Комсомольская правда
«Комсомольская правда» — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең көндәлек[5] ижтимағи-сәйәси[1][2] гәзите, шулай уҡ интернет-баҫма, 2009 йылдан — радиостанция һәм 2014 йылдың 20 октябренән — телеканал: барыһы ла бергә «Комсомольская правда» нәшриәт йорто составына инә.
Гәзит 1925 йылда ВЛКСМ-дың рәсми баҫмаһы булараҡ ойошторола[1][5]. Беренсе һаны 1925 йылдың 24 майында сыға[6]. Был дата «Комсомольская правда» гәзитенең рәсми тыуған көнө булып һанала[7].
2022 йылдың 5 июленән аҙнаһына ике тапҡыр шишәмбе һәм йома, аҙналыҡ шаршамбы сыға. "Социалистик төҙөлөш темптарын көсәйтеүгә әүҙем булышлыҡ иткәне һәм нигеҙ һалыныуына биш йыл тулыуы менән бәйле «Беренсе Ленин ордены менән бүләкләнә[8]. Һуңынан Шулай уҡ Октябрь революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[9].
«Комсомольская правда» сайты 1998 йылда булдырыла.
2009 йылдың февралендә Мәскәүҙә «Комсомольская правда» радиостанцияһы эфирға сыға[10].
2011 йылдың авгусынан[11] 2014 йылдың декабренә тиклем «Комсомольская Правда» телеканалы эшләй.
Тарихы
СССР-ҙа
РКП (б)-ның XIII съезы ҡарарҙарына ярашлы комсомол эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн Бөтә Союз йәштәр гәзите һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының рәсми баҫма органы булараҡ ойошторола[6]. Гәзиттең беренсе һаны 31 мең дана тираж менән 1925 йылдың 24 майында сыға[12][13]. 1925 йылдың 14 авгусында РКП(б) Үҙәк Комитеты «Комсомолдың матбуғат өлкәһендәге эше тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә. Унда «Комсомольская правда»ны ВЛКСМ-дың бөтә ил өсөн киң мәғлүмәт гәзите итеү бурысы ҡуйыла. 1929 йылдың 20 ғинуарында «Правда» гәзитендә В. И. Лениндең «Ярышты нисек ойошторорға?» тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң, «Комсомольская правда» транспорт һәм сәнәғәт өлкәләрендә эшләүсе йәштәргә Бөтә Союз социалистик ярышын башларға тигән саҡырыу менән мөрәжәғәт итә[12]
Сыға башлағандан алып 1991 йылға тиклем гәзит ВЛКСМ Үҙәк Комитетының баҫма органы була һәм Советтар Союзы йәштәре өсөн тәғәйенләнә. Ҙур совет энциклопедияһы (БСЭ) гәзитте «Коммунистар партияһы ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн көрәшкә совет йәштәре ойоштороусы» тип билдәләй, беренсе биш йыллыҡтар осоронда ул йәштәрҙең көсөн социализм төҙөүгә йүнәлтә, социалистик ярышты үткәреү инициаторҙарының береһе була, йәштәргә дөйөм, һөнәри һәм техник белем биреү мәсьәләләрен күтәрә, егет һәм ҡыҙҙарҙы индустриялаштырыу, ауыл хужалығын коллективлаштырыу, мәҙәни революция, СССР-ҙың оборона һәләтен нығытыу өсөн әүҙем көрәшселәр итеп тәрбиәләй Гәзит «комсомол ойошмаларының эш тәжрибәһен яҡтырта һәм дөйөмләштерә, йәштәрҙе сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында алдынғы хеҙмәт алымдарын ҡулланырға өйрәтә, студенттарҙың, пионерҙарҙың һәм уҡыусыларҙың тормошон яҡтырта», шулай уҡ «совет әҙәбиәте һәм сәнғәте, үҫмерҙәрҙе эстетик тәрбиәләү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә» һәм баҫма биттәрендә «йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү, физкультура һәм спортты үҫтереү проблемалары ҙур урын биләй. Гәзит тағы ла «СССР-ҙың тыныслыҡ һөйөүсе тышҡы сәйәсәтен пропагандалай, халыҡ-ара демократик йәштәр хәрәкәтен яҡтырта» тип билдәләнә[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 НИЭ, 2003, с. 83
- ↑ 1 2 Иванищева, 2015, с. 69
- ↑ https://www.kp.ru/putevoditel/interesnye-fakty/zhurnalisty-legendy-komsomolskoj-pravdy/
- ↑ The ISSN portal (ингл.) — Paris: ISSN International Centre, 2005. — ISSN 0233-433X
- ↑ 1 2 Komsomolskaya Pravda Архивная копия от 24 июнь 2019 на Wayback Machine // Encyclopædia Britannica
- ↑ 1 2 БСЭ, 1973, с. 602
- ↑ Людмила Сёмина. О легендах «Комсомольской правды». https://www.kp.ru/. издательский дом «Комсомольская правда» (24 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2023. Архивировано 14 февраль 2023 года.
- ↑ Ордена «Комсомольской правды». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2012. Архивировано 18 октябрь 2011 года.
- ↑ 1 2 БСЭ, 1973
- ↑ Правда, Радио Комсомольская Радио «Комсомольская правда». radiokp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2021. Архивировано 29 октябрь 2021 года.
- ↑ «Комсомольская правда запустила собственный телеканал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Ганичев, 1973
- ↑ Комсомольская правда / Сёмина Л. М. // Киреев — Конго. — М. : Большая российская энциклопедия, 2009. — С. 716. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 14). — ISBN 978-5-85270-345-3.
Әҙәбиәт
- Иванищева О. Н. История мурманской журналистики. — М., Берлин: Директ-Медиа, 2015. — 188 с. — ISBN 978-5-4475-3305-2.
- Комсомольская печать / Ганичев В. Н. // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
- «Комсомольская правда» // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
- «Комсомольская правда» // Новая иллюстрированная энциклопедия. — М.: Большая российская энциклопедия, 2003. — Т. 9: Кл—Ку. — С. 83—84. — 256 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-85270-201-3, ISBN 5-85270-218-8.
- Тулупов В. В. Газета: маркетинг, дизайн, реклама. Новые тенденции в издании газет. — Воронеж: Кварта, 2001. — 320 с. — ISBN 5-89609-016-1.