«Ҡурайсы» (этно-төркөм)
«Ҡурайсы» — боронғо башҡорт музыка ҡоралдары нигеҙендә Роберт Юлдашев ойошторған этно-төркөм. Рәсәйҙең ТОП-10 этношоуы исемлегенә инә[1].
Тарихы
«Ҡурайсы» этно-төркөмөн Роберт Юлдашев 2006 йылда ойоштора. Төркөм репертуарына башҡорт фольклор һәм автор музыкалары, билдәле композицияларҙың каверҙары инә. Музыканттар боронғо башҡорт милли уйын ҡоралдары ҡурай, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙҙа уйнай, шулай уҡ көйҙө барабан, джамбо, гитара, шейкер, шөңгөр менән тулландыра һәм көслө энергетикаға эйә музыка барлыҡҡа килә. Төркөм фолк, этно, транс, лаундж, симфоник музыка һәм рокты тәбиғи яраштырып башҡара.
Аудиторияһы
Төркөмдө төрлө милләт вәкилдәре тыңлай. Башҡарыусылар республикала ҙур популярлыҡ яулаған һәм Бөтә Рәсәй рок фестивалдәрендә ҡунаҡ итеп саҡырыла. Пятигорскиҙа Питер Гэбриэлдың WOMAD (World of music, arts and dance) фестивалендә ҡатнаша[2].
Роберт Юлдашев «Ҡурайсы» төркөмө менән Кремлдә Рәсәй Президентының ҡабул итеүендә сығыш яһаған музыканттар иҫәбенә инә. «Мирная миссия» проектында улар донъяның алты президенты алдында сығыш яһай. 2013 йылда Владивостокта Русский утрауында үткән Азия-Тымыҡ океан парламент форумының мәҙәни программаһында ҡатнаша.
Составы
• Роберт Юлдашев (ҡурай, өзләү)
• Евгений Чугаев (гитара, думбыра)
• Рәфис Луғаманов (һуҡма)
• Эмиль Рамеев (һуҡма)
• Динар Бәҙретдинов (валторна)
• Сыңғыҙ Юлдашев (клавишалылар, бас.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәйҙең этник музыка премияһы (Russian world music awards) (2016)[3][1]
• «Фестиваль асышы» — «Донъяның яралыуы» Халыҡ-ара музыкаль форумы (2011)
• «Милли үҙенсәлек өсөн» һәм «Тамашасы һөйөүе» приздары — «Terem crossover» II Халыҡ-ара музыкаль турнир (2012)
• The Spirit of Tengri Халыҡ-ара заманса этник музыка фестивале финалистары (Ҡаҙағстан).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- группа «Курайсы»
- Роберт Юлдашев и ансамбль «Ҡурайсы»
- Ансамбль «Курайсы»
- В Уфе прошел большой концерт Роберта Юлдашева и группы «Курайсы»
- Этно-группа «Курайсы» Роберта Юлдашева
- Роберт Юлдашев и группа «Курайсы» выступили в Екатеринбурге на фестивале «Безумные дни»
- Роберт Юлдашев и башкирская группа «Курайсы» выступили на открытии международной «Ярмарки Монако»