Африка дөйәғошо

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Африка дөйәғошо
Struthio camelus - Etosha 2014 (3).jpg
Ата һәм ике инә страус
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Struthio camelus Linnaeus, 1758

Аҫҡы төрҙәр
Афртка страустарының ареалы (Struthio)
изображение
     S. c. camelus      S. molybdophanes
     S. c. massaicus      S. c. australis
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : ???
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр

Африка дөйәғошо (Африка страусы) (лат. Struthio camelus) — дөйәғоштар ғаиләһендәге осмай торған киль һөйәкһеҙ ҡош. (Struthionidae).

Уның фәнни исеме грек теленән тәржемә итһәң, «дөйә турғай» тигән мәғәнә бирә.(бор. грек. στρουθίο-κάμηλος)[1].

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Африка дөйәғошо (страус) — хәҙерге замандың иң ҙур ҡошо: бейеклеге 270 см-ға тиклем һәм массаһы 156 кг тирәһе[2].

Тәне тығыҙ, муйыны оҙон, башы бәләкәй генә. Суҡышы тура һәм яҫы, осонда суҡып алыр өсөн мөгөҙ һымаҡ «тырнағы» бар, бик йомшаҡ. Күҙҙәре ҙур, өҫкө керпектәре ҡуйы
Дөйәғош — осмай. Уларҙың түш ҡырласы (киль һөйәге) юҡ. Түш мускулдары насар үҫешкән. Бот һөйәктәренән тыш, һөлдә һөйәктәренең эсендә һауа ҡыуышлыҡтары (һауа моҡсайҙары) юҡ.

Ҡанаттары ла үҫешмәгән; аяғында ике бармағы тырнаҡтар менән бөтә. Артҡы һаны оҙон һәм ныҡ. Башҡа ҡоштарҙан айырмалы булараҡ, бармаҡтары дүртәү түгел, икәү генә. Беренсе һәм икенсе бармаҡтары үҫешмәгән. Өсөнсө бармағы ҡыҫҡа, әммә бик ныҡ, көслө тырнаҡлы; дүртенсеһе ныҡ үҫешмәгән һәм тырнағы юҡ. Тыныс ваҡытта һәм атлап йөрөгәндә ике бармағына таяна. Йүгергән ваҡытта тырнаҡтарына ла таяна[3].
Ҡауырһындары кәүшәк һәм бөҙрә. Ҡауырһындары бөтә тән буйынса тиерлек тигеҙ урынлашҡан. Контур ҡауырһынлы урындары юҡ.

Ҡауырһын төҙөлөшө ябай: 2-се рәт төксәләре юҡ, шуға 1-се рәт төктәр елпеүес барлыҡҡа килтерә алмай.

Башы һәм муйыны яланғас тиерлек. Йоҡа ғына йомшаҡ мамыҡ менән ҡапланған
Инә ҡоштоң елкә яғы һәм бот тирәләре алһыу-һоро, ата ҡоштарҙың , төрҙәренә ҡарап, тик йә һоро, йә алһыу төҫтә[4]. Күкрәк тиреһендә яланғас һәм ҡалҡып торған һөйәлле урын бар, ятҡан саҡта шуға таянып һөйәлеп ята.
Өлкән ата ҡоштоң төҫө ҡара, тик ҡанат һәм ҡойроҡ ҡауырһындары аҡ. Инә ҡош ата ҡоштан бәләкәйерәк, төҫө бер төҫтә — бар ере лә һоро. Ҡанат һәм ҡойроҡ ҡауырһындары тоноҡ аҡһыл. Яңы моронлап сыҡҡан ҡош балалары ҡара-көрән таплы көлһыу төҫтә[5].

Төрсәһе һәм таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйәғоштоң таралыу зонаһы булып Африканың һәм Яҡын Көнсығыштың ҡоро урманһыҙ арауығы тора. Шул иҫәптән Ираҡ (Месопотамия), Иран (Персия) һәм Ғәрәбстан биләмәләре инә.

Ксенофонт ҡасандыр Яҡын Көнсығышта, Ефрат йылғаһынан көнбайышҡа ҡарай сүллектәрендә тереклек иткән күп һанлы дөйәғоштар тураһында телгә ала. Әммә интенсив һунар итеү арҡаһында уларҙың һаны ҡырҡа кәмегән.

