Алентьев Дмитрий Васильевич

Дмитрий Васильевич Алентьев (1957 йылдың 1 ғинуары, Үрге Калинов[d], Ростов өлкәһе) — совет һәм Рәсәй шағиры, хәрби журналист. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Йәш яҙыусының иң яҡшы беренсе китабына М. Горький исемендәге Бөтә союз әҙәби конкурс лауреаты. Отставкалағы полиция полковнигы.

Тормошо һәм ижады

Дмитрий Васильевич Алентьев 1957 йылдың 1 ғинуарында Ростов өлкәһенең Үрге Калинов хуторында тыуа[1]. Үрге Потаповка урта мәктәбенәд уҡығанда район гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, унда тәүге шиғырҙарын баҫтыра. Мәктәпте тамамлағандан һуң, әрме хеҙмәтенә тиклем шул уҡ баҫмала хәбәрсе булып эшләй.

Армияла саҡта даими рәүештә «Красный воин» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә, шуның өсөн башҡа хәрби хәбәрселәр менән бер рәттән Мәскәү хәрби округы командующийының бүләгенә лайыҡ була[2][3]. Хеҙмәтенең икенсе йылына дивизияның «На стройке» гәзитенә күсерелә.

1977 йылда А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына иенп (Егор Исаевтың семинарында уҡый), уны 1982 йылда тамамлай.

Ике йыл «Пограничник» журналы редакцияһында эшләй.

1984 йылда аттестациялана — шул уҡ баҫмала милиция лейтенанты дәрәжәһен ала, шул уҡ йылда тәүге «Родниковая степь» шиғырҙар китабы баҫылып сыға.

Ул 1978 йылдан алып — Рәсәй федераль сик хеҙмәтенең баталист һәм маринист яҙыусылар студияһы начальнигы, Рәсәй федераль сик хеҙмәтенең подполковнигы.

2001 йылдан алып «Милиция» журналында эшләй. Махсус хәбәрсе булып башлай, хеҙмәтен баш мөхәррир һәм полковник дәрәжәһендә тамамлай.

2016 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы академияһының редакция-нәшриәт бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһында отставкаға сыға.

2025 йылға ҡарата Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы академияһында мөхәррир булып эшләй.

Әҫәрҙәре

  • «Зорю бьют перепела» (1986)
  • «Донская плещется волна…» (1990)
  • «Стожары» (1992)
  • «Огибь» (1993)
  • «Рубежный» (1995)
  • «Первый дом — застава» (1998)
  • «Тёплая волна» (2018)[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Дмитрий Васильевич Алентьев. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2025.
  2. «Военкоров поощрил Командующий» // «Красный воин». — 2022.
  3. Зелёный, Е. Душа обязана трудиться... // Пограничник : журнал. — 2022. — Январь (№ 1).
  4. "Тёплая волна" Дмитрия Алентьева (6 ноябрь 2018). 4 сентябрь 2025 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5