (ингл.). Noor AlHussein Foundation. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
  4. 1 2 Tamweelcom, Silatech Launch Fekrati Award for Entrepreneurship (ингл.). silatech.com (6 февраль 2014). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
  5. Tamweelcom (ингл.). Международная финансовая корпорация (2010). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған.
  6. 1 2 Ziad Al Refai (билдәһеҙ). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
  7. Jordan Micro Credit Company (Tamweelcom) (ингл.). Grameen - Jameel. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
  8. Social Entrepreneurs award (ингл.). The Jordan Times (17 май 2009). Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.