Айытов Валерий Факил улы
Биографияһы
Айытов Валерий Факил улы 1955 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында тыуа.
1976 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Ситтән тороп А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия университетында аспирантура һәм докторантура үтә.
1976—1978 йылдарҙа Благовещен ҡалаһының 2-се урта мәктәбе, 1978 йылда Павловка балалар шифаханаһы эргәһендәге мәктәп уҡытыусыһы.
1979 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләй (1995 йылдан алып сит телдәр кафедраһы мөдире).
2006 йылда Валерий Айытов Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы наградыһы менән бүләкләне. 2007 йылда педагогия фәндәре докторы исемен яулай.
Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда сит телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу проблемаларына арналған.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Наградалары һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006)
Ғилми хеҙмәттәре
- Проблемно-проектный подход в иноязычном образовании на факультетах неязыковых специальностей. Санкт-Петербург, 2006.
Һылтанмалар
- Р. М. Шәрипова тәрж. Айытов Валерий Факил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аитов Валерий Факильевич