Ай тотолоу
Ай тотолоуы — Ай Ерҙән күләгәһе конусына ингәндә барлыҡҡа килгән тотолоу[1]. 363 000 км алыҫлыҡта Ер күләгәһенең диаметры (Айҙың Ерҙән минималь алыҫлығы) Ай диаметрының яҡынса 2,6 тәшкил итә, шуға Күрә Ай тулыһынса Ер күләгәһендә ҡалырға мөмкин. Ай дискы Ер күләгәһе менән ҡапланыу дәрәжәһе тотолоу фазаһы менән күрһәтелә. Φ фазаһының дәүмәле Ай үҙәгенән күләгә үҙәгенә тиклемге алыҫлыҡ θ менән билдәләнә. Астрономик календарҙарҙа тотолоу мәленең Φ һәм θ дәүмәлдәрен килтерәләр.[1]
Ай тулыһынса Ер күләгәһенә ингәндә, тулы ай тотолоуы тип йтәләр, ә өлөшләтә ингәндә өлөшлөтә тотолоу тотолоу тип әйтәләр. Ай Ерҙең ярым күләгәһенә генә ингәндә, ярым күләгә тотолоу тип әйтәләр. Ай тотолоу өсөн кәрәкле шарттары булып тулы ай һәм Ай орбитаһы узелына яҡынлығы (йәғни ай орбитаһы эклиптика яҫылығын киҫеп үткән нөктә) тора; ай тотолоуы ике шарт бер ваҡытта үтәлгәндә була.
Ай тотолоуының уртаса йышлығы — йылына ике-дүрт була торған күренеш.[2].
| Файл:Lunar orbit.png | Ерҙәге күҙәтеүсе өсөн күренеүенсә, күҙалланған күк сфераһында Ай айына ике тапҡыр эклиптиканы узелдар тип аталған позицияларҙа киҫеп үтә. Тулы ай шундай позицияға, узелға тура килә, шул саҡта ай тотолоуын күҙәтергә мөмкин. (Иҫкәрмә: масштаб үтәлмәй.) |
Тулы тотолоу
Ай тотолоуы Айға ҡараған Ерҙең бөтә ярымшарында күҙәтелә (йәғни тотолоу мәлендә ай горизонт өҫтөндә урынлашҡан урында). Ерҙең Теләһә ниндәй ҡараңғы нөктәһенән ҡарағанда Айҙың күренеше бер төрлө тиерлек. Был ай тотолоуының ҡояш тотолоуынан төп айырмаһы булып тора, Ҡояш тотолоу сикләнгән территорияла ғына күренә. Ай тотолоуының тулы фазаһының максималь теоретик мөмкин булған оҙайлығы 108 минут тәшкил итә; мәҫәлән, 1953 йылдың 26 июлендә, 2000 йылдың 16 июлендә ай тотолоуы шундай була. Шул Уҡ Ваҡытта Ай ер күләгәһенең үҙәге аша үтә; бындай типтағы тулы ай тотолоуҙары үҙәк тип атала, улар үҙәк булмағандарынан тотолоуҙың тулы фазаһында Айҙың оҙайлылығы һәм сағыулығы менән айырыла.
Ай тотолғанда (тулы тотолоу булғанда ла) Ай тулыһынса юҡҡа сыҡмай, ә ҡара-ҡыҙыл төҫкә инә. Шуға күрә Ҡанлы Ай тип атайҙар. Был Айҙың тулы тотолоу фазаһында ла Ай өҫтө яҡтыртылыуы дауам итеүе менән аңлатыла. Ер өҫтөнә кире ҡайтарылған Ҡояш нурҙары Ер атмосфераһында тарала һәм был нурҙаө Өлөшләтә Айға барып етә. Ер атмосфераһы спектрҙың ҡыҙыл-һары өлөшөндәге нурҙар өсөн үтә күренмәле булғанлыҡтан, тап ошо нурҙар тотолғанда Ай өҫтөнә күберәк барып етә, был Ай дискыһының төҫөн үҙгәртә. Асылда, был эффект, ҡояш сығыр алдынан йәки ҡояш байығандан һуң горизонт янында күктең ҡыҙғылт-һары балҡыуы кеүек күренеш. Ҡояш тотолғанда Айҙың яҡтылығын баһалау өсөн Данжон шкалаһы ҡулланыла.
Айҙың күләгәле өлөшөндә тулы йәки ярымкүләгәле ай тотолоу мәлендә булған Айҙағы күҙәтеүсе Ҡояш тотолоуын күҙәтә.
Өлөшлөтө тотолоу
Әгәр Ай Ерҙең тулы күләгәһенә өлөшләтә генә эләгә икән, айырым тотолоу күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта Айҙың Ер күләгәһе төшкән өлөшө ҡараңғы була, әммә Айҙың бер өлөшө, хатта тотолоуҙың максималь фазаһында ла, ярым күләгәлә ҡала һәм ҡояш нурҙары менән яҡтыртыла. Айҙағы күҙәтеүсе, ярым күләгә зонаһында, Ҡояш тотолоуын күҙәтә.
Ярымкүләгәле тотолоу
Ер күләгәһе конусы тирәләй ярым күләгә бар. Был арауыҡ Ер Ҡояшты өлөшләтә генә ҡаплаған арауыҡ өлкәһе. Әгәр Ай тулы күләгәгә инмәй ярым күләгә аша үтәһә, ярымкүләгәле тотолоу була. Был ваҡытта Айҙың яҡтылығы бер аҙ кәмей: бындай кәмеү ябай күҙ менән һиҙелмәй тиерлек һәм приборҙар менән генә теркәлә. Ай ярымкүләгәле тотолғанда тулы күләгә конусы эргәһенән үткәндә генә, аяҙ күктә ай дискыһының бер ситенән бер аҙ ҡараңғыланыуҙы күрергә мөмкин. Әгәр Ай тулы күләгәгә инмәй тулыһынса ярым күләгәгә эләкһә, бындай тотолоу ярымкүләгәле тулы тотолоу тип атала; Әгәр Айҙың бер өлөшө генә ярымкүләгәгә инһә, бындай тотолоу ярымкүләгәле тотолоу тип атала. Тулы ярымкүләгәле тотолоуҙар һирәк була, өлөшләтә тотолоуҙарҙан айырмалы рәүештә; һуңғы тулы ярым күләгәле тотолоу 2006 йылдың 14 мартында була, ә киләһеһе 2042 йылда ғына була.
Ай тотолоу йышлығы
Ай тотолоуҙың максималь һаны йылына 5 мәртәбә, әммә был күрене[2].ш һирәк була. Минималь һаны йылына 2 мәртәбә. Ҡояш тотолоуҙар 6585 көн һайын ҡабатлана, был сарос тип атала. Ҡояш тотолоуҙары Ай һәм ҡояш орбитаһындағы шарттар тап килеү сәбәпле Ай тотолоуҙарынан ике аҙнаға алдараҡ йәки артынан барырға мөмкин. Йыш ҡына өс тотолоу эҙмә-эҙлелеге күҙәтелә. Ай тотолоу һәр ай айынан һуң йәки ярты йылдан һуң була. 2010 йылдың 21 декабрендә ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә тулы ай тотолоуы була, был күренеш 372 йыл буйы булмаған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Что такое лунное затмение и как оно происходит? (18.10.2013). 11 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Лунное затмение. Досье - ТАСС. 11 апрель 2024 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Таблицы затмений — энциклопедия «Кругосвет»
- Какие сюрпризы космос преподнесёт землянам в 2014 году
- Айомайтис А. (фото), Шень А. Космография. — М.: МЦНМО, 2009.
