Башҡортостан Республикаһы «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы

«Ағиҙел» башҡорт сәнғәт әйберҙәре художестволы кәсептәре предприятиеһы — Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы. 1981 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.

Лакланған миниатура живописы, биҙәкле ағас һәм туҡыма (батик), ҡайып сигелгән (урын-ер ҡаралтыһы, аш-һыу таҫтамалдары, милли кейем) нәфис туҡылған әйберҙәр етештерә. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һатыла.