Яҡын Көнсығыш төрсәһе S. c. syriacus, 1966 йылдан алып бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан, тип иҫәпләнелә. Унан да да алдараҡ плейстоценда һәм плиоценда дөйәғоштоң төрлө төрҙәре Алғы Азияла Көнсығыш Европала, Үҙәк Азияла һәм Һиндостанда таралған.
Ике төп төр африка дөйәғошо тереклек итә: Көнсығыш Африка дөйғошо ҡыҙыл аяҡлы һәм ҡыҙыл муйынлы, уның ике төрсәһе зәңгәрһыу аҡ муйынлы һәм аяҡлы. Икенсе төрсәһе һоро муйынлы (S. c. australis[en]) көньяҡ-көнбайыш Африкала таралған.

Уның йәшәү даирәһе (ареал) бик мозаикалы. Ә S. c. massaicus, йәки Масаи төрсәһенең аяҡтары һәм муйыны парлашыу осоронда асыҡ ҡыҙыл төҫкә керә.

Шулай тағы ла бер төрсә айырылып тора — Төньяҡ Африкала таралған S. c. camelus төрсәһе. Уның тәбиғи таралыу ареалы Эфиопиянан һәм Кениянан алып Сенегалғаса, ә төньяҡта көнсығыш Мавританиянан көньяҡ Мароккоға тиклем. Оҙаҡ йылдар һуҙымында тағы ла бер төрсәгә иғтибар бирелә; S. c. molybdophanes (сомалий дөйәғошо) төрсәһе тип аталған, ул Эфиопияла, төньяҡ Кенииүяла һәм Сомали арауығында таралған. Әммә һуңға табан ул айырым төр итеп билдәләнгән[6][7].

Йәшәү рәүеше һәм туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйғошҡа һоло ашатыу мәле

Дөйәғоштар саваннаның асыҡ һәм ярымсүл зоналарында, төньяҡтараҡ һәм зонанан көньяҡтараҡ экваторияның дымлы тропик урмандарында таралған[8].

Ҡауышыу сезонынан тыш дөйәғоштар, ғәҙәттә, бәләкәй ғаилә йәки ваҡ төркөмдәргә берләшә. Ғаилә оло ата ҡоштан, дүрт—биш инә заттан һәм себештәрҙән тора. Йыш ҡына дөйәғоштар зебралар һәм антилопалар көтөүе менән африка тигеҙлектәрендә оҙайлы ваҡыт бергә йәшәйҙәр.

Буйҙары бейек булыуы һәм күҙҙәренең үткерлеге арҡаһында, бәлә килгәнен тиҙ һиҙеп алалар, һәм тиҙлектәрен сәғәтенә 60 — 70 км-ғаса еткереп, эре аҙымдар менән (3,5 — 4 метр) йүгерәләр. Тиҙлектәрен кәметмәйенсә, тиҙ генә боролоп, йүнәлештәрен үҙгәртә алалар. Бала дөйәғоштар ҙа бер айлыҡ ваҡытта уҡ йүгереү тилеген 50 км-ғаса еткерә ала.

Дөйәғоштоң көндәлек ашау аҙығы үҫемлектең төрлө өлөштәренән тора: һабағы, сәскәләре, емештәре. Айырым осраҡтарҙа бөжәктәр, рептилиялар, кимереүселәр менән, шулай уҡ йыртҡыс януарҙарҙан ҡалған ит ҡалдыҡтары менән дә туҡланалар. Йәш ҡоштар тик хайуандар аҙығы менән генә туҡлана.

Тотҡонлоҡта дөйәғоштар 3,5 кг аҙыҡ ашай. Дөйәғоштарҙың тештәре юҡ. Шуға күрә, ашҡаҙанында аҙыҡ ваҡланһын өсөн, төрлө ваҡ таштар, шулай уҡ йыш ҡына ҡаты әйберҙәр, шул иҫәптән ҡаҙаҡтарҙы, ағас һәм пласмасса киҫәктәрен, тимер ярсыҡтарын һ.б. йоталар.

Дөйәғоштарға оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ булырға тура килә. Һыуҙы башлыса ашаған үҫемлектәр аша алалар. Әммә һыу осраған ваҡытта бик теләп эсәләр һәм рәхәтләнеп һыу инәләр.

Гепард тарафынан эҙәрлекләнгән дөйәғош

Ҡараусыһыҙ ҡалған йомортҡалары йыш ҡына йыртҡыс хайуандар өсөн (шакал, гиен) табыш булып тора. Шулай уҡ емтек ашаусы ҡоштар һәм ҡарағош өсөн дә бик тәмле аҙыҡ. Улар суҡыштарына таш алып, йомортҡа ватылғансы, уға ырғыталар. Ватылыу менән, тәмләп ашайҙар.

Эре йыртҡыс хайуандар оло дөйәғоштарға ла ташланалар. Әммә уларҙың үтә көслө тырнаҡтары хатта арыҫландарҙы ла үлтерә ала. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа төркөмөн һәм биләмәләрен һаҡлау өсөн, кешеләргә ташланған осраҡтар ҙа булған.

Дөйәғоштоң башын ҡомға тығыуы тураһында легенда, моғайын, ысынбарлыҡтан алынғандыр. Ояһында ултырыусы инә ҡош саваннала тирә-яҡҡа бик күренмәҫ өсөн, башын һәм муйынын ергә һуҙып һала. Шулай итеп, ситтән һерәйеп күренмәй. Йыртҡыстар булған осраҡта ла шулай эшләйҙәр. Янына бара башлаһаң, тиҙ генә һикереп тороп, шәп итеп йүгереп ҡасып китәләр.

Хужалыҡтағы ҡиммәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арбаға егеү 1910. Егелгән дөйәғош
Яҙыулы дөйәғош йомортҡаһы

Дөйәғоштоң йомшаҡ һәм киң ҡауырһындарын борон замандарҙан алып, төрлө елпеүестәр итеп ҡулланғандар. Шулай уҡ баш кейемен биҙәү өсөн тотонғандар.

Ә ҡаты йомортҡа ҡабығын, африка ҡәбиләләре һауыт- һаба итеп ҡулланған. Европалылар төрлө кубоктар яһағандар.

Иллюстрация, Acta eruditorum, 1759

XVIII — быуатта һәм XIX быуат башында дөйәғоштарҙың матур ҡауырһын ҡанатынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн баш кейемдәре һәм төрлө елпеүестәр яһау арҡаһында уларҙы аулап, юҡҡа сығара яҙғандар. Әгәр ҙә XIX быуат урталарында дөйәғоштар өсөн фермалар төҙөп, үрсетә башламаған булһалар, хәҙерге көндә улар юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Быға тьиклем күпләп аулау арҡаһында, яҡын көнсығыш төрсәһе юҡҡа сығарылған.

Хәҙерге ваҡытта дөйәғоштарҙы 50-нән артыҡ илдә үрсетәләр. Хатта улар һыуыҡ климатлы илдәрҙә лә аҫырала. Мәҫәлән: Швеция. Шулай ҙа иң күп үрсетелгән илдәр булып, әүәлгесә Көньяҡ Африка тора.

Страусы в зоопарке города Красноярск ҡалаһы (Себер, Рәсәй зоопаркыһындағы дөйәғоштар)

Дөйәғоштарҙа һыбай йөрөргә лә була. Өлкән ата ҡош кешене бер ауырлыҡһыҙ йөрөтә ала.

Хәҙерге замандарҙа дөйәғошто башлыса тиреһе һәм ите өсөн аҫырайҙар. Дөйәғош ите майһыҙ, холестерины бик әҙ. Шулай уҡ йомортҡалары менән ҡауырһындары өҫтәмә килем сығанағы булып тора.

Ҡауырһындарын йыйғанда, ҡанаттарын йолҡоп сығармайҙар. Ипләп кенә тиреһенә яҡын итеп киҫеп алына. Был операцияға ике - өс йәшлек һәм унан өлкәнерәк ҡоштар ғына файҙаланыла. Йәш дөйәғоштарҙың ҡанаттарының хаҡы бик түбән.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйәғоштар полигам ҡош. Төркөм 3 — 5 ҡоштан тора. Шуларҙың береһе — ата һәм ҡалғандары инә ҡоштар.

Оя ҡороп бала сығарыу миҙгеле уҙғас, ҙурыраҡ төркөмдәргә тупланалар. Ул ваҡытта төркөмдә 20 — 30 ҡош булырға мөмкин. Ә енси өлгөрөү халәтенә етмәгән ҡоштарҙың төркөмдәрендә 50 — 100 ҡошҡаса йыйыла. Был Африканың көньяғында.

Ҡауышыу осоро ваҡытында ата ҡоштар 2-нән алып 15 км²—ғаса урынды биләйҙәр. Үҙ биләмәләрен ныҡ һаҡлайҙар. Башҡа ҡоштарҙы ҡыуып ебәрәләр.

Үрсеү ваҡыты етһә, ата ҡоштар, инә ҡоштарҙы үҙенә йәлеп итеү өсөн, үҙенсәлекле тауыш менән туҡылдайҙар. Ата дөйәғош сүгә, ритм менән ҡанаттарын елпеп ҡағына, башын арҡаһынаса артҡа ташлай, соңҡаһы менән арҡаһын ышҡый. Был ваҡытта ата ҡоштоң муйыны һәм аяҡтары асыҡ төҫкә инә. Инә ҡоштарҙы баҫтырып ышылдап, йәки башҡа төрлө тауыштар сығаралар. Улар шулай уҡ борғо «уйнайҙар». Бының өсөн боғаҡтарын тын менән тултыралар һәм көс менән уны ҡыҙыл үңәс аша тышҡа өрәләр. Был ваҡыт тоноҡ ғына ыжғырыу тауыштары барлыҡҡа килә.

Доминант ата ҡош, төркөмдәге бөтә инә ҡоштарҙы ла аталандыра (һәрәм). Әммә доминант инә ҡошто ғына үҙенә иш итә, уның менән генә алмашлап йомортҡа баҫып, себештәр сығарыша.

Йомортҡаларын бар инә ҡоштар ҙа ата ҡош ерҙә йәки ҡомлоҡта яһап биргән дөйөм ояға ғына һалалар. Ояның тәрәнлеге 30 — 60 см тирәһе була.

Дөйәғоштарҙың йомортҡалары Ер шарындағы барлыҡ ҡоштарҙың йомортҡаларынан да ҙур. Йомортҡаның сағыштырмаса дәүмәле бик үк ҙур ҙа түгел, 15 — 21 см оҙонлоғонда һәм һәлмәклеге — 1,5-тән алып 2 кг тиклем. Был яҡынса 25 — 36 тауыҡ йомортҡаһына торош итә.

Йомортҡа ҡабығы бик ҡаты — ҡалынлығы 0, 6 см-ға етә . Төҫө күберәген һаламды хәтерләтеүсе һары төҫтә, шулай ҙа һирәкләп кенә булһа ла аҡ төҫлөләре лә була. Төньяҡ Африка биләмәһендә дөйөм ояла 15 — 20 тирәһе йомортҡа була, ә ҡитға уртаһында һаны — 30-ға, Көнсығыш Африкала 50 — 60 -ҡа барып етә. Һәр инә ҡош ике көнгә бер йомортҡа һала ала.

Дөйәғош йомортҡаһын тауыҡ һәм бүҙәнә йомортҡалары менән сағыштырғанда

Доминант инә ҡош йомортҡаларын һалып бөткәс, башҡа инә ҡоштарҙы ҡыуып ебәрәләр. Үҙҙәренең йомортҡаларын, йомортҡа ҡапсығы фактураларына ҡарап айырып, ояның уртаһына (үҙәгенә) күсерәләр һәм ата ҡош менән алмашлап баҫырға ултыралар.

Йомортҡа һалыу

Йомортҡаларҙы көндөҙ тик инә ҡош баҫа (уның тышҡы ҡиәфәтенең төҫө тәбиғәт ландшафында ҡурсаусы төҫтә), төнөн — ата ҡош. Көндөҙ йыш ҡына йомортҡалар ҡараусыһыҙ ҡалырға ла мөмкин, улар ҡояш йылыһында йылына. Баҫып ултырыу ваҡыты 35 — 45 көнгә һуҙыла. Шуға күрә күп кенә йомортҡалар, ҡайһы саҡта барыһы ла аҙаҡҡаса баҫылмай ҡалып, һәләк булған осраҡтар ҙа була.

Йомортҡаһының тышы бик ҡаты булғанлыҡтан, моронлау ваҡыты бер сәғәткә, ҡайһы саҡта унан да оҙаҡҡараҡ ваҡытҡа һуҙыла. Бер аяғы менән йомортҡаның тупаҫ яғына баҫа һәм суҡышы менән бер ерҙе суҡый ҙа суҡый. Йомортҡа ҡапсығы сатнап, бәләкәй генә тишек барлыҡҡа килгәнсе дауам итә. Шулай итеп, себеш бер нисә тишек тишә. Артабан соңҡаһы (баштың артҡы өлөшө) менән ҡабыҡҡа һуғып, йомортҡала үҙе сығырлыҡ уя яһай. Шуға дөйәғош себештәре йомортҡанан соңҡаһында гематома менән сыға. Әммә был ҡанһыраған урындары бик тиҙ төҙәлә.

