Авионика
Ҡыҫҡаса белешмә
Авионика саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар тураһыдағы мәғлүмәттәрҙе үлсәү, үҙгәртеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. Авионика составына түбәндәгеләр инә: осоу һәм энергия ҡулайламаһының тартыуы (осоуҙың төп фазаларында хәрәкәтте оптимизациялау) менән идара итеүҙең электрон‑дистанцион системаһы; электронлы индикация (тактик хәлде һәм техник системаның торошон баһалау өсөн осоу күрһәткестәрен сағылдырыу) системаһы; пилотаж (осоу менән идара итеү системаларының башҡарыу элементтары менән бәйләнешле эшләй торған һәм осоуҙы планлаштырыусы һәм тәьмин итеүсе датчиктар, иҫәпләгестәр, индикаторҙар һәм идара итеү пульттары йыйылмаһы) һәм навигация (осоу аппараттарының ергә ҡарата торған урынын, тиҙлеген һәм башҡа навигация параметрҙарын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йыйылмаһы) комплекстары; радиоэлектроник ҡорамалдар комплексы (радиолокация һәм радиобәйләнеш); радиоэлектрон көрәш саралары; ғәҙәти булмаған хәлдәр тураһыда иҫкәртеү, ҡоралдар менән идара итеү, бәйләнеш саралары менән идара итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм идентификациялау системалары. Авионика сараларын интеграциялау бер‑береһенә буйһоноп эшләүсе бер иш булмаған күп машиналы борт иҫәпләү комплексы (осоу менән идара итеү, навигация, борт системаларының эшләүен һәм контролен тәьмин итеү, автоматик идара мәсьәләләрен хәл итеү) сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостанда авионика
Башҡортостанда пилотаж‑навигация һәм иҫәпләү саралары 1960 йылдан алып уйлап табыла һәм етештерелә. Навигация комплекстарын уйлап табыусы һәм Рәсәйҙә цифрлы иҫәпләү борт машиналарын һәм автопилоттарҙы етештереүсе төп предпрятиеларҙың береһе булып Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе тора. 70‑се йылдар башынан «Молния» ҒПП‑нда осоу аппараттарының энергия ҡулайламалары менән идара итеү өсөн тәғәйенләнгән цифрлы борт иҫәпләү машиналары эшләнә. 80‑се йылдар уртаһынан Рәсәйҙә етештерелгән пилотаж комплекстарының 90%‑ы ӨПЭПБ‑ла һәм «Молния» ҒПП‑нда сығарыла.
Авионика составы
Самолетты алып барыу системалары
- Элемтә системалары
- Навигация системалары
- Индикация системалары
- Осош алып барыуы системалары (FCS)
- Бәрелешкә ҡаршы системалары
- Метеоҡүҙәтеү системалары
- Самолёт алып барыуы системалары
- Осош параметрҙарҙы регистрациялау системалары (борт яҙыусылары)
Ҡорал системалары менән идара итеү системалары
- Радарҙар
- Сонарҙар
- Электрон-оптика системалар
- Маҡсат табыу системалары
- Ҡорал системалары менән идара итеү
Һылтанмалар
- ОАО МНПК «Авионика». Разработка интегрированных систем управления полетом летательных аппаратов и изделий ракетной техники 2014 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.
- Авионика концерны
- Юношеская аэрокосмическая школа высоких технологий 2013 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.
- Avionics Made Simple book
- Aircraft Electronics Association (AEA)
- Avionics News magazine
- Pilot's Guide to Avionics
- The Avionic Systems Standardisation Committee
- Space Shuttle Avionics
- Aviation Today Avionics magazine 2007 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- RAES Avionics homepage 2007 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.
- Vertical Gyroscope Avionics Information 2011 йылдың 17 июль көнөндә архивланған.
- On-Board Electronics related papers 2008 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған. (Portuguese)
- Российская авионика нуждается в земной опоре//Промышленные ведомости