Айыутоҙаҡлаған (һырт)

Айыутоҙаҡлаған — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама

Белорет районында Бирйән һәм Ҡусағаҙы йылғалары (Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) араһынан көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 10 км. Төньяҡ өлөшө (киңлеге 4,5 км) күп уйһыулыҡтар менән йырғыланған, бында 5 түбә айырылып тора; көньяҡ өлөшөнә (киңлеге 3 км) йомро түбәләр, текә битләүҙәр хас. Һырттың бейеклеге 500 м ашыу.

Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтарынан тора.

Ландшафтары ныҡ айырымланған. Тау-урман тупрағында киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы, асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы урмандар таралған.

Топонимика

Был тауҙа айыуға тоҙаҡ ҡорғандар. Атамаһы шунан алынған.

Һылтанмалар