Ажен
Ажен[9] (франц. һәм окс. Agen) — Францияның Яңы Аквитания төбәгендә Ло һәм Гаронн департаментының административ үҙәге. 162-метрлыҡ Эрмитаж ҡалҡыулығы итәгендә Гаронн яры буйында урынлашҡан. Халҡы 30 170 кеше тәшкил итә (1999 йыл).
Тарихы
Беренсе тапҡыр Юлий Цезарьҙың «Галл һуғыш тураһында яҙмаларында» нитиобригтар ҡәбиләһенең ҡалаһы Агиннум (лат. Aginnum) кеүек телгә алына. 509 йылда Хлодвиг ҡулына күсә. Урта быуаттарҙа — XII быуаттан алып XV быуатҡа тиклем инглиз королдәре биләмәһенә ингән Аженуа графлығының баш ҡалаһы. 1578 йылда Маргарита Валуаға, уның Генрих Наваррский менән никахҡа инеүе ваҡытында бирнә итеп бирелә. Ажендан гуманист Скалигерҙар ғаиләһе сыҡҡан.
Иҫтәлекле урындары
Ажендың тар боронғо урамдары лабиринты хәҙерге киң бульварҙарҙы киҫеп үтә. Тарихи биналар XII быуаттың Изге Капрасий соборын һәм Нотр-Дам-де-Жакобен (XIII быуат) доминикан монастырын үҙ эсенә ала. Ренессанс дәүеренең шәхси йорттарында Гойяның һәм импрессионистарҙың картиналарына бай художество музейы урынлашҡан.
Христианлығы
Билдәле шәхестәре
Туғандаш ҡалалар
Климаты
| Ажен климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 20,1 | 22,3 | 26,3 | 30,2 | 33,6 | 38,5 | 38,8 | 40,9 | 36,7 | 31,7 | 23,9 | 21,2 | 40,9 |
| Уртаса максимум, °C | 8,9 | 11,2 | 14,4 | 16,9 | 21 | 24,5 | 27,1 | 26,8 | 24,1 | 19,2 | 12,6 | 9,1 | 18 |
| Уртаса температура, °C | 5,5 | 6,9 | 9,3 | 11,7 | 15,4 | 18,8 | 21 | 20,8 | 18,1 | 14,2 | 8,8 | 5,9 | 13,1 |
| Уртаса минимум, °C | 2 | 2,5 | 4,1 | 6,4 | 9,9 | 13 | 14,9 | 14,7 | 12,1 | 9,2 | 4,9 | 2,6 | 8,1 |
| Абсолют минимум, °C | −17,4 | −21,9 | −10,5 | −3,4 | −1,6 | 3,9 | 7 | 4,7 | 1 | −4,4 | −8,6 | −12,1 | −21,9 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59,6 | 54,6 | 53,8 | 62,1 | 79,5 | 62,2 | 53 | 55,7 | 59,3 | 59,9 | 60,5 | 65,4 | 725,9 |
| Сығанаҡ: http://meteostats-bzh.ath.cx:93/meteostats/station-102-1958-2008.php (недоступная ссылка с 12-10-2016 (3626
дня)) | |||||||||||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ https://open-collectivites.fr/plateformes-open-data-locales/
- ↑ 1 2 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 1 2 COMMUNE D AGEN // Système national d'identification et du répertoire des entreprises et de leurs établissements (фр.)
- ↑ Populations légales 2019 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2022.
- ↑ Sandre
- ↑ Code officiel géographique
- ↑ Произносится [aʒɛ̃]; русская транслитерация Ажан ошибочна.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |