Абелишвили Леван Григорьевич
Леван Григорьевич Абелишвили (1909-1974) - электротехника өлкәһендә совет ғалимы.[1][2]
Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1956), Грузия ССР фәндәр академияһының корреспондент ағзаһы (1961), Грузияның фән һәм технология өлкәһендә маҡтаулы хеҙмәткәре (1967), Грузия Совет Энциклопедияһының төп редакция советы ағзаһы.
Биографияһы
1909 йылдың 3/16 апрелендә Тифлиста дворян ғаиләһендә тыуған. Әтиһе - Григорий Леванович Абелишвили Кавказ тимер юлы башлығы була. Анасы - Абелишвили Антонина[3], беренсе грузин киноактрисаһы, 1916 йылда "Кристинэ" фильмында төп ролде башҡарыусы.
1931 йылда ул Кавказ арты энергетика институтын тамамлай.
Грузияла һәм СССР-ҙа транспорт өсөн электр тартыу пионерҙарының береһе. Уның әштәре электр тартыу, уның иҫәпләү, йөрөшлө состав һәм энергия менән тәьмин итеү системалары теориялары, шулай уҡ, йылылыҡ һәм йөк электр двигателдәрен һынап ҡарау, контакт үткәргестәрҙе йылытыу теорияһы, оҙон поездарҙың инерцион ауырлығын иҫәпләү һ.б. менән бәйле.
Грузия техник университетының электр транспорты кафедраһына нигеҙ һалыусы.
Ул Ленин ордены менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Грузинская энциклопедия: т. I.-Тб., 1997.-ст.28
- ↑ Национальная библиотека парламента Грузии
- ↑ Антонина Абелишвили. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2016. 2016 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |