Абдуллаһ әл-Харари
Абдуллаһ әл-Харари | |
---|---|
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: | Абдуллах ибн Мухаммад ибн Юсуф ибн Абдуллах аль-Харари |
Атаһы: | Мухаммад ибн Юсуф |
Дини эшмәкәрлек |
|
Йоғонто яһаған: | хәбәшиҙәр |
Хеҙмәттәре: |
Исемлек
|
Редактирование Викиданных |
Әбу́ Абдуррахма́н Абдулла́һ ибн Мөхәммәт әл-Харари́ әл-Хәбәши (ғәр. عبد الله الهرري; һижри 1910 йыл, Харэр, Эфиопия — һижри 2.9.2008 йыл, Бейрут, Ливан) — ислам теологы. 1983 йылда AICP — Association of Islamic Charitable Projects (ислам хәйриә проекттары ойошмаһына, ғәр. — جمعية المشاريع الخيرية الإسلام) нигеҙ һала. Тарафдарҙары һәм шәкерттәре белдереүе буйынса, атаһы — Мөхәммәт яғынан уның шәжәрәһе Бәнү Шәйбә нәҫеленә һәм әсәһе Фатима аша — беренсе хәлифә Әбү Бәкергә барып тоташа.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әбу Абдуррахман Абдуллаһ ибн Мөхәммәт ибн Юсуф ибн Абдуллаһ әл-Харари әш-Шиби әл-Абдари 1910 йылда Эфиопия ҡалаһы Харар төбәгендә тыуған[1]. 1950 йылда Ливанға күсеп килә. 1983 йылда ислам хәйриә проекттары ойошмаһын аса[2]. Ул рифәғилек һәм ҡадирилек тәриҡәттәренә ҡарай[3]. Үәһһәбилеккә ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәшсе була.
2008 йылдың 2 сентябрендә 98 йәшендә вафат була[2].
Тәриҡәт Әр-Рифәғилекте шәйех Абдур-Рохман Әс-Сабсабий Әл-Хәмуий һәм шәйех Таһир Әл-Ҡәйәлийҙән, шәйех Әхмәд Әл-Ирбинийҙән — Әл-Ҡадирилек тәриҡәтен алған.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шарху альфияти с-Суюти фи Мусталахи ль-хадис
- Касидатун фи ль-итикади такау фи Ситтина Байтан
- Ас-сирату ль-мустаким фи т-таухид
- Ад-далилу ль-кавим аля с-сирату ль-мустаким фи т-таухид
- Бугйати т-Талиб Лимарифати ль-ильми д-дини ль-ваджиб
- Ат-таккубу ль-хасис аля ман таана фима сахха мина ль-хадис
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ al-Filasṭīnīyah, Muʼassasat al-Dirāsāt. Journal of Palestine studies (билдәһеҙ). — Institute for Palestine Studies and Kuwait University, 1999. — Т. 29, № 113—116. — С. 73.
- ↑ 2,0 2,1 Founder of Lebanon fundamentalist Sunni group dies, pr-inside.com (2 сентябрь 2008). 2 октябрь 2008 тикшерелгән. 2009 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Shmuel Bar Warrant for Terror: The Fatwas of Radical Islam and the Duty to Jihad 2017 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.