Авар Ҡуйһыуы

Авар Ҡуйһыуы (үрге ағымында — Джурмут; рус. Аварское Койсу) — Дағстандағы йылға, Һыулаҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо-178 км.

Топонимияһы

Ҡуйһыу атамаһы төрки (ҡумыҡ) «куой сув» — ҡуй һыуы" һүҙҙәренән алынған[1]. П. П. Семенов-Тян-Шанский был исемде ҡуй-һарыҡ кисеп сыға алған йылғаларға биргәндәр, тип иҫәпләгән. Авар тигән өлөшө йылға аварҙар йәшәгән территорияла урынлашҡан тигәнде аңлата. XX быуат уртаһына тиклем Ҡуйһыу («Къойсу») исемен Һыулаҡ йылғаһы йөрөтә.

undefined

Ҡушылдыҡтары

Бассейндағы йылғаларҙың дөйөм һаны 1440-ҡа етә, шуларҙың 52 йылғаның оҙонлоғо 10 километрҙан ашыу. Төп ҡушылдыҡтары булып Цемар-ор, Хзан-ор, Рутлух, Тимер, Тобот, Ҡара Ҡуйһыу, Гичину йылғалары тора.

Йылғаны өйрәнеү һәм һыу хужалығы әһәмиәте

Йылға һыу хужалығы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул эргә-тирәләге ауылдарҙы һәм баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Ҙур гидроэнергетик потенциалға эйә. Йылғала Ирғанай ГЭС-ы эшләй, Гоцатлы ГЭС-ы төҙөлә. Бынан тыш, Голотло, Совет, Авар һәм Магар ГЭС-тарын төҙөү планлаштырылған булған.

Иҫкәрмәләр

  1. Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк), Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. 2013 г.

Сығанаҡтар


Icon river delta.svg Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ

Категориялар