«Перовский» (бейеү)
"Перовский" бейеүе | |
---|---|
Хөрмәтенә аталған | Перовский Василий Алексеевич |
Башҡарыусы/артист | Ҡарамышев[d], Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы, Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы, Ғәбитов Риф Фәтих улы и Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы |
Икенсе исеме | «Һунарсы» |
Нигеҙләү датаһы | XIX быуат |
Автор | Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы |
Булдырыусы | башҡорт |
«Перовский» бейеү — башҡорт халыҡ хәрби-һунарсылар бейеүе (яңғыҙ башҡарыла).
Тарихы
Бейеүҙең «Перовский» тигән атамаһы 19-сы быуатта барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бейеүҙең атамаһы генерал В. А. Перовский командалығында Урта Азия һәм ҡаҙаҡ далаларына хәрби походта ҡатнашыусы Йософ Ҡарамышев (Йософ-майор) сығарған «Перовский» көйөнә башҡарғанлыҡтан килеп сыҡҡан тип аңлатыла. Проффесиональ сәхнәлә тәүге тапҡыр 1932 йылда Өфөлә Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы тарафынан ҡуйыла. 1950‑се ййылдарҙа «Һунарсы» исеме аҫтында бейеүҙең камиллаштырылған варианты барлыҡҡа килә[1].
Бейеүҙең үҙенсәлектәре
«Перовский» (бейеү) — хәрби-һунарсы ирҙәр бейеүе. Бейеүгә етеҙ, киҫкен, ынтылышлы, көсөргәнешле хәрәкәттәр хас. Бейеүҙә бигерәк тә ҡул хәрәкәттәренә, һынылыштарына ҙур иғтибар бирелә. Бейеүсе ҡулдары менән берсә йәйә тарта, йә уҡ ата, йә атта саба, уға ҡамсы менән һуға, берсә осоп барған ҡоштар хәрәкәтен тасуирлай. Ҡулдарҙың һәлмәк хәрәкәте бейеүсенең шпорлы итек кейгән аяҡтарының шаҡылдатып тыпырҙауы менән ҡатнаш һүрәтләнә[1].
Бейеүҙе башҡарыусылар
Халыҡ араһында «Перовский» бейеүен билдәле башҡарыусылар — Й. Ҡарамышев, К. Дияров, Ф. Һатлыҡов, Ф. Ғәбитов. Бейеүҙең сәхнәләге варианттары Ә. Әхмәҙиев, Ф. Ғәсҡәров, М. Иҙрисов, Х. Сафиуллин, М. Шәмсетдиновтар тарафынан һалынған. Донъя сәхнәләрендә «Перовский» бейеүен бик уңышлы итеп М, Иҙрисов, М. Шәмсетдинов, Х. Зөбәйҙуллин, Ф. Кирәйевтар башҡара[1].
Бүләктәре
1957 йылда Мәскәү Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә бейеү өсөн һәм уны башҡарыусыға фестивалдең алтын миҙалы тапшырыла.
Видеояҙмалар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
«Перовский» көй, бейеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2022)
- Нагаева Л. И. Танцы восточных башкир. М., 1981.
- Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
- «Байыҡ» телетапшырыуында «Перовский» бейеүе [1]
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |