Айсыуаҡ Үҙәнбаев

Айсыуаҡ Үҙәнбаев (1767 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1788—1790 йылдарҙағы Рус-швед һәм 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғыштарында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Айсыуаҡ Үҙәнбай улы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Муйнаҡ ауылында йәшәгән.

1785 йылдың 6 февраленән казак булып хеҙмәт итә. Башҡорт полкы составында 1788—1790 йылдарҙағы Рус-швед һуғышында ҡатнаша.

1798 йылдың 15 октябрендә зауряд-есаул званиеһын ала.

1807 йылда 1-се Башҡорт полкы составында Рус-прусс-француз кампанияһында ҡатнаша[1].

1814 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1824 йылдың 9 февралендә хорунжий званиеһын ала[1].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Мәлихә; ҡыҙҙары — Хәлимә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 112. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.

Әҙәбиәт