Алдя-Теодорович Дойна
Дойна Алдя-Теодорович (рус. Алдя-Теодорович, Дойна Георгиевна; рум. Doina Aldea-Teodorovici; 1958 йылдың 15 ноябре, Кишинёв — 1992 йылдың 30 октябре, Кошерены[d], Яломица[d]) — молдаван совет йырсыһы, композитор һәм йырсы Ион Теодоровичтың ҡатыны, Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы (1992)[1].
Биографияһы
1958 йылдың 15 ноябрендә Кишинёвта интеллигенттар Eugenia и Gheorghe Marinғаиләһендә тыуған. Атаһы яҙыусы һәм журналист, ә әсәһе Кишиневта 1 -се һанлы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була.
Дойнаның художество таланты бала саҡтан уҡ билдәләнә, мәктәптә уҡығанда уҡ ул "Молдова-фильм" киностудияһында рус теленә дубляж яһауҙа ҡатнаша. Бер үк ваҡытта ул дөйөм белем биреү мәктәбендә лә, музыка мәктәбендә лә уҡый. 14 йәшенән "Moldoveneasca" ансамблендә эшләй. Ансамбль менән СССР-ҙың күп кенә республикаларында, шулай уҡ Монголияла, Алжирҙа, Германияла, Кипрҙа һәм Гаванала Йәштәр фестивалендә булыу бәхете тейә. 1975 йылда Дойна мәктәпте тамамлай һәм шул уҡ йылда Юрий Николаев менән берлектә "Шире круг" шоу-программаһы алып барыусыһы була. 1979 йылда тамамлай һәм белем ала Кишинев дәүләт университетының филология факультетын румын теле һәм әҙәбиәте специальносе буйынса тамамлай[2]. 1979 - 1988 йылдарҙа бөтә донъя әҙәбиәте Кишинев педагогика институтында ( хәҙер Ион Крянгэ ис. Дәүләт педагогик иуниверситет) бөтә донъя әҙәбиәте преподавателе булып эшләй.
1981 йылда Дойна молдаван композиторы һәм йырсыһы Ион Алдя-Теодоровичкә кейәүгә сыға. 5 августа 1982 года у них родился сын — Кристофор Алдя-Теодорович. 1982 йылдың 5 авгусында уларҙың улы — Кристофор Алдя-Теодорович тыуа. Шул уҡ йылда Дойна үҙендә эстрада йырсыһы һәләтен аса һәм ул ире менән бергә сәхнәлә сығыш яһай башлай. Улар Молдавияның һәм Румынияның күп кенә ҡалаларында һәм ауылдаында сығыш яһайҙар[2].
1992 йылдың 30 октябрендә Ион менән Дойна, Бухарестан 49 км алыҫлыҡта, Кишиневҡа китеп барған юлда автокатастрофала һәләк булалар — уларҙың машинаһы ағасҡа барып бәрелә. Кишиневта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгәндәр.
1993 йылда Дойна Алдя-Теодорович (үлгәндән һуң) молдаван Республика ордены менән наградлана[3]..
Хәтер
- Артистарҙың улы — Кристи Алдя-Теодорович — «Doua inimi gemene» фестивален башҡарыусылар хәтеренә бағышлап ойошторған.
- Кишиневта Ион һәм Дойна Теодоровичтарға һәйкәл асылған.[4]
- Артистар хөрмәтенә Молдавияла иҫтәлекле 100 лей номиналында тәңкә сығарылған (ҡулланыуҙа 2010 йылдың 3 авгусынан)[5][6].
- 2025 йылдың октябрендә Кишиневта Ион һәм Дойна Алдя-Теодорович исемендәге мәҙәниәт һәм сәнғәт Үҙәге асыла. Учреждение Алексей Матеевич урамы, 77 адресы буйынса урынлашҡан тарихи бинала урынлашҡан[7].
Исемдәре һәм наградалары
- Молдавия ССР-ның атҡаҙанған артисы (1989)[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 30 de ani fără Doina și Ion Aldea-Teodorovici (рум.). Ministerul Culturii. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Дойна Алдя-Теодорович. Moldovenii.md. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
- ↑ Ecaterina Țarălungă. Enciclopedia identității românești. — București: Litera, 2011. — ISBN 978-606-600-246-2.
- ↑ Памятник Иона и Дойны Алдя-Теодорович 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Дойна и Ион Алдя-Теодорович — два сердца бьющихся в такт. Национальный банк Молдовы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026. Архивировано 22 апрель 2013 года.
- ↑ Дойна и Ион Алдя-Теодорович — два сердца бьющихся в такт 2013 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Centrul de Cultură și Arte „Doina și Ion Aldea-Teodorovici”, deschis la Chișinău (рум.). AgroTV (30 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
- ↑ Cetățeni de onoare ai Chișinăului. Chișinău, orașul meu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Алдя-Теодорович Ион һәм Дойна, молдаван артистары 2016 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.