Айҙар ғынайым (йыр)
«Айҙар ғынайым» (башҡ. Айҙар ғынайым) — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй (күңелле йыр).
Тарихы
Улай итеп, былай итеп,
Үтә беҙҙең ғүмерҙәр.
«Айҙар ғынайым» йырының һүҙҙәре.
1977 йылда Башҡорт АССР-ының Архангель районы Аҙау ауылында Нәфиғә Фәйзуллинанан (1927 йылғы) яҙып алына . — Ғилми архив, ф.3, оп. 73, д. 64, л. 78, 80. Бергәләп башҡарыу манераһы ла яҙып алынған: егеттәр менән ҡыҙҙар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы парлашып етәкләшеп баҫа. Йырҙың беренсе өлөшөндә егеттәр ике аҙым алға, ә ҡыҙҙар ике аҙым артҡа атлай, икенсе өлөшөндә ҡыҙҙар алға, ә егеттәр артҡа атлай, хәрәкәттәр зиг-заг формаһында башҡарыла. "Айҙар ғынайым" — шаян таҡмаҡ көйө.
Йөкмәткеһе
Риүәйәткә ярашлы, йырҙа һүҙ Бикҡол ауылында (Әбйәлил районы) тыуып үҫкән рядовой һалдат Шаһибәрәк тураһында бара, уны ялған тәңкәләр етештереү өсөн Себергә ебәрәләр. Һөргөнгә китер алдынан ул "Шаһибәрәк" йырын йырлап уны иҫкә алыуҙарын үтенә. Икенсе версия буйынса, батыр тыуған еренә ҡарата батша алып барған колониялаштырыу сәйәсәтенә ҡаршы сыға, шуға ла Себергә һөргөнгә ебәрелә, күп тапҡырҙар ҡаса һәм Ирәндек һыртында йәшеренеп йөрөй.
Башҡарыусылар
Был йырҙы Хөсәйен Мәжитов башҡара, Йыш ғына төрлө вокаль ансамблдәр ҙә был күңелле йырҙы үҙ репетуарына ҡуйыуҙы хуп күрә.
Әҙәбиәт
- Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.
Һылтанмалар
- Хамитова Г. Ч. «Айҙар ғынайым» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Башкирские народные песни