Адыгей дәүләт университеты

undefined
undefined

Адыгей дәүләт университеты — Адыгей Республикаһының баш ҡалаһы Майкоп ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто — Рәсәй Федерацияһында,

Тарихы

Адыгей дәүләт университетының тарихы 1940 йылда башлана, ошо йылда Майкоп уҡытыусылар институты асыла, 1952 йылдан ул Адыгей педагогия институты, ә 1993 йылдан — дәүләт университеты. Хәҙерге осорҙа Адыгей дәүләт университеты Адыгей Республикаһының алдынғы уҡыу һәм тикшеренеү үҙәге булып тора.

Структураһы

  • Институттары:
    • Сәнғәт институты
    • Физик культура һәм дзюдо институты
    • Комплекслы проблемалар ғилми-тикшеренеү институты
  • Факультеттары:
    • математика һәм компьютер фәндәре
    • инженер-физика
    • тәбиғәт белеме
    • тарих
    • филология
    • адыгей филологияһы һәм мәҙәниәте
    • сит телдәр
    • юридик
    • иҡтисад
    • педагогия
    • социаль технологиялар һәм туризм
    • халыҡ-ара

Университеттың Апшеронск, Белореченск, Ейск, Новокубанск, Сочи ҡалаларында, Кошехабль.ауылында филиалдары бар.

Эшмәкәрлеге

Университетта уҡытыу юғары һәм урта һөнәри белембиреүҙең 42 һөнәре буйынса алып барыла.

Университетта яҡынса 12 000 студент уҡый, шуларҙың 2 меңгә яҡыны — сит ил студенты.

Уҡытыусылар составы — яҡынса 650 кеше, шуларҙан 100 самаһы фән докторы һәм 400 тирәһе фән кандидаты.

Дөйөм мәғлүмәт

Университеттың адресы: Рәсәй, 385000, Майкоп ҡалаһы, Беренсе май урамы, 208.

Университет ректоры — Мамий Дауыт Казбекович.

Ректорҙары

  • Ячик Александр Карухович
  • Хутыз Ким Консаович
  • Хунагов Рәшит Думаличевич (1996-2019 йй.)
  • Мамий Дауыт Казбекович (2019 йылдан)