«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты
«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты (МЭТИ) — электроника, компьютер һәм информацион технологиялар өлкәһендә Рәсәй техник университеты, 29 милли тикшеренеү университетарҙың береһе. 1965 йылда нигеҙ һалынған, Зеленоград ҡалаһында урынлашҡан
«Известия высших учебных заведений. Электроника» (1996 йылдан) һәм «Экономические и социально-гуманитарные исследования» фәнни журналдарын нәшер итә (2014 йылдан).
Тарихы
1965 йылдың 26 ноябрендә нигеҙ һалына[2], рәсми датаһы тип 1965 йылдың 9 декабре иҫәпләнә[3].
1966 йылдың ғинуарында Мәскәү тау институты профессоры Леонид Ершов ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.
1966 йылдың 1 сентябрендә яңы уҡыу йортонда уҡыуҙар башлана. Беренсе курсҡа 250 кеше килә, тағы башҡа уҡыу йорттарында уҡыған 35 кеше икенсе курс студенттары булып килә.
Шул уҡ йылда физика-техника, техник кибернитка микроприборҙары, физика-химия һәм электрон машина эшләү факультеттары, шулай уҡ киске факультет ойошторола.
1969 йылдан яйлап уҡыу корпустары төҙөлә[4]. Как и в проекте Аалто, учебные корпуса, библиотека, клуб и спорткомплекс должны были быть построены из красного кирпича и объединены переходами в один микрогород[4]..
Төп корпус китапханаһының тышҡы стеналарын художестволы биҙәүҙе 1974 йылда скульптор Эрнст Неизвестный башҡара.
1972—1973 уҡыу йылында институтта 6000 самаһы студент уҡый, шулай уҡ уларҙың 30-ы профессорҙар һәм фән докторҙары була, йәнә 200-гә яҡын фән доценты һәм кандидаты була[5].
1984 йылдың 11 мартында институт махсус техника булдырыуҙа һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[6]
1992 йылда институт университет статусын ала һәм дәүләт Мәскәү электрон техника институты (техник университеты) тип атала[7].
Файл:Gerb miet.jpg
МИЭТ-тың рәсми гербы
2000 йылда университет үҙенең классик логотипына — МЭТИ -осциллограммаға өҫтәп «Марс» ойошмаһы менән әҙерләнгән гербҡа эйә була[8]. 2010 йылда МЭТИ милли тикшеренеү университеты статусын ала[9].
2017—2019 йылдарҙа университетта факультет һәм кафедраларҙың ике кимәлле системаһына, университет етәкселегенә туранан-тура буйһоноусы институттарҙың һәм айырым кафедраларҙың бер кимәлле системаһына күсеү менән ойоштороу структураһы үҙгәртеп ҡорола[10][11]
Ректорҙары
- Ершов Леонид Викторович (техник фәндәр докторы, профессор) — 1966 (ректор вазифаһын башҡарыусы)
- Преснухин Леонид Николаевич (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты, профессор) — 1966—1988
- Вернер Виталий Дмитриевич (ф.-м. ф д., профессор) — 1988—1998
- Чаплыгин Юрий Александрович (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты[12], профессор) — 1998—2016
- Беспалов Владимир Александрович (техник фәндәр докторы, профессор) — 2016— хәҙерге ваҡытта
Рейтингтары
2016 йылда МЭТИ тәүге тапҡыр World University Rankings 2016—2017 журналы рейтингына инә, унда 800+ урынды яулап, был рейтингта 24-се Рәсәй вуздарының береһе була[13]. 2020 йылға ҡарата 1500+ 1001 тиклем киңәйтелгән World University Rankings 2021 ҡатнашыусыларынан МЭТИ 1001+ урынды биләй һәм был рейтингта 48 Рәсәй вуздарының береһе була[14].
Институттары һәм әҙерлек йүнәлештәре
- Биомедицина системалар институты (БМС)
- Биотехник системалары һәм технологиялар
- Хәрби әҙерләү институтын
- Педагогия һәм лингвистик белем биреү институты(ЛПО)
- Лингвистика
- Халыҡ-ара белем биреү институты (ИМО)
- Микроприбор һәм идара итеү системалары институты(МПС)
- Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
- Радиотехника
- Техник системаларҙа идара итеү
- Нано — техника һәм микросистема институты (НМСТ)
- Конструкция һәм электрон саралар технологияһы
- Перспективалы материалдар һәм технологиялар институты(ПМТ)
- Наноматериалдар
- Материал өйрәнеү фәне һәм материалдар технологияһы
- Техносфера хәүефһеҙлеге
- Системалы һәм программа инженерияһы һәм мәғлүмәт технологиялары институты (СПИНТех)
- Ғәмәли информатика
- Программа инженерияһы
- Сифат менән идара итеү
- Институттарҙан ситтә тормошҡа ашырылған әҙерлек һәм һөнәр йүнәлештәре
- Дизайн
- Инфокоммуникацион технологиялар һәм элемтә системалары
- Технологик һәм мәғлүмәт системаһы
- Информацион хәүефһеҙлек
- Менеджмент
- Хоҡуҡи тәьмин итеү, милли именлек
- Ғәмәли математика
- Электроника һәм наноэлектроника
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Мәскәү электроника һәм математика институты, рәсәй вуздарының тағы бер нигеҙләнгән 1960 йылда совет электроника һәм микроэлектрон үҫеш программаһы сиктәрендә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Постановление Совета министров СССР от 26 ноября 1965 года № 1006
- ↑ Приказ Министерства высшего и среднего специального образования СССР 9 декабря 1963 года № 363 и Приказ Министерства высшего и среднего специального образования РСФСР 9 декабря 1963 года № 633 «Об организации Московского института электронной техники»
- ↑ 1 2 Советская утопия: Как Зеленоград не стал Кремниевой долиной // The Village, 7 августа 2015
- ↑ Московский институт электронной техники / Преснухин Л. Н. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 марта 1984 года
- ↑ Приказ Министерства науки, высшей школы и технической политики Российской Федерации от 24 декабря 1992 года № 1133
- ↑ Описание герба МИЭТ на сайте разработчика — РОО «Академия русской символики „Марс“»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 20 мая 2010 года № 812-р
- ↑ В МИЭТе уничтожат факультеты и деканаты // Время электроники, 13 января 2017 года
- ↑ В МИЭТе начались реформы. Деканаты заменит департамент учебной работы, факультетов скоро не станет // Zelenograd.ru, 11 января 2017 года
- ↑ Статус указан на момент завершения работы ректором. Впоследствии избран академиком РАН.
- ↑ World University Rankings 2016—2017 // Times Higher Education (опубликовано 21 сентября 2016 года)
- ↑ World University Rankings 2021 // Times Higher Education (проверено 5 сентября 2020 года)
Әҙәбиәт
- МИЭТ 50 лет. Годы, люди, события. — М.: МИЭТ, 2015. — 392 с. ISBN 978-5-7256-0825-0
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |