Айҙарәле (йылға)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Айҙарәле
Характеристика
Оҙонлоғо 34 км
Һыу ағымы
Тамағы Һыуындыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 100 км өҫтәрәк
 · Координаталар 51°54′20″ с. ш. 60°02′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 12010000312112200002554

АйҙарәлеРәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Һыуындыҡ йылғаһының һул ярынан тамағынан 100 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айҙарәле йылғаһы Ырымбур өлкәһенең Кваркен районының көньяҡ-көнсығышында Адамовский районы сигенән (Ҡаҙағстандың ҡостанай өлкәһенә яҡын урында) баш ала, шунан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарап аға, Орск—Силәбе тимер юлы аҫтынан үтә. Айдырлинский ҡасабаһын үткәс, көньяҡ-көнбайышҡа боролоп, Һыуындыҡ йылғаһына ҡушыла. Күрше Адамовский районының Жарлы (Ярлы) йылғаһы буйында ла Айҙарәле ҡасабаһы бар (Кавркен районынан Айҙарәле йылғаһы буйлап күсеп килеүселәр нигеҙ һалған).

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур топонимдарын өйрәнеп китап баҫтырған Б. А. Моисеев был Һыуындыҡ атамаһын фәҡәт ҡаҙаҡ теле менән бәйләп, «тулы һыулы йылға» тигән мәғәнәгә ҡайтара. Киреһенсә, башҡорт телендә «һыуҙан уңдыҡ» тигәнде аңлатырға тейештер был атама.

Айҙарәле йылғаһының ҡаҙаҡ теленән килеп сығыуы тураһында легенда ла яҙып алған.

Бер байҙың Айҙарәле исемле һылыу ҡыҙы була. Бик күп егеттәр ҡыҙҙы ҡоҙалаһа ла, ҡыҙ береһенә лә сығырға риза булмай. Бер аҙҙан улар төбәгенә бер бай күсеп килә, уның ҡыйыу, сибәр ике улы була. Уларҙың Айҙарәлегә күҙе төшә, ҡыҙ ҙа уларға ғашиҡ була. Кем көрәштә еңә, ҡыҙ шуны һайлаясаҡ. ойошторалар. Дүрт көн көрәшә егеттәр. Бишенсе көндө улар, бөтөнләй хәлһеҙләнеп, ергә йығыла һәм йән бирә. Бындай ҡаты ҡайғыны ҡыҙ күтәрә алмай, аҫылмалы ҡаянан һалҡын һыулы йылғаға һикереп, ул да яҡты донъя менән хушлаша. Йылғаға уның исеме бирелә. Был халыҡ риүәйәте һәм фәнни аңлатма түгел.

Йылғаға үҙе аҡҡан урындағы тау исеме бирелгәндер. Атама ҡаҙаҡ һүҙенән алынған «айҙар» «маңлай сәсе, өлтөк» мәғәнәһендә. Шунан сығып, тәүге Айҙарлы атамаһы, үҙгәреш кисереп, Айҙарәлегә әүерелгән, тип фаразларға була. Айҙарлы — «өлтөк» тау, сөнки тау кеше башын хәтерләтә, ә тауҙа үҫкән ҡыуаҡ, үләндәр өлтөккә оҡшаған. Был аңлатма ла раҫлауҙы талап итә.

Йылғаға тау исеме бирелгән тигәнгә ҡарағанда, киреһенсә фекер йөрөтөү дөрөҫөрәктер: тау исеме йылға атамаһынан алынғандыр.

Тағы бер фараз: Айҙарәле йылғаһы «ҙур булмаған тау, түбә, ҡалҡыулыҡ, сусаҡ» тигәнде аңлатҡан айдырҡаҙаҡ географик терминынан килеп сыҡҡандыр. Йылға айдырҙар йәғни ҙур булмаған тауҙар араһынан аға. Тимәк, Айҙарәле — «тау йылғаһы».

Көньяҡ Урал территорияһында йыш ҡына составында адыр термины булған тау атамалары: Ҡыҙыл-адыр, Ҡараадыр, Салҡар-адыр, Ҡатын-адыр һ. б. осрай

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002554
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200255
  • Бассейн коды — 12.01.00.003
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры.».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Айҙарәле.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



Icon river delta.svg Был - гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