Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | Лейтенант и командир[d] |
Ғәскәр төрө | кавалерия |
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1913 |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | яугир |
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | 24 февраль 1943 |
Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы (рус. Абдуллин Джафар Каюмович) (1913—1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадрон командиры. Гвардия лейтенанты[1].
Биографияһы
Йәғәфәр Ҡәйүм улы Абдуллин 1913 йылда Һамар губернаһы Хвалынский өйәҙе (хәҙер — Куйбышев өлкәһе Кулатҡы районы) Мәстәк (хәҙер — Ульяновск өлкәһе Иҫке Мәстәк) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы Чернигов гвардия) составындағы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры була.
1943 йылдың 24 февралендә һәләк була, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Юлино-1 станцияһы районында ерләнә[3].
![]() |
Шаймуратовсылар ғәнимәт (торфей) йыйып үҙҙәрен атыу ҡоралы һәм боеприпастар менән тәьмин иткән, әммә артиллерия снарядтары һәр ваҡыт етешмәгән, ҡыҫаныс була. 14 февралгә ҡаршы төндә дивизия, кавалерия корпусы составында, Дебальцево йүнәлешендә хәрәкәт итә. Аяуһыҙ алышта разведчиктар Куйбышев өлкәһенән Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы, Ерекле ауылынан лейтенант Азаров Иван Дмитриевич, Чкалов өлкәһенән лейтенант Алёхин Александр Петрович, политрук урынбаҫары (Балтач районы егете) Бүздәк районынан Әмирханов Сабит Юлинола хәбәрһеҙ юғала. Дүртөйлө районынан трофейщик ҡыҙылармеец Әхмәтгәрәев А.Б., Туймазы районынан Абдуллин Әхтәм Вәхит улы, Маҡар районы Ташбүкән ауылынан ҡылыссы (сабельник) Абдрахманов Сабит, Өфөнән Әхтәрйәнов Рәхим һәләк булды[4] | ![]() |
.
Хәтер
Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улының исеме Ульяновск өлкәһендә нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм Ульяновск өлкәһенең Мәстәк (Мостяново) ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән
.Әҙәбиәт
- Легендар Башҡорт дивизияһы. Р. Абайҙуллин. Дәүләкән район гәзите/2008 йыл, 10 апрель.
- Газета «Красная звезда», 1942 год, 7 октября.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Абдуллин Ягафар Каюмович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абдуллин Ягафар Каюмович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдуллин Ягафар Каюмович 2021 йылдың 6 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Ватандаш ж. Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы
- Память о Шаймуратовцах