Айыу культы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Святкиҙа барабансының айыу менән кәзә йөрөтөүе

Айыу культыайыуға айырым мөнәсәбәт, уны хөрмәтләү, уға бағышланған йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр комплексы. Айыу Евразия һәм Америка халыҡтарының мифтарында күп таралған. Төрлө йолаларҙа айыу мәҙәни герой, илаһ, рухи-һаҡсы, түбәнге донъя хужаһы булып торған[1].

Айыу славян халыҡтарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айыу — халыҡ зоологияһының төп персонаждарының береһе, ул —уңдырышлыҡ, сәләмәтлелек һәм көс символикаһы менән һуғарылған антропоморфик һыҙаттар бирелгән һәм йыш ҡына барлыҡ урман хайуандары араһында төп урынды биләүсе йән эйәһе. Айыу образы бигерәк тә көнсығыш һәм көньяҡ славяндары араһында ныҡ сағыу һәм күп төрлө итеп күрһәтелгән.

Славяндар айыуға ҡарата айырыуса хөрмәт менән ҡараған, ул — урман хужаһы. леший тип иҫәпләнгән. Лешийға, һунар ҡурсалаусыһына, славяндар һунарҙа беренсе табылған кейек ҡошто ағас төпһәһенә һалып ҡалдырған, бының менән улар айыуҙан үҙҙәрен ҡурсалауҙы һораған һәм, әгәр урманда йөрөгәндә аҙашһа, айыу уға юл табырға ярҙам итәсәк тип өмөтләнгән. Ә инде айыуҙы асыуландырһаң, уға хәйер бирмәһәң, айыу , бәлки, киреһенсә, кешене шырлыҡҡа индереп, һәләк итәсәк тип уйлаған.

Айыуҙың яҙ етеү менән уяныуын славян халыҡтары яҙ килеү менән бәйләйҙәр (ҡарағыҙ, мәҫәлән, белорус байрамы Комоедица). Айыу айырым аҡылға, күп нимәне белеүгә эйә, шуға күрә ул кешеләрҙе төрлө сихырҙан, сирҙәрҙән һәм бәлә-ҡазаларҙан һаҡларға һәләтле тип һаналған. Айыуҙан хатта шайтан да ҡурҡа, тип уйлағандар славяндар. Айыу тәпәйе төрлө бәләләрҙән бик көслө һаҡлаусы тип һаналған, шуға күрә бындай талисманды славяндар йорттарында һаҡлаған.

Славяндарҙың дөйөм һүҙе, рус. медведь, сығышы буйынса —эвфемизм, ул ғәҙәти телмәрҙә табулы хайуан исемен алмаштырыусы һүҙ. Айыу (медведь *medu-/medv- 'бал' + *ěd- ', ашау'), тимәк «бал ашаусы» тигәнде аңлата. Һуңғараҡ был эвфемистик һүҙ хайуандың төп атамаһына әйләнгән. Боронғо йола яңы этапта ла ҡабатлана — баштағы айыу исемен —эвфемизмды урыҫтар (бигерәк тә һунарсылар) табулы яңы ҡушаматтар менән алмаштыра һәм яңынан-эвфемизм менән атайҙар: Кәкере табан, Һоро, Потапыч, Михайло, Мишка, Хужа тип алмаштыралар. Ҡайһы бер славян телендә тартынҡы өндәр урындары менән алмаштырылған һәм был һүҙҙе өҫтәмә рәүештә боҙған, был -фонетик күренештән тыш эвфемистик тәбиғәтле булыуы мөмкин: укр. ведмідь, пол. niedźwiedź, шулай уҡ чех һөйләштәрендә medvěd өлөшө түгел, ә nedvěd. Славян телдәренән был һүҙҙе мадъярҙар ҙа (мадьярса  medve) үҙләштергән.

Себер халыҡтарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Себер менән Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының ҡайһы берҙәрендә ырыу культы айыу культы ҡалдыҡтары менән ҡушыла — мәҫәлән, түбәнге Амур һәм Сахалин халыҡтарында (нивх, ульча һ. б.), шулай уҡ түбәнге Обь (ханты, манси) халыҡтарында күҙәтелә был күренеш. Был айырыуса Л. Я Штернберг тарафынан ентекле тасуирлана: ул хәҙерге заманға тиклем айырыуса ырыу ҡалдыҡтары ныҡ һаҡланған нивх халыҡтарында башҡа халыҡтарға ҡарағанда ырыу айыу культы ныҡ таралғанлығын яҙған[2].

Себер халыҡтарында иң билдәле айыу культы сағылышы — айыу байрамы (манс. яны пике «ҙур бейеүҙәр», нивх. чхыф леранд «айыу уйыны», айн т. Иёмантэ). Был байрам ритуаль һунарҙы, атып алынған айыу түшкәһен һуйыуҙы, айыуҙы, хәйер биреп, доға ҡылып, кешеләргә миһырбанлы булыуын һорауҙы, унан ғәфү үтенеүҙе, итен күмәкләп ашауҙы һәм тантаналы ерләү кеүек йолаларҙы үҙ әсенә ала. Айыуҙың тиреһе, айыу тәпәйҙәре-табандары изге әйбер - ҡомартҡы итеп һаҡлана[3].

Һынамыштар һәм әйтемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айыуҙан ҡурҡһаң, еләк ашама. Айыу тәпәйен имә, әммә ҡыш буйына туҡ йәшәй. Айыу йыуынмаһа ла сәләмәт йәшәй. Благовещениеға ҡаракүҙ ҡайта һәм айыу йоҡоһонан уяна. Ҡар айыуҙың ҡабырғаһын еүешләгәнсе, айыу өңөнән сыҡмай. Овечницала айыу өңөнә ята һәм тәпәйен ялай башлай, Сретениела икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ята һәм икенсе табанын имә, ә Благовещениела — өңөнән сыға (белорустар).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Иванов В. В., Топоров В. Н. Медведь // Мифы народов мира. Энциклопедия: в 2-х т. Т. 2. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2000. С. 128.
  2. Пережитки тотемизма и культ медведя // Религия в истории народов мира. — М.: Политиздат, 1964.
  3. Медвежий праздник - YakutskHistory 2022 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]