Абинск

Аби́нск — Рәсәйҙең көньяғында, Краснодар крайында урынлашҡан ҡала. Абинск муниципаль районының административ үҙәге һәм уның эсендә Абинск ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә[2].

Этимологияһы

Атамаһы Абин йылғаһының гидронимынан килә, ул, үҙ сиратында, боронғо черкес этнонимы абиндан килеп сыҡҡан[3]. Гидронимдың тағы бер аңлатмаһы бар — абазин теленән абна — «урман» тигәнде аңлата[4].

Географияһы

Кубань-Аҙау буйы тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә, Абин йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала аша "КраснодарНовороссийск" шоссеһы үтә. Краснодар ҡалаһына тиклем — 80 км, Крымскиға тиклем — 12 км. Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Абинск тимер юлы станцияһы бар[2].

Климат

Абинск ҡалаһының климаты уртаса континенталь. Абинскиҙа йәй башы майҙың 1-се декадаһына тура килә. Йәй һауаның уртаса температураһы +25 °C етә, иң эҫе айҙарҙа +35 °C тиклем күтәрелә. Ҡышын йыш епшек көндәр күҙәтелә. Абинскиҙа ҡыш декабрҙең һуңғы биш көнөндә килә. Көҙгө айҙарҙа Абинскиҙа йыш ҡына юғары температура күҙәтелә — +30 °C тиклем, был курорт миҙгеленең оҙайлығын кәмендә 8 айға тиклем еткерә. Йылына 650 мм-ға тиклем яуым-төшөм яуа.

Тарихы

1834 йылда натухайҙар ауылы урынында генерал-лейтенант А. А. Веляминов Абинск нығытмаһын (Абинск ҡәлғәһе) төҙөй.

1862 йылдың май аҙағында Натухай округында Аҙау һәм Кубань казак ғәскәрҙәре көстәре менән П. Д. Бабич етәкселегендәге Адагум отряды ҡатнашлығында 11 яңы станица төҙөлә башлай. Уларҙың яртыһы элекке нығытмалар Варениковская, Гостагаевская, Раевская, Новороссийская, Неберджаевская, Крымская урындарында төҙөлгән.

Абинская станицаһына 1863 йылда аҙау казактары нигеҙ һала[5]. Бында декабристар А. А. Бестужев-Марлинский, А. И. Одоевский, П. А. Катенин һөргөндә булалар. Кубань өлкәһенең Темрюк бүлегенә кергән була[6].

1914 йылдан 1919 йылға тиклем станицала ат йөрөткән тимер юлы системаһы эшләй.

1918 йылдың 10 ғинуарында митингтан һуң большевиктар Абинскиҙа хәрби-революцион комитет ойоштора. 6 айҙан һуң ҡаланы аҡ гвардиясылар ала. 1920 йылда большевиктар яңынан Абинская станицаһын үҙ контроле аҫтына ала.

1962 йылдың 7 декабрендә станица эшселәр ҡасабаһы статусын һәм Абинский исемен ала, 1963 йылдың 23 октябрендә ҡасаба район буйһоноуындағы ҡала статусын һәм Абинск исемен ала[7][8].

Халыҡ һаны

1908 йылда Абинская станицаһында 1369 йорт хужалығы була, унда 13 345 кеше йәшәй[9]

Халҡы иҫәбе
1959[10]1967[10]1970[11]1979[12]1989[13]1992[10]1996[10]1998[10]2000[10]2001[10]
14 75022 00021 22225 25129 18230 60034 10034 50034 90035 000
2002[14]2003[10]2005[10]2006[10]2007[10]2008[10]2009[15]2010[16]2011[10]2012[17]
33 73433 70033 80033 70033 80034 20034 40534 92834 90035 449
2013[18]2014[19]2015[20]2016[1]
35 92136 60736 98637 415
10 000
20 000
30 000
40 000
1979
2000
2006
2011
2016

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 389 урында[21] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[22]).

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:[23]

Халыҡ Һаны Бөтә халыҡ иҫәбенән өлөшө, %
рустар 28 747 82,30 %
әрмәндәр 1864 5,34 %
украиндар 715 2,05 %
гректар 492 1,41 %
татарҙар 396 1,13 %
башҡалар 892 2,55 %
милләте күрһәтелмәгән 1822 5,22 %
бөтәһе 34 928 100,0 %

Иҡтисады

  • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте: аҙыҡ-түлек эшкәртеү заводы, май заводы.
  • Төҙөлөш материалдары етештереү.
  • ЯСЙ «Абинск электрометаллургик заводы».
  • Мебель фабрикаһы
  • "НИВА" кирбес заводы
  • Ҙур энергорайонды (Новороссийск һәм уның тирә-яғы) электр тәьминәте үҙәге — ПС 500 кВ. Кубанская.

Районда иген культуралары (башлыса дөгө) үҫтереү, малсылыҡ, ҡошсолоҡ (шул иҫәптән дөйәғоштар), нефть сығарыу үҫешкән, терегөмөш ятҡылыҡтары бар.

Мәғариф

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары
  • 1-се балалар баҡсаһы
  • Дөйөм үҫешеүсе 2-се «Казачок» балалар баҡсаһы
  • 4-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 5-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы "Улыбка"
  • 7-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 31-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 33-сө дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • Дөйөм үҫешеүсе 34-се «Золотой ключик» балалар баҡсаһы
  • 39-сы «Аистёнок» ҡатнаш балалар баҡсаһы
  • 43-сө дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
Урта белем биреү учреждениелары
  • 1-се урта мәктәп
  • 2-се махсус коррекция дөйөм белем биреү интернаты
  • 3-сө урта мәктәп
  • 4-се урта мәктәп
  • 38-се урта мәктәп
Башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары

Ахтыр техник училище Профи Альянс

Урта һөнәри белем биреү учреждениелары

Анапа сәнәғәт колледжы филиалы

Өҫтәмә белем биреү ойошмалары
  • "Виктория" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • "Спартак" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • "Юность" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • Балалар ижады йорто
  • Балалар музыка мәктәбе
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • "Патриот" кластан тыш эштәр үҙәге

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Оценка численности населения на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям Краснодарского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2016. Архивировано 31 март 2016 года.
  2. 1 2 Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  3. Поспелов, 2008, с. 68
  4. Кумахов М. А. Адыгская (черкесская) энциклопедия. — Москва: ФОНД им. Б. Х. Акбашева, 2006. — ISBN 5-99003-371-0.
  5. В. П. Пономарёв «Из истории основания станицы Абинской». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2011. Архивировано 24 декабрь 2013 года.
  6. Абинская // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Азаренкова А.С., Бондарь И.Ю., Вёртышева Н.С. Основные административно-территориальные преобразования на Кубани (1793—1985 гг.). — Краснодар: Краснодарское книжное издательство, 1986. — С. 239. — 395 с.
  8. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 23 октября 1963 года «О преобразовании рабочего посёлка Абинского Абинского промышленного района Краснодарского края в город районного подчинения» // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1963. — № 43. — С. 854.
  9. Кубанский календарь на 1908 г.
  10. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Народная энциклопедия «Мой город». Абинск
  11. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  12. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  15. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  16. Всероссийская перепись населения 2010 года. Том 1, таблица 4. Численность городского и сельского населения по полу по Краснодарскому краю. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  19. Оценка численности населения на 1 января 2014 года по муниципальным образованиям Краснодарского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2014. Архивировано 27 апрель 2014 года.
  20. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  21. с учётом городов Крыма
  22. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  23. Население по национальности и владению русским языком по муниципальным образованиям Краснодарского края. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июнь 2017. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар