Аллаяров Алик Рәшит улы

Аллаяров Алик Рәшит улы (3 июль 1973 йыл) — тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2004)[1].

Биографияһы

Алик Рәшит улы Аллаяров 1973 йылдың 3 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй башлай: башта — махсус хәбәрсе, артабан — «ТВ студияһының мәғлүмәт программалары» ижади берекмәһе етәксеһе, сәйәси күҙәтеүсе, Мәғлүмәт программалары хеҙмәте начальнигы урынбаҫары, продюсер[1].

2004 йылдан «Башҡортостан» ТРК ДУП-ының баш мөхәррире, 2008 йылдан башлап «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте етәксеһе. Ижтимағи-сәйәси һәм социаль темаларға тапшырыуҙар, Өфө ҡала балалар һәм үҫмерҙәр приюты тураһындағы «Хыялдар тормошҡа аша» («Мечты сбываются») телесюжеттар циклы авторы[1].

Әлеге ваҡытта реклама агентлығы өлкәһендә эшләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар