Австралия аборигендары
Австралия аборигендары | |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 550 мең кеше тирәһе | |
Австралия (Австралия халҡының 2.7%)[1]
|
|
Тасуирлама | |
Тел | инглиз теле, төрлө австралия телдәре |
Дин | традицион инаныуҙар, христианлыҡ |
Төркөмгә ҡарай | Аборигены Австралии[d] |
Туғандаш халыҡтар | папуастар, тасманийҙар |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Австралия аборигендары (төп австралийҙар) — Австралияның төп халҡы. Шулай уҡ «Австралия бушмендары» тип тә атайҙар[2]. Раса һәм тел яғынан донъяның башҡа халыҡтарынан айырымланғандар.
Австралия телдәрендә һөйләшәләр. Күпселек өлөшө — тик инглиз телендә һәм/йәки пиджиндың төрлө варианттарында ғына аралашалар.
Башлыса ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан Төньяҡ, Төньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ-Көнсығыш һәм Үҙәк Австралия райондарында йәшәйҙәр, бер өлөшө ҡалаларҙа тора. Австралия аборигендары донъялағы иң боронғо өҙөкһөҙ (күсәгилешле) мәҙәниәттәрҙең береһен барлыҡҡа килтергән[3].
Расалар буйынса Австралия аборигендары австралоид расаһынының айырым Австралия тармағын барлыҡҡа килтерә[4].
Виктория штаты аборигендарының тыуым кимәле 1970 йылда бер ҡатынға 6,5 бала тәшкил иткән; төньяҡ Австралияның Тиви аборигендарының 1960 йылда бер ҡатынға 5,0-шар тура килгән[5].
Европалылар килгәнгә тиклем австралия аборигендарының һаны 500-ҙән ашыу ҡәбилә һәм 200-ҙән ашыу тел төркөмө составында 300-ҙән 700 меңгә тиклем кеше тәшкил итә, ә 1921 йылға 60 меңгә тиклем кәмей[6].
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1788 йылда австралия аборигендарының һаны 750 мең самаһы кеше тәшкил иткән, 1911 йылда — ни бары 31 мең кеше[7].
Уларҙың һаны — 437 мең (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Шул иҫәптән 26,9 меңе Торрес боғаҙы утрауҙарында йәшәй. Торрес боғаҙы утрауҙары аборигендарының мәҙәниәт буйынса меланезийҙар һәм папуастар менән байтаҡ уртаҡлыҡтары бар, әммә Австралияның башҡа аборигендарынан айырылалар, .
Хәҙерге заманда аборигендарҙың күбеһе дәүләт һәм башҡа хәйриә эшмәкәрлегенә таяналар. Йәшәйеште тәьмин итеүҙең традицион ысулдары (һунар, балыҡсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу, Торрес боғаҙы утрауҙары халҡының бер өлөшөндә — ҡул игенселеге) тулыһынса тиерлек юғалған. Улар араһында әлегә тиклем тик традицион диндәр генә һаҡланған.
Австралия өсөн үҙенсәлекле Y-хромосомалы гаплотөркөмдәр (C-M347, K-M526*, S-P308) йәше Яңы Гвинея халҡы һәм Австралия аборигендары 30 000 йыл элек үк айырылғандарын күҙаллай. Быны митохондриаль ДНК мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән һығымталар ҙа раҫлай.
Австралия аборигендарында евразиянан сығышлы сит Y-хромосома өлөшө юғары була — яртыһынан ашыу (56 %). Евразия Y-хромосомалы гаплотөркөмдәренең күп өлөшө R-M207-гә (32,4 %) тура килә, икенсе урында — I-M170 (8,2 %)[8].
Европалылар килгәнгә тиклем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Австралияға кешеләр 50-40 мең йыл элек күсеп ултырыра башлағандар. Австралийҙарҙың ата-бабалары Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан килгәндәр (башлыса плейстоцен континенталь шельфы буйынса, шулай уҡ 90 саҡрымдан да кәм булмаған һыу кәртәләрен үткәндәр). Австралиялағы тәүге кешеләр ифрат ҙур һәм бик эре булғандар[9][10].
Австралия аборигендарының хәҙерге антропологик ҡиәфәте яҡынса 4 мең йыл элек барлыҡҡа килгән[11].
5 мең йыл самаһы элек диңгеҙ аша күскенселәрҙең килеүе менән континентта динго һәм яңы таш индустрияһы килеп сығыуы бәйлелер. Европа колониялаштырыуы башланғанға тиклем австралийҙарҙың мәҙәниәте һәм раса тибы ярайһы уҡ эволюция кисерә.
Яңы мәғлүмәттәр буйынса, Австралияның төп халҡы Африканан 75 000 йыл самаһы элек сыҡҡан[3] һәм материкҡа 65000 йыл элек барып сыҡҡан хәҙерге типтағы тәүге кешеләрҙең нәҫеле тип иҫәпләнәләр[12].
Мәҙәниәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европа кешеләре был яҡтарға килеп сыҡҡандарына тиклем (XVIII быуат) 500-ҙән ашыу ҡәбиләгә берләшкән, төрлө мифтары һәм ритуалдары булған һәм 250-нән ашыу телдә һөйләшкән аборигендарҙың һаны, төрлө баһалар буйынса, 750 меңдән 3 миллион кешегә еткән[4].
Австралия аборигендарының яҙыуҙары булмаһа ла, улар боронғо легендалар тураһында мәғлүмәтте тапшырыу өсөн символик һүрәттәр, ә һанау билдәләре өсөн — таяҡсалар ҡулланғандар.
Уларҙың рационында ҡырағай йәнлектәр, шул иҫәптән бөжәктәр, балыҡтар һәм моллюсктар, шулай уҡ емеш-еләк һәм тамырҙар бар. Ҡырағай ҡыяҡлыларҙан улар күмерҙә йәймә бешергәндәр[13].
Һөргөнгә ебәрелгән, Виктория штаты территорияһында 30 йылдан ашыу аборигендар араһында йәшәгән инглиз Уильям Бакли иҫтәлектәренә ярашлы, XIX века быуаттың тәүге яртыһында каннибаллыҡ улар өсөн хас булмаған[14]. Әммә, XX быуаттың беренсе яртыһында Ливерпул Ривер (Төньяҡ территория) аборигендары араһында йәшәгән Сид Кайл-Литл раҫлауынса, ҡайһы берҙәре ваҡыты-ваҡыты ритуал каннибаллыҡ ҡылғандар йәки бик кәрәк саҡта ғына быны үткәргәндәр[15].
Астрономик һәм космологик ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Австралия аборигендары беҙҙең физик ысынбарлыҡ ҡына түгел, ата-бабаларҙың рухтары йәшәгән икенсе ысынбарлыҡ та бар тип иҫәпләгәндәр. Беҙҙең донъя һәм был ысынбарлыҡ киҫешә һәм бер-береһенә йоғонто яһай[16].
«Төштәр» донъяһы һәм реаль донъя осраған урындарҙың береһе булып күк йөҙө тора: ата-бабаларыбыҙҙың эш итеүе Ҡояштың, Айҙың, планеталарҙың һәм йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килеүендә һәм хәрәкәтендә күренә, әммә кешеләрҙең эш итеүе лә күктәге ваҡиғаларға йоғонто яһай ала[17].
Аборигендар мифологияһында йондоҙло күк объекттарына ҙур иғтибар бүленә. Шул уҡ ваҡытта, ҡаяға төшөрөлгән аборигендарҙың биҙәктәрендә күк объекттары һүрәтләнгәнме, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ ҡала. Эмуның ҡайһы бер стилләштерелгән һүрәттәре Ҡош юлының ҡара саң болоттары барлыҡҡа килтергән бөтә Австралияла билдәле күк объектына ҡарай тип күҙаллана[18]. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡош юлының ҡара болоттарына шулай уҡ инктарҙың астрономияһында ла ҙур әһәмиәт бирелгән.
Аборигендарҙың күк йөҙө һәм унда объекттар тураһында билдәле бер мәғлүмәттәре булыуға, тағы ла күк объекттарын календарь маҡсаттарҙа файҙаланырға маташыуҙарға ҡарамаҫтан, абориген ҡәбиләләренең береһенең дә Айҙың фазаларына бәйле календарьҙы файҙаланыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ; күк объекттары навигация өсөн дә ҡулланылмаған[18].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ANU.edu.au
- ↑ от «буш» — типичные для некоторых районов Африки и Австралии обширные пространства, поросшие кустарником или низкорослыми деревьями
- ↑ 3,0 3,1 Генетики: австралийцы находились в изоляции 50 000 лет / Новости / Моя Планета . Дата обращения: 29 июль 2015. Архивировано 12 август 2015 года.
- ↑ 4,0 4,1 Этнография, 1982, с. 38
- ↑ Natural Human Fertility Авторы: Peter Diggory . Дата обращения: 12 апрель 2018. Архивировано 12 апрель 2018 года.
- ↑ Современная антропология Лидия Тегако,Анатолий Зеленков . Дата обращения: 27 февраль 2018. Архивировано 28 февраль 2018 года.
- ↑ Этносфера — Выпуски 7-12 — Страница 115 . Дата обращения: 13 апрель 2018. Архивировано 14 апрель 2018 года.
- ↑ Nano Nagle et al. Antiquity and diversity of aboriginal Australian Y-chromosomes 2021 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған. // American Journal of Physical Anthropology. Volume 159, Issue 3 p. 367—381
- ↑ Дробышевский С. «Европейский папуас», или «Человек мира»: мужчина с Маркиной горы 2017 йылдың 28 август көнөндә архивланған.
- ↑ Дробышевский С. Древнейшие находки людей в Австралии 2018 йылдың 15 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Антрополог Дробышевский: «В полиморфизме — наша сила» . Дата обращения: 15 июль 2018. Архивировано 15 июль 2018 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 12 сентябрь 2021. Архивировано 12 сентябрь 2021 года.
- ↑ Л. Минц. Народы мира, 2007, с. 12
- ↑ Бакли У. Австралийский Робинзон 2020 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.. — С. 37, 53.
- ↑ Резников К. Ю. Запросы плоти. Еда и секс в жизни людей 2019 йылдың 2 ғинуар көнөндә архивланған.. — М., 2014; Kyle-Little S. Whispering Wind. Adventures in Arnhem Land. — London: Hutchinson 1957.
- ↑ Ruggles, C. Ancient Astronomy: An Encyclopedia of Cosmologies and Myth. — ABC-CLIO, 2005. — С. 2. — 548 с. — ISBN 1-85109-616-7.
- ↑ Ruggles, C. Ancient Astronomy: An Encyclopedia of Cosmologies and Myth. — ABC-CLIO, 2005. — С. 3. — 548 с. — ISBN 1-85109-616-7.
- ↑ 18,0 18,1 Ruggles, C. Ancient Astronomy: An Encyclopedia of Cosmologies and Myth. — ABC-CLIO, 2005. — С. 4. — 548 с. — ISBN 1-85109-616-7.