«Тула самауырҙары» музейы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Тула самауырҙары» музейы
Административ-территориаль берәмек Тула
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1990
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Тульская область/Тула (часть 2)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Менделеевская улица, 8
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

«Тула самауырҙары» музейы — Тулалағы музей, унда XVIII—XX быуат самауырҙарының оло коллекция өлгөләре ҡуйылған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музей 1990 йылдың 7 ноябрендә 1910—1911 йылдарҙа архитектор В. В. Сироткин төҙөгән ике ҡатлы бинала урынлашҡан, ул ҡаланың Менделеев урамында, Тула Кремле диуары янында, тора. Музей экспозицияһының нигеҙен «Тула өлкә тарихи-архитектура һәм әҙәби музейы» музей берекмәһе (уның филиалы булып самауырҙар музейы тора ла инде) йыйған самауырҙар коллекцияһы тәшкил итә.

Экспонаттар ике залда урынлашҡан, уларҙың һәр береһе самауыр эшләү тарихының төрлө этаптары тураһында һөйләй.

Баллы сәй самауыры

Беренсе залда Тулала XVIII—XIX быуаттарҙа эшләнгән иң шәп самауырҙар йыйылған, шулар араһында — сбитенник (баллы сәй самауыры), шулай уҡ ағалы-ҡустылы Иван һәм Назар Лисициндар нигеҙләгән самауыр фабрикаһында сыҡҡан беренсе самауыр ҡуйылған. XIX быуаттың башында эшләгән Маликов һәм Сомовтар фабрикаһы самауырҙары бар. Шулай уҡ беренсе залында самауыр өсөн Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1889), Чикаго (1893), Лондон (1909), Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә(1882) һәм Түбәнге Новгородта (1896) Н. И. Баташевым алған миҙалдар бар.

Икенсе залда XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуат башында эшләнгән самауырҙар ҡуйылған. Шулар араһында самауыр яһау оҫталары Фомин, Баташев, Шемариндарҙың шәхси коллекцияларындағы самауыр фотоһүрәттәре ҡуйылған, бында 1909 йылда Николай II һәм уның балаларына бүләккә бирелгән самауырҙарҙың фотоһүрәте бар, шулай уҡ совет осоронда билдәле коммунистар өсөн «Штамп» заводы сығарған самауырҙарҙың фотоһүрәттәре тора.

Шулай уҡ иң ҙур булған биҙәү самыуырына инергә мөмкин, уның эсендә сувенир самауырҙар экспозицияһы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление главы администрации Тульской области № 71 от 11.12.1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]