Себештәр моронлап сығып бөткәс, инә дөйәғош башҡа боҙоҡ йомортҡаларҙы вата. Улар ғәмәлдә, ояның ситендә була. Һытылған боҙоҡ йомортҡалар һаҫый. Уларға күпләп себендәр эйәләшә. Был бөжәктәр дөйәғош себештәренең тәүге аҙыҡтары була ла инде.

Дөйәғош сепейе

Дөйәғош себештәре йомортҡанан сыҡҡанда уҡ һәйбәт күрәләр. Тәндәре йомшаҡ мамыҡ менән ҡапланған була. Шунда уҡ йөрөргә һәләтле булалар. Башта үк ауырлыҡтары 1,2 кг-ға етә. Дүрт ай эсендә 18 — 19 килограмға етәләр.

Йомортҡанан сыҡҡандың икенсе көнөндә үк ояны ташлап, ата ҡошҡа эйәреп китә һәм үҙенә аҙыҡ таба башлай.

Тәүге ике ай эсендә мамыҡтары һорғолт ҡуңыр төҫтәге ҡаты шырттан тора, ике айҙан һуң ғына әсәләре кеүек төҫкә керә башлай. Ысын мамыҡтары ике айҙан һуң ғына сыға башлай.

Ата ҡоштарҙың мамыҡтары ике йылдан һуң саҡ ҡара төҫкә керә, ата дөйәғоштарға оҡшап ҡала. Үрсеү осорона тик 2 — 4 йылдан һуң ғына өлгөрөп етәләр. Африка дөйәғошоның ғүмере уртаса — 75 йыл.

Бала ҡоштар бер-береһенә бик ныҡлы бәйләнештә булалар. Әгәр ҙә башҡа төркөмдәге дөйәғош төркөмө менән бергә ҡушылһа, уларҙы айырып булмай. Шуға күрә аталары араһында һуғыш ҡубырға мөмкин. Еңеүсе ата бар бала ҡоштарҙы ла үҙенә ала. Шуға ла төркөмдә төрлө ҙурлыҡтағы себештәр ҙә осрай.



Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Акимушкин И. И. Мир животных: Птицы. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — 3-е изд. — М.: Мысль, 1995. — ISBN 5-244-00803-X
  • Бейчек В. C., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Лабиринт. — 288 с. — ISBN 5-9287-0615-4
  • Вагнер Ю. Н.,. Страус африканский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Jobling, James А. The Helm Dictionary of Scientific Bird Names. — London : Helm, 2009. — 432 p. — ISBN 978-1-4081-2501-4.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Jobling, 2009, p. 368
  2. Bird D. M. The Bird Almanac: A Guide to Essential Facts and Figures of the World's Birds. — Buffalo: Firefly Books, 2004. — P. 70. — ISBN 9781552979259.
  3. Schaller N.U.; D'Août K.; Villa R.; Herkner B.; Aerts P.. Toe function and dynamic pressure distribution in ostrich locomotion (инг.) // Journal of Experimental Biology. — 2011. — No. 214. — P. 1123—1130. — DOI:10.1242/jeb.043596.
  4. Bertram, vol. Perrins, pp. 34–37 
  5. Davies, S.J.J.F. (2003), "Birds I Tinamous and Ratites to Hoatzins", in Hutchins, Michael, Grzimek's Animal Life Encyclopedia, vol. 8 (2nd ed.), Farmington Hills, MI: Gale Group, pp. 99–101, ISBN 978-0-7876-5784-0 
  6. Brands, Sheila Systema Naturae 2000 / Classification, Genus Struthio (недоступная ссылка — история). Project: The Taxonomicon (14 август 2008). Дата обращения: 4 февраль 2009.(недоступная ссылка)
  7. Ҡалып:Cite iucn
  8. Donegan, Keenan Struthio camelus. Animal Diversity Web. University of Michigan Museum of Zoology (2002). Дата обращения: 17 сентябрь 2021. Архивировано 4 март 2011 года.