Аверина Татьяна Борисовна
Аверина Татьяна Борисовна (кейәүҙә — Барабаш; 1950 йылдың 25 июне, Горький — 2001 йылдың 22 авгусы, Мәскәү) — конькиҙа тиҙлеккә йүгереү буйынса совет спортсыһы. Ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1976), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976).
Биографияһы
Татьяна Горький ҡалаһында тыуа, бала саҡтан спорт менән мауыға, 12 йәштән мәктәптә «Дауыл ҡошо» балалар спорт йәмғиәте яҙыла. Уның беренсе тренеры Антонина Ивановна Вереина була. 1970 йылда Яков Мельниковтың силәбе Мемориалында уңышлы сығыш яһағандан һуң ул СССР йыйылма командаһы составына индерелә[1]. Ире — Владимир Барабаш (1951—2012), конькиҙа уҙышыусы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
1970 йылдарҙа Татаьяна Барабаш иң яҡшы конькиҙа йүгереүсе була: ике тапҡыр олимпия чемпионы, ике тапҡыр олимпия уйындарының бронза призеры, күп тапҡыр донъя чемпионаты призеры, күп тапҡыр СССР чемпионы һәм күп тапҡыр донъя рекордына эйә булыусы[2]. Инсбруктағы сығыштарынан һуң спортсы кейәүгә сыға, ике улы тыуа[3]. 1970 йылдар аҙағында ул Мәскәү күсә, ә спорт карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй, ветерандар ярыштарында ҡатнаша[1]. 1974 йылдан КПСС ағзаһы
Татьяна Борисовна 2001 йылда ашҡаҙан яман шешенән вафат була[4].
Әлеге ваҡытта Түбәнге Новгородта яһалма һырғалаҡтарҙың береһе Татьяна Аверина исемен йөрөтә[1].
Спорт ҡаҙаныштары
- 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, 1000 метрға (1.28,43 мин. Олимпия рекорды) һәм 3000 м (4.45,19 мин.).
- 1978 йылда күпбәйгелә донъя чемпионы (186,891 мәрәй), 1000 метрлыҡ (1.29,56 мин.) һәм 1500 м дистанцияла (2.21,44 мин.).
- 1974—1976 йылдарҙа донъя чемпионатындакүпбәйгелә көмөш призер
- 1976 йылда ҡышҡы Олимпия уйындарында 500 м (43,17 сек..) һәм 1500 (2.17,96 мин.) метрлыҡ дистанцияла бронза призеры
- 1974—1976, 1978, 1979 йылдарҙа айырым дистанцияларҙа донъя чемпионатында көмөш һәм бронза миҙалы
- 1980 йылғы ҡышҡы Оиимпия уйындарында ҡатнашыусы (1500 м дистанцияла 18-се урын)
- 1979 йылда СССР-ҙың абсолют чемпионы.
- 1973—1975 бер нисә тапҡыр СССР чемпионы, 1978, 1979 йылдарҙа спринтер күпбәйгеһендә һәм айырым дистанцияларҙа.
- 500, 1000 һәм 1500 метрға йүгереү буйынса һәм классик һәм спринтер күпбәйгелә күп тапҡыр рекордсы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Аверина Татьяна Борисовна. Большая российская энциклопедия - электронная версия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
- ↑ Аверина Татьяна Борисовна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- ↑ Валиев Б. Великая конькобежка не вписалась в крутой поворот судьбы. Советский спорт (6 апрель 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2012. Архивировано 28 июнь 2012 года.
- ↑ Могила Т. Б. Барабаш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. Архивировано 26 апрель 2017 года.
Әҙәбиәт
- Барабаш (Аверина) Татьяна Борисовна // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
- Аверина Татьяна Борисовна — статья из Большой олимпийской энциклопедии (М., 2006)
Һылтанмалар
- Аверина Татьяна Борисовна. Большая российская энциклопедия - электронная версия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
- Валиев Б. Великая конькобежка не вписалась в крутой поворот судьбы. Советский спорт (6 апрель 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2015. Архивировано 28 июнь 2012 года.