Башспирт
«Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан Рәсәй этил спирты һәм спиртлы продукция етештереүсе предприятие[3]. 2008 йылда Илдә араҡы етештереү күләме буйынса дүртенсе урында[4].
Фирманың тулы атамаһы — Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Башспирт»; алдағы исеме — «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы. Штаб-фатиры — Өфө ҡалаһында.
Тарихы
2000 йылда Башҡортостандың ете завод-етештереүсе «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы берҙәм структураһына берләшә: Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, Ишембай шарап-араҡы заводы, Бөрө спирт-араҡы комбинаты, Ермолай спирт-араҡы комбинаты, Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты, Өфө спирт-араҡы комбинаты, Өфө шарап-араҡы заводы.
2006 йылдың 22 майында «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә, унда баш ойошма, күмәртә складтар һәм 4 филиал инә[5].
«Башспирт» ААЙ директорҙар советының 2006 йылдың 9 авгусындағы ҡарары менән филиалдар юҡҡа сығарыла: Ишембай ҡалаһындағы Ишембай шарап-араҡы заводы, Өфө ҡалаһындағы Өфө шарап-араҡы заводы «Ирәмәл». Ишембай шарап-араҡы заводы «Башспирт» ААЙ филиалы — «СТАЛК» Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатының шарап-араҡы производствоһына үҙгәртеп ҡорола[6].
2012 йылда Nemiroff компанияһы "Башспирт"тың Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Өфө спирт-араҡы комбинаттарында араҡы сығара башлай[7][8]. Предприятие Башҡортостандың иң яҡшы етештереүселәре исемлегенә инә[9].
Милекселәре һәм етәкселеге
Берҙән-бер акционеры — Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы йөҙөндә (100 % өлөшө) Башҡортостан Республикаһы.
Структураһы
«Башспирт» ААЙ дүрт филиалды үҙ эсенә ала[12]:
- Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты (1895 йылда нигеҙләнгән предприятие), Бәләбәй ҡалаһы[13].
- Бөрө спирт-араҡы комбинаты (1894 йылда нигеҙ һалынған предприятие), Бөрө ҡалаһы[14].
- Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты (предприятие 1796 йылда нигеҙләнгән), Стерлитамак ҡалаһы[15]
- Өфө спирт-араҡы комбинаты (1894 йылда нигеҙ һалынған предприятие), Өфө ҡалаһы[16].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Годовой отчет за 2013 год (pdf). «Башспирт» ААЙ рәсми сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Аудитор общества (doc). Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йылдың 18 август көнөндә архивланған.
- ↑ О предприятии. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ А. Ъ-Рябова, Г. Ъ-Ханнанова. «Башспирт» укрепили на 80 % // Коммерсантъ : газета. — Москва, 2008. — 21 марта. — № 46.
- ↑ Как это делается в «Башспирте» у Николая Князева // Русская водка плюс : журнал. — Москва, 2012.
- ↑ Ликвидация филиалов ОАО «Башспирт». Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2015 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Nemiroff перенес производство на «Башспирт». Sostav.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
- ↑ Водочное возвращение: «Башспирт» начал производство Nemiroff. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.
- ↑ Пахомов Л. Республика определила 100 лучших товаров России // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2012.
- ↑ Компанию «Башспирт» возглавил Урал Фарвазов. ИА Башинформ, 18 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
- ↑ Руководство. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йылдың 23 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Филиалы. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2013 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ История Белебеевского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История Бирского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
- ↑ История Стерлитамакского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2011 йылдың 10 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История Уфимского спиртоводочного комбината. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Башспирт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
- Главная страница. Официальный сайт ОАО «Башспирт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года.