Абзелил (гәзит)

Тарихы

1962 йылда ВКП(б) Үҙәк комитетының ауыл райондары баҫма матбуғаты тураһындағы ҡарарын тормошҡа ашырып, Әбйәлил районыныда башҡорт телендә «Ударсы» тип аталған район гәзиет сыға башлай. Уның баш мөхәррире З. Ш. Ямалов була.

1934 йылда «районка» атамаһы «Осҡон» тип үҙгәртелә.

1957 йылда башҡорт телендәге гәзиттең русса «Искра» тип аталған дубляжы сыға башлай.

1962—1965 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы райондарын эреләтеүгә бәйле Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары территорияһында «Һаҡмар» гәзите таратыла.

1965 йылдан «Осҡон» — «Искра» гәзите ҡайтарыла.

2006 йылдың июлендә «Абзелил» гәзитенең беренсе һаны сығарыла. Шунан алып үҙ аллы баҫма булараҡ нәшер ителә[1]. Тәүҙә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Осҡон» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы ойоштороусы булараҡ сығыш яһаһа, һуңынан ойоштороусы «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто" һәм Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге була.

Мөхәррирҙәре

• Хәкимова Әлфиә Ташбулат ҡыҙы (2006—2020)[2].
• Йомағужина Таңсулпан Марат ҡыҙы (2020 йылдан).

Ҡаҙаныштары

• Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары араһында һайлау системаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, һайлауҙарҙы үткәреү тарихы буйынса иң яҡшы мәҡәлә республика конкурсы еңеүсеһе (2014)[3].
• «Рәсәй Федерацияһы матбуғатының алтын фонды» отличие билдәһе лауреаты (2007—2008)[4]

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.