«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы
рус. Медаль «За спасение утопающих»
Дәүләт
Лауреаттар категорияһы Категория:Награждённые медалью «За спасение утопающих»[d]
Рәсем
Уровень ниже «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 16 февраль 1957
Һаны около 24 000[1]
Изображение орденской планки
Уровень выше «Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы — СССР һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 16 февралендәге Указына ярашлы булдырыла. Һүрәттең авторы — рәссам А. Ф. Шебалков.

Миҙал менән ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм СССР-ҙың башҡа граждандары, шулай уҡ СССР граждандары булмаған кешеләр кешеләрҙе һыуҙа ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге; күрһәткән уяулығы һәм ҡыйыулығы һөҙөмтәһендә һыуҙа кешеләр менән бәхетһеҙ осраҡтар иҫкәртелгән; һыуҙа ҡотҡарыу хеҙмәтен өлгөлө ойошторған өсөн бүләкләнә.

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «Яңғындағы батырлыҡ өсөнө» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

Бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы һәм СССР Юғары Советы Президиумы исеменән башҡарыла.

Миҙал тураһында Положение 1967 һәм 1980 йылдарҙа үҙгәртелә.

Миҙалдың реверсы

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалының формаһы — түңәрәк, диаметры — 32 мм, оксидатланған еҙҙән эшләнә.

Миҙалдың алғы яғында һыуҙа батып барыусысыны һөйрәгән ҡотҡарыусы һүрәте урынлаштырылған. Миҙалдың өҫкә өлөшөндә — «За спасение» яҙыуы, аҫҡы өлөшөндә — «утопающих» яҙыуы.

Миҙалдың артҡы яғында ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән, уларҙан аҫтараҡ — лавр ботағы һәм «СССР» яҙыуы. Миҙал ике яҡтан да ҡабарынҡы күтәрмә менән ҡаймаланған.

Миҙалдың өҫкө өлөшөндәге элмәк дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө тимер ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалыптың артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн ҡулайламаһы бар. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫма күк төҫтә, уның уртаһынан бер, ситтәренән өсөшәр аҡ буй үтә. таҫиманың дөйөм киңлеге — 24 мм.

Миҙалдың советтарҙан һуңғы тарихы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙа һуңғы бүләкләү 1991 йылдың 20 майында башҡарыла. Барыһы 24 000 кеше бүләкләнә[2].

Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-се Указына ярашлы элекке СССР-ҙың ошо уҡ исемле миҙалы Рәсәй награда системаһында ҡалдырыла[3]. Реверстағы «СССР» яҙыуы «РОССИЯ» яҙыуына алмаштырыла[2].

Рәсәй Федерацияһында әлеге миҙал менән бүләкләү 1992—1994 йылдрҙа башҡарыла[4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указына ярашлы Рәсәй дәүләт награда системаһына индерелмәй, совет миҙалы урынына «Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» Рәсәй миҙалы менән бүләкләнә.

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 166—167. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 72—73.