Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
  • Бөрө дәүләт педагогия институты[d]
Ғилми исеме доцент
Эш урыны
Һөнәр төрө уҡытыусы
Тыуған урыны
Тыуған көнө 16 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (52 йәш)

Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы (16 декабрь 1972 йыл) — философ, социолог. Философия фәндәре кандидаты (2011). Доцент[1]. Социология магистры (2012). РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек академияһы Маҡтау ҡағыҙы (2007)[2].

Зинира Фоат ҡыҙы Абрарова 1972 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Торна ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала һәм уны 1996 йылда тамамалай. 2004—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер — Өфө Фән һәм технологиялар университеты) Философия һәм социология факультеты деканатының әйҙәүсе инженеры булып эшләй. Һуңынан 2008 йылға тиклем РФ Эске эштәр минитсрлығының Иҡтисади именлек академияһының уҡыу-методика бүлеге мөдире була. Артабан ике йыл ҡабат БДУ-лағы үҙ эшенә кире ҡайта. 2011 йылдан ошо уҡ уҡыу йортоноң Ҡулланма һәм тармаҡ социологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Философия һәм социология факультеты деканының тәрбиә[2], фән[3] эше буйынса урынбаҫары.

Зинира Фоат ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге мәҙәниәт социологияһын тикшереүгә бағышлана. 15 ғилми хеҙмәт авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек академияһы Маҡтау ҡағыҙы (2007).
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты (2007).
«Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2008).
«Рәсәйҙең киләсәге — һәләтле балалар» энциклопедияһы ҡатнашыусыһы, «Уҡытыусы» номинацияһы димломы (2008).
Башҡорт дәүләт университетының Маҡтау ҡағыҙы (2011)[2]

  1. Абрарова Зинира Фоатовна 2022 йылдың 2 март көнөндә архивланған.
  2. 1 2 3 4 Коллектив авторов. Социологи Башкортостана:Справочник:2-е изд. дополненное и переработанное / Бурханова Ф. Б.. — Уфа: Восточная печать, 2012. — С. 108—109. — 141 с. — ISBN 978-5-98755-121-2.
  3. Программа Всероссийской научно-практической онлайн-конференции